Нагарджуна

атаҡлы һинд аҡыл эйәһе, Мадхъямаки будда мәктәбенә нигеҙ һалған һәм Махаяна буддизмында башлап барған фигура. Буддизмдың 84 махасиддхы (иң

Нагарджу́на (санскр. नागार्जुननागार्जुन, Nāgārjuna IAST — «Көмөш йылан»; ҡыт. 龍樹, Lóngshù Луншу; япон. 龍樹龍樹, Рю: дзю; кор. 용수용수, Ёнъсу; телугутелугу теле నాగార్జునా) — атаҡлы һинд аҡыл эйәһе, ул дхарманың (норма һәм ҡағиҙәләр йыйылмаһының) «ҡыуыш эсле» булыуы тураһындағы фекерҙе артабан үҫтерә; Мадхъямаки будда мәктәбенә нигеҙ һала һәм Махаяна буддизмында алдан барған фигура. Буддизмдың 84 махасиддхы (иң юғары һәләткә эйә булған кеше) иҫәбенә инә.

Нагарджуна
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 150[1]
Тыуған урыны Южная Индия[d], Һиндостан
Вафат булған көнө 250[1]
Вафат булған урыны Һиндостан
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, яҙыусы, бхикшу, составитель
Эшмәкәрлек төрө Буддизм
Биләгән вазифаһы Zen Patriarch[d]
Уҡыу йорто Наланда[d]
Уҡыусылар Арьядэва[d][2], Lobpön Yönten Shenyen[d][2], Dzo Gi Ka Marupa[d][2], Chö Dzé Chökyi Dorjé[d][2], Q106788210?[2], Ma Tam Gipa[d][2], Lobpön Sangye Yeshe Shyab[d][2], Бхававивека[d][2], Balimta[d][2], Shakya Shenyen[d][2], Lü Changchub[d][2], Q28410784?[2], Чандракирти[d][2] һәм Shavaripa[d][2]
Кемдә уҡыған the great brahmin[d][2], Sangwé Dakpo[d][2], Gyalrik Tamché Khyenpa[d][2] һәм Changsem Lodrö Rinchen[d][2]
Эшмәкәрлек йылдары II быуат[3]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Нагарджуна Викимилектә
{{{имя}}}
Мәктәп/традиция:

{{{школа}}}

Биографияһы

үҙгәртергә

Нагарджунаның йәшәгән йылдары аныҡ ҡына билдәле түгел, яҡынса — II—III быуаттар (150—250), уның тураһындағы мәғлүмәттәр фантастик һәм мифологик сюжеттар менән үрелеп бара, шуға ла уның тормошондағы ысын ваҡиғаларҙы асыҡлау бик ауыр. Традицион текстарҙың бер нисәһе, Нагарджуна 600 йыл (беҙҙең эраға тиклем II быуатта) йәшәгән, тип раҫлай. Ҡайһы бер тәнҡитселәр, бер-береһенән айырылып торған ике Нагарджуна йәшәгән, тип тә фаразлай.

Кумарадживаның (IV—V быуаттар) мәғлүмәттәре буйынса, Нагарджуна брахман ғаиләһендә Һиндостандың көньяғында тыуа һәм тулы курс брахманист белемен ала, аҙаҡ буддизмға үҙе килә һәм урындағы батшаны ла үҙенең артынан эйәртә; Сюаньцзандың хәбәрҙәре буйынса (VII быуат), Нагарджунаның эшмәкәрлеге Һиндостандың Төньяҡ-Көнсығышында алып барыла.

Е. А. Торчинов, тибет һәм ҡытай буддистары сығанаҡтарына һылтанып, түбәндәге биографик мәғлүмәттәрҙе килтерә:

Үҫмер сағында ул бер индус йогының уҡыусыһы була, йог Нагарджунаны һәм уның дүҫтарын нисек итеп кешегә күренмәйенсә ҡалыу һәләтенә өйрәтә. Үҫмерҙәр был һәләтте еңел-елпе маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ҡуллана башлай: улар, батша һәрәменә инеп, унда йәшәүселәр менән күңел аса. Батша, быны белеп ҡалып, Нагарджунанан башҡа үҫмерҙәрҙең бөтәһен дә тота. Уларҙың һәрәмдәге күңел асыуы йәлләт түмәрендә тамамлана, ә Нагарджуна еңел аҡыллылыҡ һәм тойғолар ләззәтенә бирелеүҙең эҙемтәләрен күреп тетрәнә, шуға кисекмәҫтән төньяҡҡа, данлыҡлы Наланда монастыренә барып, буддист монахы булып китә. Көсөргәнешле уйланыуҙары һөҙөмтәһендә Нагарджуна үҙ фәлсәфәһе тәғлимәтенең характерын билдәләгән төш күрә. Ул Буддалар һәм Бодхисаттвалар уратып алған ступаны күрә. Нагарджуна ступаны аса һәм уның эсендә шундай уҡ ступа тороуын күрә. Ул иң тәүге ступаны күрергә теләй. Икенсе ступаны асҡас, уның эсендә лә ступа булып сыға, шунан өсөнсөһө — дүртенсеһе, бишенсеһе,.. һәм улар икһеҙ-сикһеҙ булып сыға. Бына шунда Нагарджуна беренсе ступаның, ғөмүмән, беренсел субстанция һәм беренсел нигеҙҙең бөтөнләй юҡлығын һәм булыуы ла мөмкин булмауын аңлай. Ошоно аңлау уға Праджня-парамита сутраһын, ошоға тиклем  биш йөҙ йыл элек Будда йылан-нагтарға йәшереп ҡуйған Иң һуңғы Төплө аҡылылыҡты алырға лайыҡ булыуын раҫлай. Нагарджуна нагтар батшаһының һыу аҫты һарайына төшә һәм Праджня-парамита сутраһын ала, медитацияға бирелеү уны фәлсәфә системаһын (ә, бөлки, антисистемаһын) эшкәртеүгә килтерә. Нагарджуна оҙаҡ йылдар Наланданың башлығы була, әммә ҡартайғас тыуған яғына ҡайта. Урындағы батша, Нагарджуна уның гуруһы, рухи остазы булыр тип ышанып, саҡырып ала. Нагарджуна риза була, батша уның өсөн яңы монастырь төҙөй, аҙаҡ ул Нагарджунаконда  тип атала (уның харабалары беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған[4])[5].

Нагарджунаның тәғлимәте Ҡытайҙа Саньлунь (Өс Трактат) мәктәбе булараҡ тарала. Уға Праджняпарамитаның «Махапраджняпарамита-шастра» (ҡыт. 大智度論, Да чжиду лунь) фәлсәфәһен өҫтәйҙәр. Данлыҡлы Наланда буддист университеты уның эшмәкәрлеге менән бәйле.

Тәғлимәте

үҙгәртергә

Нагарджуна Будда тәғлимәтен ул ваҡытта йәшәп килгәнсә аңлатыуҙы тәнҡит утына тота, буддизмға ҡаршы булғандар менән бәхәсләшә, миссионерлыҡ эшмәкәрлегендә ҡатнаша, тере сағында уҡ бодхисаттва булараҡ хөрмәткә лайыҡ була, ә вафатынан һуң табыныу объектына әүерелә.

(«Торчинов Е. А. Введение в Буддологию» китабы буйынса):

Методологик нигеҙ сифатында сәбәпкә бәйле килеп сығыу принцибын (пратитья-самутпада) уның таныуы Нагарджунаның бәхәс курсы өсөн башлап китеү нөктәһе була. Нагарджунаның төп һығымтаһы: сәбәп менән бәйле булғанға күрә генә бөтә нәмә бар, һәм сәбәпһеҙ бәйлелектең булыуы мөмкин түгел. Бер нимә лә (бер генә драхма ла) үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй (свабхава), йәғни бер нәмә лә үҙенең тәбиғи көсө менән үҙенән-үҙе генә йәшәй алмай. Сәбәпкә бәйлелек сылбыры асыла: бер ниндәй абсолют «биреүсе» (Алла, Абсолют) юҡ, күренештәр икһеҙ-сикһеҙ рәүештә бер-береһенең йәшәүен тәьмин итә.

Шулай итеп, бөтә дхармаларҙың да эсе бушлыҡ, асылһыҙ һәм нигеҙһеҙ. Мадхьямака иҫке Абхидхарманы тулыландыра: уның пудгала найратмья принцибы яңы дхарма найратмья менән тулылана. Хәҙер инде «дхармаларҙы айырып ҡарауҙың» мәғәнәһе юҡ: улар үҙ бушлыҡтарында бер-береһенә ҡарата тулыһынса «типә-тиң» (самата). «Праджня-парамитаның йөрәк сутраһында» әйтелгәнсә: «Бөтә дхармалар өсөн бушлыҡ — уларҙың [дөйөм] асыл сифаты. Улар тыумай ҙа, һәләк тә булмай, бысранмай ҙа һәм таҙарынмай ҙа, ҙураймай ҙа һәм бәләкәсәймәй».

Нисек тә булһа ысынбарлыҡҡа тап килгән метафизик системаны булдырырға тырышыу уңышһыҙлыҡҡа дусар була; йәшәйеште тасуирлайбыҙ, тип уйлағанда беҙ тик йәшәйеш тураһындағы күҙаллауыбыҙҙы ғына һүрәтләйбеҙ. Тәүҙә беҙ ысынбарлыҡҡа ярлыҡтар тағабыҙ, артабан шул ярлыҡтарҙы ысынбарлыҡ тип ҡабул итеп, уларҙы тикшерә башлайбыҙ.

Фәлсәфәүи категорияларҙың яраҡһыҙлығын иҫбатлап (буддист шулай уҡ брахманист мәктәптәренең дә), Нагарджуна, ысынбарлыҡты тасуирлау һәм шуға ярашлы онтология булдырыу өсөн, «прасанга» («кире дәлилдәр килтереү») тип аталған үҙенсәлекле кире диалектиканы ҡуллана.

Нагарджуна "Мула-мадхьямака-кариках"та сәбәп, хәрәкәт, ваҡыт, арауыҡ, иҫәп кеүек һәм башҡа категорияларҙы ҡарай һәм кире ҡаға. Ике миҫалға туҡталайыҡ: Нагарджунаның «сәбәп-һөҙөмтә» мөнәсәбәттәрен һәм буддистарҙың күҙ асып йомған ара теорияһы менән «ваҡыт» категорияһын тәнҡитләүенә.

Нагарджуна шундай һорау ҡуя: сәбәп һәм һөҙөмтә нисек үҙ-ара сағыштырыла? Һөҙөмтә сәбәптән айырыла, тип әйтә алабыҙмы? Юҡ, әйтә алмайбыҙ, сөнки был осраҡта һөҙөмтә ниндәй ҙә булһа башҡа сәбәптән түгел, ә тап ошо сәбәптең һөҙөмтәһе булып тороуын иҫбатлау мөмкин булмаясаҡ. Сәбәп менән һөҙөмтә бер тигеҙ була аламы? Юҡ, сөнки ул сағында уларҙы айырып ҡарауҙың да мәғәнәһе юҡ. Бәлки, сәбәп менән һөҙөмтә бер тигеҙ һәм төрлө-төрлөлөр? Юҡ, бының да булыуы мөмкин түгел, сөнки был ҡараш тәүге ике фекерҙең хатаһын берләштерәсәк. Сәбәп һөҙөмтәне килтереп сығара, тип әйтергә буламы? ? Юҡ, сөнки ул сағында беҙ түбәндәге алтернативаларҙың мөмкин булыуын күҙалларға тейешбеҙ: а) сәбәптең үҙендә һөҙөмтә бар; б) һөҙөмтә сәбәптән алда булмай, әммә яңынан барлыҡҡа килә; в) икеһе лә бергә булған һәм булмаған. Беренсе осраҡта, ғөмүмән, сәбәп һәм һөҙөмтә тураһында һөйләргә ярамай, сөнки улар бер үк нәмә. Икенсе осраҡта мөмкин булмаған нәмә раҫлана, сөнки йәшәйен һәм йәшәйештең юҡлығы, тормош менән үлем, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ кеүек, бер-береһен үҙ-ара юҡҡа сығарыусы ҡапма-ҡаршылыҡтар, нимәлер юҡ икән, уның булыуы ла мөмкин түгел — «юҡ» «эйегә» әйләнә алмай, «булмағандан» «нимәлер» килеп тә сыҡмай. Өсөнсө осраҡ беренсе һәм икенсе осраҡтарҙың тап килмәүен берләштерә. Шулай итеп, сәбәп һөҙөмтәне барлыҡҡа килтермәй. Сәбәп үҙе бушлыҡ.

 
Нагарджунаның алтын статуяһы

Нагарджуна «ваҡыт» категорияһының да шулай уҡ хата булыуын күрһәтә. Нимә ул ваҡыт? Ул үткән, хәҙерге һәм киләсәк. Ләкин шуныһы аңлашыла: был киңлектәр «үҙҙәренән-үҙҙәре барлыҡҡа килмәй», улар тик бер-береһенә ҡарата ғына бар һәм тотошлайы менән бер-береһен асыҡлай: «үткән» төшөнсәһе тик киләсәк һәм хәҙергегә ҡарата, киләсәк — үткәнгә һәм хәҙергегә, ә хәҙерге — үткәнгә һәм киләсәккә ҡарата ғына мәғәнәгә эйә. Ләкин үткән, ғәмәлдә, шул мәлдә үтеп китеп юҡ булған, ә киләсәк — әле булмаған. Ә хәҙерге ҡайҙа һуң? «„Тормош“ тип аталған, үткән менән киләсәк араһындағы мәл» ҡайҙа һуң? Ғәмәлдәге «хәҙерге» ике төшөнсәгә (әлеге мәлдә үткән һәм , әлеге мәлдә булмаған) ҡарата бар.

Шулай итеп, ғәжәп күренеш барлыҡҡа килә: сәбәплелек тә, ваҡыта та, киңлек тә, хәрәкәт тә эмпирик рәүештә бар, ләкин был күренештәрҙе билдәләүсе категррияларҙы анализларға тырышыу менән беҙ хәл итә алмаҫлыҡ ҡапма-ҡаршылыҡтарға тап булабыҙ. Тимәк, бөтә фәлсәфәүи категориялар тик беҙҙең аҡыл эшмәкәрлегенең емештәре генә, улар ысынбарлыҡты нисек бар шулай тасуирлау өсөн бөтөнләй яраҡлы түгел.

Бынан шунан Нагарджуна ике хәҡиҡәт, йәки танып белеүҙең ике кимәле теорияһына күсә. Танып белеүҙең беренсе кимәле — көндәлек тәжрибәгә тап килгән эмпирик ысынбарлыҡ кимәле (санвритти сатья). Был кимәл тураһында һүҙ алып барғанда сәбәплелек, хәрәкәт, ваҡыт, киңлек, берлек, күплек һәм башҡаларҙың шартлы рәүештә барлығы тураһында һөйләргә мөмкин. Был кимәл саф иллюзияларҙан — төштәр, галлюцинациялар, мираждар һәм «ҡуян мөгөҙҙәре», «таш баҡаның йөнө» йәки «биҙәү ҡатындың улының үлеме» кеүек ғүмерҙә булмаған һәм була алмаған башҡа күҙаллауҙарҙан айырылып тора. Әммә ул абсолют йәки юғары хәҡиҡәткә ҡарата ғына иллюзор (парамартха сатья). Был кимәлгә йог интуицияһы көсө менән генә өлгәшеп була, ә логик фекерләү иһә бер нимә лә бирә алмай.

Нагарджунаның «атеистик» булараҡ билдәле трактаты идеялары кире диалектик мадхьямаки ҡулланыуға бәйле, фәйләсүфтың был хеҙмәтен Ф. И. Щербатский урыҫ теленә тәржемә иткән. Унда Нагарджуна түбәндәге дәлилдәрҙе килтерә: беренсенән, теисттар фекеренсә, бөтә нәмәнең дә үҙ сәбәбе булғас, тотош донъяның дә сәбәбе бар, һәм был сәбәп — Алла. Ул сағында Алланың да сәбәбе булырға тейеш, ә был сәбәптең — үҙ сәбәбе һәм шулай сикһеҙлеккә тиклем. Һәм ни өсөн сәбәптәр сылбыры Алла менән тамамланырға тейеш? Икенсенән, Алла донъяны булдырған икән — тимәк уға был ни өсөндөр кәрәк булған, уға нимәлер етмәй, тимәк, ул камил түгел. Ә был үҙе үк Алла идеяһына ҡаршы килә. Әгәр ҙә Алла донъяны бер ниндәй маҡсатһыҙ булдыра икән, уны бәләкәй, аҡылы булмаған бала менән сағыштырырға мөмкин. Аҙаҡ килеп, әгәр донъя юҡ икән, тимәк, ул барлыҡҡа ла килә алмай, сөнки йәшәйеш булмағандан йәшәйеште булдырып булмай, булмаған нәмәнән барҙы эшләп булмай.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

(В. К. Шохиндың Философский энциклопедический словарь 2018 йыл 13 август архивланған. мәҡәләһенә ярашлы)

Нагарджунаныҡы тип танылған 200-ләп хеҙмәттең түбәндәге бишәүһен тап уныҡы тип иҫәпләргә була:

  1. «Муламадхьямака-карика» (ҡыт. 中論頌, «Строфы, основополагающие для учения о срединном пути») — 27 бүлеккә бүленгән 450-ләп шиғыр. Текст эмпирик ысынбарлыҡтың «эсе ҡыуыш булыуы» темаһына һәм уны танып белеү тәжрибәһенә нигеҙләнгән төшөнсәләргә арналған.
  2. Етмеш шиғырлыҡ «Виграка-вьявартани» (ҡыт. 空七十論, Кун ци ши лунь, «Фекер алыуҙарҙы бөтөрөүсе нәмә»).
  3. «Юктишаштика» (ҡыт. 六十頌如理論, «Логик когерентлыҡ тураһында адтмыш шиғыр»).
  4. В «Вайдалья-пракаране»(«ялған тәғлимәттәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән трактат»).
  5. «Ратна-вали» (ҡыт. 宝行王正論, Бао син ван чжэн лунь, «Аҫыл таштар гирляндаһы») — 100-әр шиғыр ингән биш главанан торған шиғри трактат.

Уҡыусылары

үҙгәртергә

Кумараджива дәүеренән башлап Нагарджунаның эшен дауам итеүселәр мөһим махаян мәктәптәренә нигеҙ һала һәм Һиндостандан ситтә лә Нагарджуна тәғлимәтен тарата. Иң тәүҙә һүҙ VI быуатта монах Цзицзан (Японияла Санрон-сю тип атала) нигеҙ һалған һәм хәҡиҡәттең ике кимәле, «бушлыҡтар» (шуньята) һәм Будданың йәшерен хыялдарын төшөнсәләр теле менән тапшырып булмауы тураһындағы тәғлимәтте (Нагарджуна тап ошоно тәнҡит утына тота ла инде) үҫтергән Саньлунь ҡытай мәктәбе (өс трактат мәктәбе) тураһында бара. Уның замандашы Цзицзана — Чжии нигеҙ һалған Тяньтай (японса — Тэндай) мәктәбе өсөн Нагарджунаның тәғлимәттәре хеҙмәттәренең нигеҙе булып тора, уға ярашлы, нәмәләр буш булһа ла, билдәле бер ваҡыт арауығында була, беҙ уны күрәбеҙ, тоябыҙ, быларҙан тыш тағы өсөнсө башланғыс бар, тап ул нәмә менән ваҡыттың ысынбарлыҡта булыуын бәйләргә тейеш, тип раҫлана. Нагарджунаның хеҙмәттәре чань (дзен) мәктәбенә ла йоғонто яһай. уларҙың мираҫына «мадхьямики коандары» инә. Тибетта Нагарджунаның хеҙмәттәрен таратыуҙа Камалашила ҙур роль уйнай. Нагарджунаның тәғлимәтен мадхьямака-прасангики, йәки «радикаль мадхьямаки»ны (мадхьмака-сватантрики, «әкрен мадхьямаки»нан айырылып торған) уйлап тапҡан Арьядэва (III быуат) була. Уның хеҙмәттәрен аңлатыусылар — Буддапалита (V быуат), Бхававивека (VI быуат) һәм Чандракирти (VII быуат).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Андросов В. П. Буддизм Нагарджуны. Религиозно-философские трактаты. — М.: Вост. лит., 2000.
  • Андросов В. П. Нагарджуна и его учение. — М.: Наука, 1990.
  • Андросов В. П. Учение Нагарджуны о Срединности. — М.: Вост. лит., 2006.
  • Лифинцева Т. П. Онтологические основания негативности в буддизме Махаяны и учении Нагарджуны //Онтология негативности: Сборник научных работ. М., 2015.- ISBN 978-5-88373-412-9 С.8-24.
  • Щербатской Ф. И. Избранные труды по буддизму. — М.: Наука, 1988. С. 245—253.
  • Mulamadhyamakakarika of Nagarjuna. The Philosophy of the Middle Way. Introduction, Sansrkrit Text, English Translation and Annotation by D. J. Kalupahana. — Delhi, 1999.
  • Murty K. S. Nagarjuna. — New Delhi: National Book Trust, 1978.
  • Ramanan K. V. Nāgārjuna’s Philosophy. — Delhi: Motilal Banarsidass, 1978.
  • Walser J. Nāgārjuna in Context: Mahāyāna Buddhism and Early Indian Culture. — New York: Columbia University Press, 2005.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Двенадцать звеньев взаимозависимого возникновения
  • Шуньята
  • Мадхъямака
  • Прасангака

Һылтанмалар

үҙгәртергә