Мәүлә Ҡолой
Мәүлә Ҡолой (ысын исеме — Муллағол[1]) — төрки суфый шағиры. Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани артынан эйәреүсе.
Мәүлә Ҡолой | |
Тыуған урыны: |
билдәһеҙ |
---|---|
Вафат булған урыны: |
билдәһеҙ |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Ижад йылдары: |
XVII быуат |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Биографияһы
үҙгәртергәШағирҙың тормошо тураһында бер ниндәйҙә документаль мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалмаған. XVII быуаттың икенсе яртыһына ҡараған хикмәттәрендә — суфый-фәлсәфәүи шиғырҙарында шағирҙың тормош юлы хаҡында бер ни тиклем мәғлүмәт табырға мөмкин[2]. Шунлыҡтан уның тормош юлы тураһында төрлө фараздар барлыҡҡа килә.
Ҡайһы бер авторҙар Мәүлә Ҡолой Шишмә йылғаһы буйында йәшәгәнлеген уның шиғырҙарының береһе менән дәллиләйҙәр. Һуңыраҡ шағир Иҫке Иштерәк ауылына күскән тип фараз итәләр.
Ижады
үҙгәртергәБеҙҙең замандарға тиклем Мәүлә Ҡолойҙың 75 шиғыры килеп еткән[2]. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡорттар араһында киң таралған.
Шағирҙың ижади мираҫы тик ХХ быуаттың 20-се йылдарында ғына өйрәнелә башлай. 1925 йылда башҡорт яҙыусыһы Фазыл Туйкин үҙенең тыуған ауылында — Зәй-Ҡаратай ауылында Мәүлә Ҡолойҙың ҡулъяҙмаһын[3] таба һәм ваҡытлы матбуғатта бының тураһында хәбәр итә[4]. Ғабдрахман Сәғди был ҡулъяҙма менән яҡындан таныша, һәм 1927 йылда 440 бәйеттән торған шиғырын баҫтырып сығара. Шағирҙың барлығы биш әҫәрҙәр исемлеге — Башҡорт АССР-ында, Силәбе өлкәһендә, Санкт-Петербургта һәм Татар АССР-ында табыла. 1974 йылда археографик экспедициялар барышында Башҡортостандың Баҡалы районы Камай ауылында Мәүлә Ҡолойҙың шиғырҙары менән ҡулъяҙманы табалар[5].
Мәүлә Ҡолойҙың хикмәттәрендә суфыйсылыҡ идеялары аша донъяуи мотивтар ҙа сағыла. Ул хеҙмәт кешеләрен данлай, донъяның етешһеҙлеге, ғүмер итеүҙең әһәмиәте һәм кешеләрҙең үҙ-ара (ғаилә, балалар, дуҫтар, дошмандар араһында) мөнәсәбәттәре хаҡында уйлана[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хусаинов Г. Б. Кулуй Мавля.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 356. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ 2,0 2,1 Надергулов М. Х., Идельбаев М. Х. Башкирская литература в XVI—XVIII вв.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 422. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- ↑ Ҡулъяҙма Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтында һаҡлана.
- ↑ Мавля Кулуй.// История литературы Урала. Конец XIV—XVIII вв./ Гл. ред. В. В. Блажес, Е. К. Созина. — М.: Языки славянской культуры, 2012. — С. 111—112. — 608 с. — ISBN 978-5-9551-0602-1.
- ↑ Ҡулъяҙма Тарих, тел һәм әҙәбиәт иститутының Ғ. Б. Хөсәйенов исемендәге ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана.
- ↑ Хөсәйенов Ғ. Б. Мәүлә Ҡолой // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 1-се т. Өфө, 1999.
- Мавля Кулуй.// История литературы Урала. Конец XIV—XVIII вв./ Гл. ред. В. В. Блажес, Е. К. Созина. — М.: Языки славянской культуры, 2012. — С. 111—112. — 608 с. — ISBN 978-5-9551-0602-1.
- Мәүлә Ҡолой.// Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда.. — Өфө: Китап, 1990. — Т. 1. — С. 450—458.
- Хусаинов Г. Б. Новонайденные рукописные хикметы Мавли Кулуя. //Письменные памятники Башкирии. Уфа, 1982.
- Хусаинов Г. Б. Башкирская литература XI—XVIII вв.: Учебн. пособ. для вузов.. — Уфа: Гилем, 1996. — С. 450—458. — 193 с. — ISBN 5-7501-0020-0.
- Шәрәфетдинова Л. Р. Башҡорт шиғриәтендә суфыйсылыҡ сығанаҡтары // Ағиҙел : журнал. — 2007. — № 5. — С. 98—114.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хөсәйенов Ғ. Б. Мәүлә Ҡолой // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Хусаинов Г. Б. Кулуй Мавля.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 356. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.