Викидатала элемент юҡ

Мөғәллим — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимология

үҙгәртергә

Мөғәллим ғәрәп теленән үҙләштерелгән исем — өйрәтеүсе, уҡытыусы[1]


Фамилияла

үҙгәртергә

Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы (1 август 1948 йыл — 27 март 2020 йыл) — шағир, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы депутаты. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстандың халыҡ шағиры (2005) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), Башҡортостандың (1998) һәм Марий Элдың (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1994). Татарстандың Ғабдулла Туҡай (1998) һәм Муса Йәлил (1982) исемендәге дәүләт премиялары, шулай уҡ А. Алиш (1997), Ф. Кәрим (2002), Г. Локке (2007), Н. Нәжми (2011), Ҡ. Насыри (2011) исемендәре әҙәби премиялар лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2013).

Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы (1904 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сежанты, гвардия кесе ветеринария фельдшеры, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры.

Мөнирова Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы (Q107043294) (1 ноябрь 1963 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), хореограф. Өс тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә (2000, 2009, 2013).

Ғарифуллин Ҡәҙим Мөғәллим улы (1 май 1932 йыл) — иҡтисадсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Татарстан Республикаһының (1994) атҡаҙанған иҡтисадсыһы. 285 бит күләмле 190-ға яҡын ғилми-методик эштәре баҫтырып сығарылған. Ғилми тикшеренеү эштәренең төп йүнәлеше: бухгалтер иҫәбе ысулын яҡшыртыу, сәнәғәттә иҫәпләү техникаһының заманса сараларын ҡулланыу, сығымдарҙы иҫәпләү, продукцияның үҙҡиммәтен калькуляциялау.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Мөғәлимә апай — Фәнил Әсәнов әҫәре.[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ