Мөхәмәтшин Ғәлимйән

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант, отделение командиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Мөхәмәтшин Ғәлимйән (башҡа сығанаҡтар буйынса исеме Ғәлләм, атаһының исеме урынына Н инициалы күрһәтелгән[1]) (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 2-се эскадроны отделениеһы командиры[1].

Мөхәмәтшин Ғәлимйән
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1918
Тыуған урыны Моҡас ауыл Советы, Баймаҡ районы, СССР
Дата исчезновения человека 10 июль 1942
Ерләнгән урыны Икенсе Тербуны
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәлимйән Мөхәмәтшин 1918 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Моҡас ауылында<[1] тыуған. Баймаҡ үҙәк китапханаһы мәғлүмәттәренә ярашлы яугирҙың исеме Ғәлимйән[2]. Һуғыш башланғас, БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 1-се эскадроны взводында командир ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә (хәҙер Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһе) Тербуны районы тирәһендәге аяуһыҙ алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[1]. Яугирҙың һуңғы төйәге — Икенсе Тербуны ауыл биләмәһендәге туғанлыҡ ҡәберлегендә. Кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар исемлегендә Моҡас ауыл Советында йәшәгән ҡатыны Мөхәмәтшина Заһира күрһәтелгән[3].

1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[4]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә