Мөхәмәтшин Игорь Тимербулат улы
Мөхәмәтшин Игорь Тимербулат улы (15 август 1963 йыл) — вице-адмирал, һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе (русса — подводник). 2019 йылдың 1 мартынан — Рәсәй Федерацияһы Хәрби-Диңгеҙ флоты Баш командующийының ҡоралдар буйынса урынбаҫары.
Мөхәмәтшин Игорь Тимербулат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 август 1963 (61 йәш) |
Тыуған урыны | Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Тымыҡ океан хәрби-диңгеҙ институты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | вице-адмирал[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәИгорь Тимербулат улы Мөхәмәтшин 1963 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Нефтекама ҡалаһында тыуған. 1986 йылда Макаров исемендәге Тымыҡ океан Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһен гидроакустик һөнәре буйынса тамамлай һәм Төньяҡ Флоттың Ҡыҙыл Байраҡ орденлы атом һыу аҫты кәмәләре флотилияһына хәрби хеҙмәтен дауам итергә ебәрелә. Бында төркөм инженеры һәм төркөм командиры, атом һыу аҫты кәмәһе командирының ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы, командиры, артабан атом һыу аҫты кәмәләре берләшмәһе командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
1994 йылда Рәсәй Федерацияһы Хәрби-Диңгеҙ флотының Юғары махсус офицерҙар курсын, 2001 йылда адмирал Н. Г. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһын тамамлай. 2006 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын отличие менән бөтөргәндән һуң Тымыҡ океан флотының атом һыу аҫты кәмәләре эскадраһының штаб начальнигы һәм эскадра командиры вазифаларында хеҙмәтен дауам итә. 2010 йылдың 9 июленән Төньяҡ Флоттың Һыу аҫты көстәре командующийы була[1].
2012 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Игорь Мөхәмәтшин адмирал Н. Г. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһының етәксе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Президенттың 2014 йылдың 22 февралендәге указына ярашлы уға «вице-адмирал» хәрби дәрәжәһе бирелә.
Артабан Игорь Мөхәмәтшин Тымыҡ океан Флотының Һыу аҫты көстәре командующийы була[1].
2016 йылдың 1 июленән Балтик флотының штаб начальнигы—командующийҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы[1].
2016 йылдың 7 октябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән вице-адмирал Игорь Мөхәмәтшин Балтик флотының штаб начальнигы — командующийҙың беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә[2].
2019 йылдың 1 мартында Рәсәй Федерацияһы Хәрби-Диңгеҙ флоты Баш командующийының ҡоралдар буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 http://viperson.ru/people/muhametshin-igor-timerbulatovich Сайт «Виперсон». Мухаметшин Игорь Тимербулатович – биография
- ↑ Вице-адмирал Игорь Мухаметшин назначен начальником штаба Балтийского флота. Сетевое издание «РИА Новости». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 октябрь 2016)
- ↑ Назначен новый заместитель главкома ВМФ по вооружению. ТАСС, 1 марта 2019 года 2019 йыл 13 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 август 2019)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Секреты контр-адмирала. АиФ Камчатка (рус.)
- Соединения Тихоокеанского флота 2014 йыл 28 февраль архивланған. (рус.)
- Новые назначения на Северном флоте (рус.)
- Моряки и корабли. Мухаметшин Игорь Тимербулатович 2016 йыл 6 март архивланған. (рус.)
- Северный флот 2019 йыл 22 ғинуар архивланған. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Прямая линия. Игорь Мухаметшин.
- Контр-адмирал Игорь Мухаметшин, ранее исполнявший должность командующего подводными силами СФ, указом президента РФ назначен замначальника Военно-морской академии имени адмирала Кузнецова (рус.)
- Указ Президента Российской Федерации о присвоении воинских званий и высших специальных званий. 22 февраля 2014 года (рус.)