Тәвкилев Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы

Тәвкилев Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы (1805 — 2 ғинуар 1885) — Ҡасим нәҫеленән Тәвкилевтар мырҙаһы, мөфтөй (1865—1885).

Тәвкилев Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы
4 Мөфтөй, Ырымбур мосолман диниә йыйылышы
28 апрель 1865 йыл — 2 ғинуар 1885 йыл
Алда килеүсе: Ғәбделвәхит Сөләймәнов
Һуңынан килеүсе: Мөхәмәтйәр Солта́нов
 
Тыуыуы: 1805({{padleft:1805|4|0}})
Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, Килем ауылы
Вафаты: 2 ғинуар 1885({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, Өфө ҡалаһы
 
Наградалары:
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы Тәвкилев үҙенең карьераһын хәрби хеҙмәттә башлай. 18261833 йылдарҙа Павлоград гусар полкы штаб-ротмистры , 18281829 йылдарҙа Урыҫ — төрөк һуғышында, 18301831 йылдарҙа поляк ихтилалын баҫтырырыуҙа ҡатнаша. Николай I штаб-ротмистрҙы «Virtuti militari» поляк ордены менән бүләкләй.

Армиянан ҡайтҡас, алпауыт хужалығы менән шөғөлләнә, уның Ырымбур губернаһында 3 мең десятинанан артыҡ ере була. 18481851 йылдарҙа Ырымбур губернаһының Бөгөлмә өйәҙе дворяндары башлығы була. 1852 йылда Мәккәгә хаж ҡыла.

1865 йылдың 28 апрелендә Александр II указына ярашлы мөфтөй посына һәм Ырымбур мосолман диниә йыйылышы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Тырыш хеҙмәте өсөн 1-се дәрәжә Изге Станислав , 1-се дәрәжә Изге Анна, 1-се дәрәжә Изге Владимир ордендары менән наградлана.

Бер нисә губерна попечителлек комитеттары ағзаһы һәм директоры була. Мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнә. Уның аҡсаһына Ырымбур өйәҙенең Ураҡбаш ауылында йәшәүселәре 18621870 йылдарҙа яңы мәсет төҙәләр. Сәлимгәрәй Тәвкелевтың нәҫеле булмай, шуға күрә ул үҙенең мөлкәтен туғандарына тарата һәм бик күп аҡсаһын мәсет һәм мәктәптәр төҙөүгә мираҫ итеп ҡалдыра. Ошо уҡ ваҡытта 2 мең десятина ере ваҡуф итеп Өфөлә асылған мосолман приютына һәм ҡарт-ҡоролар (ғәриптәр) йортона тапшырыла.

Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсете биләмәһендә ерләнгән.

Наградалары

үҙгәртергә

7 орден, шул иҫәптән, 1-, 2-, 3-, 4-се дәрәжә Изге Анна ордены менән наградлана.

Алдан килеүсе:
Сөләймәнов Ғәбделвәхит
Ырымбур мөфтөйө
( Ырымбур мосолман диниә назараты рәйесе)

18651885
Һуңынан килеүсе:
Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәрип улы Солтанов