Мөхәммәттең фарманы
Мөхәммәттең фарманы («Ахтинаме», «Аштинамә»; грек. Αχτιναμέ του προφήτη Μοχάμεντ; фарс. فرمان — фарман) Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 620-се йылдарҙа Изге Екатерина монастырына биргән һаҡ грамотаһы. Фарманда монастырға тейелгеһеҙлек, унда ғибәҙәт ҡылыу иреклеге гарантиялана, шулай уҡ синай монахтарына һалым ташламалары бирелә.
Мөхәммәттең фарманы | |
Тарихы
үҙгәртергәМөхәмәттең с.ғ.с. Бәҙер һуғышында еңеүенән һуң (622 йылдың 1 мартында) Синай монастыры Мәҙинәгә бүләктәр менән делегация ебәрә. Монахтар монастырға Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡулы эҙе менән раҫланған һаҡ грамотаһы менән әйләнеп ҡайта. Өҫтөнлөк биреү сәбәптәрен архиепископ Констандиус хәбәр итә[1]:
Мөхәммәт рисәләте башлағанда үҙен Синайҙа ҡабул итеү менән ҡәнәғәт булып, Синайҙыҡылырҙың тыныс һәм изге тормош ҡағиҙәләре менән йәшәүен билдәләп, рәхмәт йөҙөнән, элгәре Юстиниан I биргән өҫтөнлөктәргә үҙенең дә мәғлүмәттәрен өҫтәп, вариҫтарына яҙма васыят ҡағыҙы биргән.
Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, Урта быуаттарҙа «…мосолмандарҙың синай монахтарына ҡарата илтифатына килгәндә, риүәйәт буйынса, Мөхәммәт тарафынан Синай монастырына бирелгән Фарман (һаҡлау грамотаһы) йоғонто яһай, … мосолмандарҙың дингә ҡарата түҙемлеге буйынса ғәжәпләнеү предметы булып тора»[2]. Әммә, өҫтөнлөктәргә ҡарамаҫтан, IX быуат башына монахтар һаны кәмей башлай, улар ни бары 30 ғына ҡалған. Монахтар тормошо тик Тәре яуҙары осоронда, Синай тәре йөрөтөүселәр ордены Европанан монастырға юлланған ғибәҙәт ҡылыусыларҙы һаҡлау бурысын үҙ өҫтөнә алғас ҡына терелеп китә.
1517 йылда солтан Сәлим I Мысырҙы яулап алғас, һәм монастырҙың хәүефһеҙлеге ҡурҡыныс аҫтында ҡалғас, монахтар Мөхәммәт фарманын яулап алыусыларға күрһәтә. Солтан документты Истанбулға һорап алдырта, уны солтан хазинаханаһына һалып, монахтарға фармандың төрөк теленә тәржемәһен ебәрә[3]. Фирманың күсермәһе монастырь галереяһында иконалар күргәҙмәһендә урынлаштырылған. Архимандрит Арсений үҙенең "Сиркәү ваҡиғалары йылъяҙмаһы"нда ошо хаҡта хәбәр итә[4].
Фарман нөсхәләре
үҙгәртергәФарман тирегә ғәзәлдәр күфә яҙмаһы менән яҙылған һәм Мөхәммәттең ҡулы менән нығытылған. Грамотаның ике тексы билдәле:
- ғәрәп телендәге төп нөсхә (Истанбулда һаҡлана);
- XVI быуатта яһалған, көнсығыш зауығына ярашлы иң нәфис һүҙбәйләнештәр өҫтәлгән инеш һәм йомғаҡлау менән төрөк теленә тәржемәһе. Шулай итеп, Синай монастырында һаҡланған был документ үҙ йөкмәткеһе буйынса ғәрәп телендәге төп нөсхәгә ҡарағанда ҙурыраҡ булып сыға.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Соколов И. И. Состояние монашества в Византийской церкви с середины IX до начала XIII века (842—1204). Опыт церковно-исторического исследования. М., 2003. С. 93. ISBN 5-89740-090-3
- ↑ Соколов И. И. Состояние монашества в Византийской церкви с середины IX до начала XIII века (842—1204). Опыт церковно-исторического исследования. М., 2003. С. 93. ISBN 5-89740-090-3
- ↑ Маковеев О. Р. Синайский монастырь и Фирман Мухаммеда 2006 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ Архимандрит Арсений. Летопись Церковных событий и гражданских, поясняющих Церковные — от Рождества Христова до 1879 года . Дата обращения: 25 декабрь 2008. Архивировано 16 февраль 2008 года.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Mohammed and the Holy Monastery of Sinai (Официальный Сайт монастыря Святой Екатерины) (инг.)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |