Мөкәй (рус. Мукаево) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 259 кеше[1]. Почта индексы — 453013, ОКАТО коды — 80235845004.

Ауыл
Мөкәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°18′25″ с. ш. 56°17′47″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 845 004

ОКТМО коды

80 635 445 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мөкәй (Рәсәй)
Мөкәй
Мөкәй
Мөкәй (Башҡортостан Республикаһы)
Мөкәй


Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) барышында өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (96 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 250
1920 йыл 26 август 419
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 480
1959 йыл 15 ғинуар 457
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 290
2002 йыл 9 октябрь 356
2010 йыл 14 октябрь 259 135 124 52,1 47,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ (урамы) ( рус.  Дружбы(улица))
  • Урман (урамы) ( рус.  Лесная(улица))
  • Йәштәр (урамы) ( рус.  Молодежная(улица))
  • Яр буйы (урамы) ( рус.  Набережная(улица))
  • Яңы (урам) ( рус.  Новая(улица))
  • Еңеү (урамы) ( рус.  Победы(улица))
  • Ялан (урамы) ( рус.  Полевая(улица))
  • Шишмә (урамы) ( рус.  Родниковая(улица))
  • Үҙәк (урам) ( рус.  Центральная(улица))
  • Мәктәп (урамы) ( рус.  Школьная(улица))
  • Көньяҡ (урам) ( рус.  Южная(улица))[3]

Ауылға йөҙ башы Мөкәй Күләев нигеҙ һалған. Улдарының һәм ейәндәренең исемдәре 1816 йылдағы VII ревизияла күрһәтелгән. Был ваҡытҡа уларҙың иң олоһо Ҡаҙаҡ Мөкәевкә 75 йәш булған (уның улы Аҡкөбәк, ейәне Хисаметдин). 1787 йылғы алпауыт А. И. Чирковҡа аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн һатыу тураһындағы бер документта Ҡаҙаҡ Мөкәев исеме лә телгә алына. Икенсе улы Әлибай Мөкәев (1751—1834), уның улдары Үлмәҫҡол һәм Мөхәмәтшәриф була. Кесеһе Рәхмәтулла 1777—1844 йылдарҙа йәшәй (уның улдары Ғибәтулла, Хисмәтулла һәм Төхвәтулла). Рәхмәтулла Мөкәев йөҙ башы дәрәжәһендә йорт старшинаһы ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Халыҡ араһында Һалдат (Һалдатов) тигән исем һирәк осрай.

Ауыл халҡы араһынан Төңгәков, Йәрмөхәмәт Илишев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

1839 йылда 20 йортта 139 кеше 300 ат, 200 һыйыр, 20 һарыҡ һәм 25 кәзә тотҡан. Умартасыларҙың 100 умартаһы булған. Улар 216 бот ужым һәм 616 бот яҙғы иген сәскән, йәғни һәр кешегә 5,9 бот[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә