Мәһәҙиев Ғәфүр Дәүләткирәй улы
Мәһәҙиев Ғәфүр Дәүләткирәй улы (рус. Магадеев Гафур Давлеткиреевич; 8 май 1946 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип: акушер-гинеколог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).
Мәһәҙиев Ғәфүр Дәүләткирәй улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 8 май 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Абҙан, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәфүр Дәүләткирәй улы Мәһәҙиев 1946 йылдың 8 майында Ейәнсура районы Абҙан ауылында тәржемәсе (Ҡөрьән Кәримде тәүге булып башҡорт теленә тәржемә иткән), журналист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мәһәҙиев Дәүләткирәй Дәүләтбай улы[1] ғаиләһендә донъяға килгән. Ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре кандитаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы — атаһының бер туған ҡустыһы.
Ғәфүр Дәүләткирәй улы Абҙан урта мәктәбен тамамлай һәм 1966 йылда Башҡортостан медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә.
Хеҙмәт юлын Әбйәлил районы Асҡар үҙәк район дауаханаһында башлап ебәрә, 1973 йылдан уның баш табибы булып эшләй. Тап ошонда ул гинеколог һөнәре буйынса белгескә әйләнә лә. Әсәһенең 1943 йылдан 1947 йылға тиклем Абзан участка больницаһында акушерка булып эшләүе лә, бәлки, өлгө булғандыр[2].
1978 йылдан Ейәнсура районы Абҙан участка дауаханаһында, 1983 йылдан — Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы табибы булып хеҙмәт итә[3].
2001 йылда Ғәфүр Дәүләткирәй улы Мәһәҙиевҡа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исем бирелә[4].
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны Светлана Рауил ҡыҙы Ураҡаева менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғәфүр Дәүләткирәй улы ейәндәрендә лә туған телгә, милли мәҙәниәткә тәрбиә орлоҡтары һала[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ МӘҺӘҘИЕВ Дәүләткирәй Дәүләтбай улы
- ↑ Гафур и Светлана Магадеевы
- ↑ РОО «Ассоциации акушеров-гинекологов РБ» Магадеев Гафур Давлеткиреевич
- ↑ Указ Президента РБ от 27.12.2001 N УП-644 «О присвоении почетного звания „Заслуженный врач Республики Башкортостан“ Аминовой А. А., Ахметшиной М. Р. и Магадееву Г. Д.» 2021 йыл 10 май архивланған.
- ↑ Магадеев Гафур Давлетович -заслуженный врач Республики Башкортостан вдохновил своих внуков, и не только их, исполнением танца «Перовский»//Родословные — история народа