Мәүлитов Рифат Рәхмәтулла улы

ғалим, юғары мәктәп эшмәкәре

Мәүлитов Рыфат Рәхмәтулла улы (20 март 1926 йыл — 26 март 2000 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы, профессор (1975). 1961—1991 йылдарҙа Өфө авиация институты ректоры. РСФСР‑ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР‑ының (1972) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1967, 1976) ордендары кавалеры.

Мәүлитов Рифат Рәхмәтулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Бүздәк районы, СССР
Вафат булған көнө 26 март 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1] (74 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рыфат Рәхмәтулла улы Мәүлитов 1949 йылда Өфө авиация институтын отличие менән тамамлай[2]. Кандидатлыҡ диссертацияһын МАТИ (1953), докторлыҡ диссертацияһын — КАИ-ла (1975) яҡлай.

УАИ лабораторияһында инженер булып эшләй (1949); аспирантурала уҡый һәм Мәскәү авиация институтында ассистент (1949…1953) булып эшләй. Артабанғы йылдарҙа УАИ-ӨДАТУ-да: өлкән уҡытыусы (1957—1953), доцент (1957—1960); 1960 йылдан алып институттың уҡыу-уҡытыу һәм ғилми эштәр буйынса проректоры, профессор (1960—1961); институт ректоры (1961—1992). Материалдар ҡаршылығы кафедраһы мөдире (1994—1973). Рәсәй Фәндәр академияһының механика институты директоры 1992 йылдан 1998 йылға тиклем[3]. Милләте — татар[4].

Өфө ҡала советының бер нисә саҡырылыш депутаты.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары — деформацияланған ҡаты есем механикаһы өлкәһе, авиация конструкцияларының һығылмалы пластик деформация һәм көсөргәнеш концентрациялары шарттарында ныҡлы һәм ышаныслы булыуы.

Мәүлетов Р. Р. — 100-ҙән ашыу ғилми публикация авторы. Улар араһында ике монография: Һыр ныҡлығын һәм ышаныслылығын арттырыу.- М.: Машиналар эшләү, 1979; Авиация конструкциялары элементтарындағы көсөргәнеш концентрацияһы. — М.: Наука, 1981. Дөйөм күләме - 100-ҙән ашыу автор баҫма биттәре.

Уның үткәргән тикшеренеүҙәре Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара программаларға индерелгән; һөҙөмтәләре киң танылыу алған, бер нисә дәүләт стандарттарына ингән.

Инженерлыҡ юғары уҡыу йорттарында ныҡлыҡ теорияһы өлкәһендә студенттар әҙерләү проблемаһы ваҡытлы матбуғатта, 20-нән ашыу уҡыу әсбаптары һәм методик эштәрҙә дөйөмләштерелгән. Улар араһында «Материалдар ҡаршылығы»: М.: Наука, 1986 уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәр бар.

Дүрт фән докторы һәм 10-дан ашыу фән кандидатын әҙерләгән һәм консультациялаған.

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Китаптары

үҙгәртергә
  • Р. Р. Мавлютов «Высшая школа глазами ректора» . — Уфа.: Изд-во уфимского авиационного института, 1992. ISBN 5-7035-0518-6
  • Р. Р. Мавлютов «Дорога жизни» — Уфа.: Изд-во уфимского авиационного университета, 2001. (издано посмертно)
  • Биргер И. А., Мавлютов Р. Р. «Сопротивление материалов», 1994 (дәреслек)
  • 2000 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Р. Р. Мәүлитов исемендәге премия булдыра.
  • Рыфат Мәүлитов хөрмәтенә Өфө дәүләт авиация техник университетының беренсе корпусына ингән урында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Өфө дәүләт авиация техник университетында йыл һайын Бөтә Рәсәй йәштәре өсөн «Мәүлетов уҡыуҙары» фәнни конференцияһы үткәрелә.[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Уральская историческая энциклопедия
  3. Мавлютов Рыфат Рахматуллович на сайте ИС АРАН
  4. Тайфур Сагитов «С думой о Салавате» (очерк). Уфа, издательство Китап, 1997 год
  5. Мавлютовские чтения (недоступная ссылка — история). Проверено 11 июня 2012. Архивировано 11 июня 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә