Элекке ҡала мещан училищеһы бинаһы (Мәскәү)

Элекке ҡала мещан училищеһы бинаһыМәскәү ҡалаһында урынлашҡан элекке ҡала мещан училищеһы бинаһы. XIX быуат башында Д. Н. Лопухин заказы буйынса архитектор А. Н. Бакарев төҙөгән. Бина артабан бер нисә тапҡыр милексеһен үҙгәртә һәм яңыртып ҡорола. 1835 йылдан 1918 йылға тиклем бинала ҡала мещан училищеһы урнаша, артабан — Тау академияһы. Хәҙерге ваҡытта бинаны МИСиС составында Тау институты биләп тора.

Элекке ҡала мещан училищеһы бинаһы
Нигеҙләү датаһы 1799
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Якиманка[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602941?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Ленинский проспект, 6, строение 3
Карта
 Элекке ҡала мещан училищеһы бинаһы (Мәскәү) Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Д. Н. Лопухин йорто үҙгәртергә

Бина төҙөлгән урында XVIII быуатта татар заяраты булған. 1771 йылда зыярат ябыла, ә зыярат биләмәһен һәм тирә-яғындағы Волынский ерҙәрен граф А.Г. Орлов-Чесменский һатып ала. 1799 йылда биләмәһен ҡәйнеше Д. Н.Лопухинға һата.[2][3]

Шул уҡ 1799 йылда, Д. Н.Лопухин өсөн усадьба комплексы төҙөлә башлай. А. Н. Бакарев архитектор була.[4][3] Фасад яғы Калуга урамына ҡараған фигелле ике ҡатлы йорттар бер ҡатлы бина менән тоташҡан. Төҙөлөш эштәре 1803 йылда тамамлана.[2][5]

1809 йылда Лопухин вафат була һәм йорт уның туғанының ҡыҙы, графиня А. А. Орловой-Чесменскаяға күсә. Ул, үҙ сиратында, йортто Полторацкийҙар ғаиләһенә һата. Яңы милекселәр йортто В. П. Стасов проекты буйынса үҙгәртеп ҡорорға тотоналар. 1812 йылгы Мәскәүҙә янғын ваҡытында бина зыян күрмәгән, әммә һуңыраҡ, 1815 йылда, ағастан төҙөлгән икенсе ҡат барыбер янған.[5] Шуға ҡарамаҫтан, француздарҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығарыу хөрмәтенә, 1914 йылда тап ошо йортта Парижды алыу хөрмәтенә тантаналы кисә була.[2][3]

Ҡала мещан училищеһы бинаһы үҙгәртергә

1832 йылда Мәскәү сауҙагәрҙәр йәмғиәте Полторацкийҙарҙың барлыҡ биләмәләрен һатып ала. Йортта берни ҡәҙәр ваҡыт сауҙәгәр Андреев бүлеге урынлашҡан була.[2] 1835 йылда усадьбаның төп бинаһы Мәскәү мещандар йәмғиәтенең ирҙәр медицина училищесына күсә. Ремонт эштәре 1836 йылдан 1839 йылға тиклем М. Д. Быковский етәкселегендә алып барыла; йорттоң дөйөм күренеше бөтөнләй үҙгәртелә[3][5][6]. Бынан тыш, үҙгәртеп ҡороу ваҡытында көмбәҙле йорт сиркәүе, шулай уҡ ғибәҙәтханаға инеү ишеге эшләнә.[4]

1843 йылда бинала ҡатын-ҡыҙҙыр медицина училищеһы ла эшләй башлай[5]. Уҡыусылар һаны даими рәүештә үҫә, шуға күрә XIX быуаттың икенсе яртыһында бина, архитекторҙар П.С. Кампиони һәм А. С. Каминский етәкселегендә, киңәйтелә һәм реконструкциялана. 1867 йылда училище территорияһы Калуга урамы яғынан суйын ҡоймә менән кәртәлеп алына.[5][3]

Тау институты бинаһы үҙгәртергә

 
Тау академияһы. 1920-се йылдар

Октябрь революцияһынан һуң , 1918 йылда мещан училищеһы корпусы Тау академияһына тапшырыла.[4][3] 1930 йылда академия бер нисә уҡыу йортона тарҡала. Элеккеге мещан училищеһы бинаһында Тау институты урнашан[2]. 1932 йылға тиклем бина өс ҡатлы булһа, ике йылдан фасады үҙгәртелә һәм биш ҡатлы итеп төҙөлә. [4]. Проект менән В. Ф. Кринский һәм А. М. Рухлядев етәкселек итә. Төп инеү порталын һигеҙ таусы статуяһы менән Б. М. Иофан биҙәй.[5][3] Элекке усадьба флигелдәре шулай уҡ юғары уҡыу йорттарына тапшырыла: һул яғында нефть институты, уҡ яғында ҡорос институты.[5]

Хәҙерге ваҙытта бинала Мәскәү дәүләт тау университеты урынлашҡан, 2014 йылдан бирле Милли тикшеренеү технология университеты эшләй. Бина региональ әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнә.[7]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Постановление Правительства Москвы № 1102-ПП от 11.12.2001
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Сытин, 1958, с. 549
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Константин Гацунаев. Московское городское мещанское училище. Узнай Москву.
  4. 4,0 4,1 4,2 Вострышев, Шокарев, 2011, с. 18
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Рогачев, 2015
  6. Сытин, 1958, с. 550
  7. Московское городское Мещанское училище. Mosculture.ru.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә