Мәскәү-Новгород һуғыштары
Мәскәү-Новгород һуғышы — Мәскәү Бөйөк кенәзлеге һәм уның номиналь вассалы[1] Новгород республикаһы араһында 1456 йылдан 1478 йылдарға тиклем (өҙөклөктәр менән) булған һәм новгородтарҙың еңелеүе менән тамаланған хәрби низағтар. Мәскәү-Новгород һуғышы шул иҫәптән Беренсе (1456), Икенсе (1471) һәм Өсөнсө Мәскәү-Новгород һуғышын (1477—1478) үҙ эсенә ала. Мәскәүҙәрҙең өсөнсө походы һөҙөмтәһендә Новгород республикаһы биләмәләре тулыһынса Мәскәү кенәзлегенә ҡушыла. Күп кенә тарихсылар был ваҡиғаны Рус дәүләтен үҙәкләштереүҙең башы тип иҫәпләй.
Мәскәү-Новгород һуғыштары |
1456 йылдағы поход һәм Яжелбицы солохо
үҙгәртергәНизағ тамырҙары Дмитрий Донской вариҫтарының ике тармағы араһындағы 1425—1453 йылдарҙағы феодаль һуғышҡа барып тоташа. Уның төп өлөшөн Василий Темный менән Дмитрий Шемяканың ҡаршылығы тәшкил итә. Бөйөк кенәзлек өсөн көрәштә еңелгәндән һуң Шемяка Новгородта ҡабул ителә. 1449 йылда Василий Темный Польша короле һәм Бөйөк Литва кенәзе Казимир IV менән солох килешеүе төҙөй, уға ярашлы ике яҡ та икенсе яҡтың эске сәйәси дошмандарын ҡабул итмәҫкә йөкләмә ала, ә Литва Новгородҡа дәғүәләренән баш тарта[2]. 1453 йылда Василий үҙенең кешеләре аша Новгородта Шемяканы ағыулауҙы ойоштора.
Һуғыштың иң мөһим һәм хәл иткес алышы Руса ҡалаһы эргәһендә була. Мәскәү ғәскәрҙәре ҡаланы ҡаршылыҡһыҙ тикрлек ала. Новгородтар Русаны кире ҡайтарырға тырышып ҡарай, әммә баштағы уңышҡа ҡарамаҫтан, ҡаты еңелеүгә дусар булалар һәм ҡасалар. Бынан һуң мәскәүҙәр Демян ҡәлғәһен ҡамай һәм Молвотица һәм Стерж ҡалаларын ала[3]. Күпмелер ваҡыт үткәс, Василий Темныйға Новгород архиепискобы етәкселегендәге илселәр килә. Новгород Мәскәүгә ҙур контрибуция — 15 меңгә яҡын һум түләй, әммә бойондороҡһоҙ булып ҡала.
Яжелбицы солохонан һуң Новгородтағы хәл-торош
үҙгәртергәБөйөк Новгородта вече кеүек демократик институт булыуға ҡарамаҫтан, новгородтарҙың барыһы ла бойондороҡһоҙлоҡ яҡлы булмай һәм Мәскәүгә ҡаршы һуғышырға теләй. Ябай, бай булмаған халыҡтың хоҡуҡтары үтәлмәй, улар вечела ла ҡатнаша алмай. Байҙар менән ярлылар араһындағы айырма арта, был ябай халыҡтың үҙҙәре өсөн түгел, ә баярҙар өсөн һуғышып йөрөү теләген өҫтәмәй.
1460 йылда бөйөк кенәз Василий Васильевич Бөйөк Новгород хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн илсе булып Бөйөк Новгородҡа бара. Вечела новгородтар кенәзгә ҡаршы асыҡтан-асыҡ сығыш яһай, хатта уны үлтерергә маташа. Шулай итеп, яңы низағ тоҡана. Уны архиепископ Ион, новгородтарҙы Бөйөк Новгородҡа татарҙар менән мәскәүҙәр һөжүм итеү ихтималлығы менән ҡурҡытып, ҡына хәл итә. Әммә 1463 йылда Бөйөк Новгород Псковҡа ливон рыцарҙарының сираттағы һөжүмен кире ҡағырға ярҙам итмәй. Бары тик Мәскәү ғәскәре генә уларҙы кире ҡаға. Ул ғына ла түгел, Бөйөк Новгород Псковҡа ҡарата дошманлыҡ позицияһын биләй. Әммә Мәскәү кенәзе Иван III оҫта сәйәсәте низағты яйлау мөмкинлеге бирә. Яңы конфликт 1470 йылда тыуа.
1471 йыл походы
үҙгәртергә1470 йылдың ноябрендә Новгород илсеһенең Новгород архиепискобына Мәскәүгә килеү үтенесенә яуап итеп кенәзе Иван III Новгород адресына насар һүҙ ысҡындыра һәм был баярҙарҙар араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра һәм улар Мәскәү менән араны өҙөү тураһында белдерә. Ике яҡ араһындағы һөйләшеүҙәр һөҙөмтә бирмәй, 1471 йылдың яҙында бөйөк кенәз һәм уның кәңәшсеһе кисекмәҫтән поход башлау тураһында ҡарар ҡабул итә. Был бик хәүефле була: яҙ һыуыҡ килә, ҡар ғәскәргә хәрәкәт итергә ҡамасаулауы мөмкин. Әммә мыштырларға ярамай — Литва кенәзлеге лә, Алтын Урҙа ла Новгородҡа ярҙам итергә әҙер була.
Һуғыш һуғыштың беренсе көндәре тыныс үтә: мәскәүҙәр бер-бер артлы ҡалаларҙы яулап ала. Июнь аҙағында Волок Ламский һәм Торжок алына. 14 июлдә Шелон алышы үтә, унда Новгородтың 40 меңлек ғәскәре Псков һәм Мәскәүҙең 12 мең ғәскәре тарафынан тар-мар ителә. Алыш һөҙөмтәһен Мәскәү атлылары хәл итә. Новгородтың ойошмаған ғәскәре мәскәүҙәргә бер нисек тә ҡаршы тора алмай. Ике аҙна үткәс, (27 июль), Заволочьела Шиленьга йылғаһында алыш була, унда мәскәүҙәр Двина ере халҡын еңә. Шул уҡ ваҡытта Коростындә тыныс һөйләшеүҙәр башлана. Новгородтар Коростынь солохона 15 мең һум самаһы аҡса түләй һәм Мәскәүҙән бойондороҡло булыуын де-факто таный. Шулай ҙа Мәскәүҙән формаль бойондороҡһоҙлоҡ һаҡлана. 1471 йылдағы операция уңышлы үтә. Новгородтар тағы бер тапҡыр Новгородтар баярҙарҙан башҡа бер кем дә Мәскәүгә ҡаршы сығырға теләмәгәнлеген раҫлай. Новгород республикаһы яҙмышы хәл ителә. Әммә һуңғы нөктә ете йыл һуңыраҡ ҡуйыла.
1477—1478 йылдарҙағы поход
үҙгәртергә1477 йылдың яҙында Мәскәүгә Новгородтан сираттағы илселәр килә. Уларҙы вече түгел, ә Новгородтың Мәскәүҙән бойондороҡло булыуын тиҙерәк танырға, шул рәүешле үҙҙәренең байлығын һәм ерҙәрен һаҡлап ҡалырға теләгән йоғонтоло баярҙар ебәр. Вечела был яңылыҡ ғауға ҡуптара. Мәскә яҡлы бер нисә баяр үлтерелә, валсҡа тағы ла Лива яҡлы партия килә. Әммә ул оҙаҡ ултырмай.
1477 йылдың 9 октябрендә Иван III Новгородҡа ҡаршы һуңғы походҡа сыға. 27 ноябрҙә Бөйөк кенәзе Новгородҡа килеп терәлә, әммә уны штурмларға ашыҡмай. Новгород ғәскәре лә ҡаланан сыҡмай. 5 декабрҙә Новгород һәм Мәскәү делегацияһы оҙаҡ һөйләшеүҙәр алып бара. Мәскәүҙәр һуңғы талабын ҡуя: «Вечу не быти, посаднику не быти, а государство нам своё держати». Новгордтар веченан да, посадниктан да баш тартырға ризалаша, әммә баярҙарҙың ере һаҡланып ҡалыу мәсьәләһен ҡарау һуҙыла. Был ваҡытта ҡалала аслыҡ башлана. Новгород патриоттары мәскәүҙәрҙең һөжүмен кире ҡаға, ҡаланы һаҡлай, Мәскәү яҡлылар алышта ҡатнашмай. 1478 йылдың 4 ғинуарында Иван III биләмәләрҙең, монастырь волостарының яртыһын һәм Новоторж волосын тулыһынса биреүҙе талап итә. 1478 йылдың 6 ғинуарында Новгород баярҙары был шарттарҙы ҡабул итә, шулай итеп, аҫабалыҡтарын һаҡлап ҡала. Һөйләшеүҙәр шуның менән тамамлана.
1478 йылдың 15 ғинуарында кенәз һәм Мәскәү чиновниктары ғәскәр оҙатыуында һуғышһыҙ ғына ҡалаға инә. 1471 йылдағы походтан айырмалы, бер ниндәй яза ла ҡулланылмай. Ҡайһы бер баяр ғаиләләре Мәскәүгә һөрөлә.
Новгород еренә дүрт наместник ҡуйыла, уларға судтарҙы алып барыу һәм биләмә менән идара итеү хоҡуғы бирелә. Вече йәшәүҙән туҡтай, баярҙар һәм архиепископ власы бөтөрөлә. Баяр һәм кенәз власы көрәшендә кенәз власы еңеп сыға. Новгород республикаһы ҡолатыла.
Новгород ҡушылғандан һуң
үҙгәртергәБөйөк Новгородта ауыл хужалығы, сәнәғәт, сауҙа хәҙер инде Мәскәү хакимлығында тормошҡа ашырыла. Әммә был власть тотороҡһоҙ була. Ерҙәрен һәм азатлығын һаҡлап ҡалған баярҙар Мәскәү хакимлығы менән риза булмайынса, 1483 йылда ҡаланы яңынан баҫып ала. Әммә был юлы оппозиция менән һуғыш булмай.
1484 йылда бөйөк кенәз Литва менән союздаш булыу (Новгородтың Лубяницаһы буйынса Мәскәүҙә Лубянка атамаһы шулай барлыҡҡа килә) өсөн сығыш яһаған баярҙарҙы Новгородтан ҡыуып сығара һәм баярлыҡты бөтөрә, ҡалған баярҙарҙы алпауыт, йәғни кенәзгә хеҙмәт иткән кешеләр итә. Новгород үҙенең бойондороҡһоҙлоғо өмөн Мәскәү менән көрәшеүҙе тулыһынса туҡтата.
1494 йылда Новгородта Ганза сауҙа йорто ябыла[4].
Опричнина ваҡытында Новгородты батша ғәскәрҙәре тар-мар итә (1569/70).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Мәскәүҙең Тверь менән көрәше
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Горский А. А. Русские земли в XIII—XIV веках: пути политического развития. — СПб.: Наука, 2016. — C. 63—67
- ↑ Греков И. Б., Шахмагонов Ф. Ф. «Мир истории. Русские земли в XIII—XV веках», «Молодая Гвардия», М., 1988. ISBN 5-235-00702-6
- ↑ Полное собрание русских летописей. Т.16. Летописный сборник, именуемый летописью Авраамки. Под ред. А. Ф. Бычкова и К. Н. Бестужева-Рюмина. — СПб, 1889. — С. 194—196
- ↑ Зуев М. Н. Хроника истории России. IX—XX век. М.—Дрофа, 1995 ISBN 5-7107-0440-7
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ю. Г. Алексеев. «Государь всея Руси». «Наука», 1991.
- Н. А. Шефов. «Битвы России». «Москва», 2004.