Мәрҙәнов Зиннур Шәйхулла улы

дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 1993—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Башҡортостан Республикаһы

Мәрҙәнов Зиннур Шәйхулла улы (10.10.1944) — дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 19932009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе. Милиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Баҡалы районының почётлы гражданы.[1][2].

Мәрҙәнов Зиннур Шәйхулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 октябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Үҫтем, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө полиция
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Зиннур Шәйхулла улы Мәрҙәнов 1944 йылдың 10 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Үҫтем ауылында тыуған.

Ҡамышлытамаҡ мәктәбенән һуң, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡыуын дауам итә.

Венгриялағы Совет Армияһы контингенты составында элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Мәскәүҙә Сит телдәр хәрби институтын отличие менән тамамлай[3].

Тормош һәм хеҙмәт юлы үҙгәртергә

1970 йылдан Башҡортостан Эске Эштәр министрлығының штабында эшләй.

Хеҙмәт барышында Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын һәм СССР Эске Эштәр министрлығы идаралыҡ Академияһының Свердловск факультетын тамамлай.

19871993 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эске Эштәр министрлығында паспорт-виза хеҙмәте начальнигы. 1993 йылда милиция полковнигы дәрәжәһендә отставкаға сыға.

19932009 йылдарҙа — илселек хеҙмәтендә, Өфө ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы вәкиллеге етәксеһе вазифаһында хеҙмәт итә. Эш сәфәре менән донъяның 26 илендә була.

«Баҡалы яҡташтар» йәмғиәте ағзаһы[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» (2009)
  • «Милиция отличнигы» тағылмалы билдәһе
  • Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Грамоталары[5]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә