Ғималова Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы
Ғималова Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы (22 июнь 1922 йыл — 24 июнь 2006 йыл) — ғалим-педагог-методист, әҙәбиәт белгесе. Педагогия фәндәре кандидаты (1961). РСФСР (1987) һәм Башҡорт АССР-ы (1969) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994).
Ғималова Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 22 июнь 1922 |
Тыуған урыны | Дыуан-Мәсетле, Златоуст өйәҙе, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 24 июнь 2006 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тикшеренеүсе, учёный-литературовед |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәМәрйәм Ғилметдин ҡыҙы Ғималова 1922 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы) Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған.
Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен,1953 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1949—1958 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 9-сы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Иң тәүгеләрҙән булып, уҡыусыһы Рәми Ғариповтың күңелендә ижад сатҡыһын күреп, уның әҙәби һәләтен үҫтереүгә этәргес биргән педагог.
ҒИМАЛОВА Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы [22.6.1922, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 24.9.2006, Өфө], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1961). РСФСР (1987) һәм БАССР (1969) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, РСФСР- ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). 1949 й. алып 1‑се Башҡ. респ. мәктәп‑интернаты уҡытыусыһы, 1958—91 йй. Милли мәктәптәр ҒТИ Башҡ‑н филиалының өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптәрҙә һәм пед. училищеларында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, ш. иҫ. башҡ. мәктәптәре өсөн башҡ. әҙәбиәте б‑са дәреслектәр авторы. -->
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒилми эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте менән бәйле. 200‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт яҙған. Ғилми хеҙмәттәре башлыса башҡорт мәктәптәре һәм педагогия училищелары өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр авторы.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Изучение родных литератур в национальных школах РСФСР. Л., 1982;
- Мәктәптә Баязит Бикбай ижадын өйрәнеү. Өфө, 1964;
- VI—VII кластарҙа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү. Өфө, 1972;
- X класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенә методик ҡулланма. Өфө, 1972;
- V—XI кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. Өфө, 1994.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡортостан энциклопедияһы — Ғималова Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы 2020 йыл 10 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2020)