Мүнкир үә Нәкир, шулай уҡ Мөнкир һәм Нәкир (ғәр. منكر ونكير‎ — мүнкирүн үә нәкирүн) — Ислам эсхатологияһында ҡәберҙәрҙә үлеләрҙән һорау ала һәм язалай торған фәрештәләр (Ғазап әл-Ҡәбер). Мөнкир һәм Нәкир исемдәре йыш ҡына Сөннәттә телгә алына, әммә бер тапҡыр ҙа Ҡөрьәндә әйтелмәй. Ҡайһы бер фекер йөрөтөүселәр аяттарҙа гөнаһлыларҙы язалау тураһында һүҙ тап бына ошо фәрештәләр тураһында бара тип һанай.

Мүнкир үә Нәкир
Уолтерс ҡулъяҙмаһында Мүнкир менән Нәкир

Һорау алыу үҙгәртергә

Ислам эсхатологияһы буйынса, үлемдән һуң кешенең йәне Барзахҡа күсә, һәм ул шунда терелеү көнөнә тиклем ҡала.[1] Йыназаға килеүселәрҙән һуңғы кеше зыяраттан киткәс, Мөнкир һәм Нәкир фәрештәләр мәрхүм янына килеп өс һорау бирә: "Һеҙҙең Раббығыҙ кем? Һеҙҙең пәйғәмбәрегеҙ кем? Һеҙҙең динегеҙ ниндәй? ". Тәҡүә мөьмин өсөн дөрөҫ яуаптар — Раббыһы Аллаһ, Мөхәммәд — Уның пәйғәмбәре, һәм дине — Ислам . Әгәр ҙә мәрхүм дөрөҫ яуап бирһә, уның терелеү көнө нкөтөп үткәргән ваҡыты күңелле булыр. Фәрештәләрҙең һорауҙарына дөрөҫ яуап бирә алмағандар Ҡөрьәндә һүрәтләнгәнсә язаға тартыласаҡ.[2] Иманһыҙҙарҙың язаһы йоманан ҡала һәр көн Аллаһ рөхсәт биргәнсе була.

Тасуирлау үҙгәртергә

Мөнкир һәм Нәкир фәрештәләрҙең тышҡы ҡиәфәте тураһында вҙ ғына мәғлүмәт Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Сөннәтендә һаҡланған. Был фәрештәләр ҙур кәүҙәле һәм ҡара күҙле итеп һүрәтләнә. Улар ябай кеше әҙ генә булһа ла ҡуҙғата алмаған оло сүкеш йөрөтә, ә һөйләшкәндә ауыҙҙарынан ялҡын сыға.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Мункар и Накир // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М. Б. Мункар и Накир // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 172. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Мункар и Накир / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 181.