Мурзинка (Горноуральск ҡала округы)
Мурзинка — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге Горноуральск ҡала округына ҡараған боронғо урыҫ ауылы. Урыҫ халыҡ кәсептәре — урал ташын һырлау оҫталығы үҙәге.
Ауыл | |
Мурзинка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Агломерация |
Нижнетагильск |
Конфессиональ составы |
православ христиандары |
Телефон коды |
+7 34370 |
Почта индексы |
622928 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
66, 96 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халҡы
үҙгәртергәАуылда— 400 тирәһе кеше йәшәй.
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
347 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Урал тауҙарының көнсығыш битләүендә, Екатеринбургтан төньяҡҡа 120 км һәм Түбәнге Тагилдан көньяҡ-көнсығышҡа 81 км алыҫлыҡта, Нейва йылғаһы ярында урынлашҡан. Мурзинка аша Алапаевск — Мурзинка — Петрокаменка — Николо-Павловка, автомобиль юлы үтә, ул Алапаевск ҡалаһын Түбәнге Тагил менән тоташтыра.
Тарихы
үҙгәртергәМамин-Сибиряк буйынса, был урындарҙа татар мырҙаһы йәшәү сәбәпле Мурзинка (Мырҙаҡай) исеме барлыҡҡа килгән[2]. Ауылға 1639 йылда баяр улы Андрей Буженинов Верхотур трактын һаҡлаусы Мырҙа бастругы булараҡ нигеҙ һалған. Мурзинская елань тип тә, Мурзинский острог тип тә аталған. 1662 йылда Мурзинка татар-башҡорт-вогул сапҡынсылары тарафынан яндырыла.
Инфраструктураһы
үҙгәртергәАуылда фельдшер пункты, почта, магазин һәм ауылдың иҫтәлекле урыны — Минералогия музейы бар. Музей бинаһында шулай уҡ мәҙәниәт йорто (ауыл клубы) һәм православие ғибәҙәтханаһы урынлашҡан.
Мурзинкаға Түбәнге Тагил һәм Алапаевск ҡалаларынан автобуста барырға мөмкин.
Аҫыл таштар
үҙгәртергәАуыл Уралдың аҫыл таштарға бай һыҙаты тип аталған биләмәһендә урынлашҡан һәм Мурзинка-Адуй мегаантиклиналь йыйырсығына ҡарай. Мурзинка үҙенең зәңгәр һары яҡуты (топаз), берилдары, пегматиты, тау гәлсәре һәм башҡа ҡиммәтле минералдары менән билдәле.
Урта Уралдағы Мурзинка ауылы районындағы пегматиттар XVII быуаттан алып билдәле була. Михаил Тумашев 1668 йылда «Нейва йылғаһы буйындағы тауҙарҙа, Мурзинка острогы янында төҫлө таштар һәм баҡыр мәғдәне» табыуы тураһында иғлан итә. 1669 йылда Мурзинка эргәһендә тәүге аквамарин сығарыла[3][4]. Бында йәшәгән халыҡ быуындан быуынға аҫыл таштар табыу һәм сығарыу, таш уйыу сәнғәте менән шөғөлләнгән[5]. Аҫыл таштарҙы хатта император һарайына ла тапшырылған[6]. Драгоценные камни поставлялись даже к императорскому двору[7].
Ауыл эргәһендә Мокруша (топаздар) йәки Ватиха (аметистар сығарыу шахтаһы) кеүек билдәле ятҡылыҡтар урынлашҡан. Ятҡылыҡтарҙың күбеһе эшкәртелгән тип иҫәпләнә, ләкин хатта уларҙың емереклектәре лә һаман таш һөйөүселәрҙе йәлеп итә.
Музей
үҙгәртергә1964 йылда Мурзинкала билдәле Урал таусыһы Д. К. Зверевтың ейәне — Иван Зверев башланғысы буйынса ойошторолған А. Е. Ферсман исемендәге Минералогия музейы асыла[8]. Д. К. Зверев П. П. Бажовҡа «Малахит ҡумта» урал хикәйәттәре персонажы Данила мастер (оҫта) прототибы булып хеҙмәт иткән[9]. Әйтергә кәрәк, Мәскәүҙә шундай уҡ исем йөрөткән Рәсәй Фәндәр академияһының музейы эшләй. Мурзинка музейы 1729 йылда мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлгән Сретенск сиркәүенең бинаһында урынлашҡан. Экспозицияла урындағы минерал өлгөләре, боронғо таш уйыу ҡулайламалары, крәҫтиәндәрҙең көнкүреш әйберҙәре күрһәтелгән.
Сәнәғәттә
үҙгәртергәАуылда күп профилле «Самоцветы Мурзинки» ЯСЙ-е эшләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области . Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ Д. Н. Мамин-Сибиряк. Самоцветы: Очерки [1](недоступная ссылка).
- ↑ "… начались разведки месторождений, известных ещё раньше, как слобода Мурзинка, в которой крестьянин Тумашев в 1667 г. нашел 3 топаза, 3 камня «с лаловыми искрами» и 2 изумруда.« По И. И. Симанов, Город Екатеринбург, 1898 г.»
- ↑ Сайт о драгоценных камнях [2] 2009 йыл 29 ғинуар архивланған..
- ↑ Институт истории и археологии РАН [3](недоступная ссылка)
- ↑ Институт истории и археологии РАН [4](недоступная ссылка)
- ↑ Сайт о минералах kristallkluft.de [5] 2010 йыл 6 июль архивланған.
- ↑ Сайт об истории Нижнего Тагила и его окрестностей
- ↑ Данила Зверев 2021 йыл 27 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рычков А. В. Режевские сокровища. — Уральский университет, 2004. — 40 с. — 1500 экз. — ISBN 5-7996-0213-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Краткая справка о селе Мурзинка
- Фотографии и описание уникальных минералов, найденных в районе Мурзинки (на сайте geo.web.ru)
- Статья о Мурзинке в журнале Вокруг Света
- Статья «Заповедник железного города», в которой упоминается текущее состояние добычи ископаемых в Мурзинке, на сайте журнала Вокруг Света
- Книга «По окрестностям Свердловска» (с картами) на сайте Скиталец.ру 2019 йыл 30 март архивланған.
- Страница об истории Мурзинки на сайте historyntagil.ru
- Сокровища трёх Мурзинок