Муллабаев Сәһриәр Ғабдрахман улы

шағир-импровизатор

Муллабаев Сәһриәр Ғабдрахман улы (рус. Муллабаев Сагеряр Габдрахманович; 1899 йыл1977 йыл) — Беренсе донъя һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, шағир-импровизатор[2].

Муллабаев Сәһриәр Ғабдрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1899[1]
Тыуған урыны Сураҡай, Шафран ауыл советы, Әлшәй районы, СССР[1]
Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1977[1]
Вафат булған урыны Сураҡай, Шафран ауыл советы, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө шағир
Тасуирлау биттәре bashenc.online/ru/articl…

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәһриәр Муллабаев 1899 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы) Сураҡай ауылында тыуған. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. Тәүге ҡулъяҙма әҫәрҙәрен ғәрәп графикаһында яҙа, башҡорт фольклорын һәм революцияға тиклемге башҡорт әҙәбиәтен яҡшы белә. Хәҙерге заманда киң танылыу алған «Бер тигәс тә ни яман?» ҡобайыры унан яҙып алынған. Сәһриәр Муллабаев, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын өйрәнеп, уны йыйыу менән дә шөғөлләнгән һәм үҙе лә халҡсан стилдә ҡобайыр-бәйеттәр ижад итә. Уның ҡайһы бер әҫәрҙәре «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына ингән.

Сәһриәргә Беренсе донъя һуғышында ла, Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашырға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ул айырыуса әүҙем рәүештә әҙәби ижад менән шөғөлләнә. «Гитлерҙың һуғыш асыуы һәм әйләнеп ҡасыуы», «Их, минең шинелем», «Окопта тыуған уйҙар», «Рус һәм башҡорт» һәм башҡа бәйеттәрендә тиҙ арала фашизмды еңеүгә ышаныс сағыла, совет һалдаттарының ҡаһарманлығы һәм шундай ауыр мәлдә илебеҙҙәге халыҡтарҙың үҙ-ара дуҫ булып, дошманға ҡаршы бергәләп көрәшеүе данлана.

1976 йылда Сәһриәр Муллабаев үҙенең әҫәрҙәрен Башҡортостандың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондына һаҡлауға тапшыра[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады: совет осоро. 2‑се кит. Өфө, 1982.