Мостафа (Ырымбур өлкәһе)
Мостафа — Ырымбур өлкәһеһенең Шарлыҡ районындағы ауыл. Титовка ауыл Советына инә.
Мостафа | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Титовский сельсовет[d][1], Ырымбур өйәҙе, Туҡ-Соран кантоны, Бәләбәй кантоны, Каширин өйәҙе һәм Шарлыҡ районы |
Халыҡ һаны | 433 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 461459 |
Тарихы
үҙгәртергәМостафа ауылына батша хөкүмәтенең махсус указы буйынса, 1744 йылда Ҡазан губернаһының татар-күскенселәре нигеҙ һала. 522 саҡырым оҙонлоҡтағы Яңы-Мәскәү юлы (Оло Мәскәү юлы, Мәскәү тракты) —- Ырымбурҙан Ҡазанға барған юл, 1743 йылда асыла. Мостафа ауылы Яңы Мәскәү юлы буйынса почта хеҙмәтен үтәргә тейеш була Ауылға исем Мостафаға беренсе нигеҙ һалыусыларҙың береһенең исеме буйынса бирелә.
Географияһы
үҙгәртергәАуыл район үҙәге Шарлыҡ ауылынан 10 км көньяҡта һәм Ырымбур ҡалаһынан 120 км төньяҡта урынлашҡан. Ниәт йылғаһы буйында, ул Һайылмыш йылғаһына ҡойған урынға яҡын урынлашҡан.
Ауыл аша Р239 Ырымбур — Ҡазан автомобиль юлы үтә.
Ауыл эргәһендәге ер-һыу атамалары
үҙгәртергәАҡ балсыҡ — ауылдан алыҫ түгел аҡ балсыҡ ятышы урынлашҡан урын шулай атала. Урындағы халыҡ уны өй янындағы ҡаралтыны аҡлау өсөн файҙалана.
Бурлы тау — тау исеме, унда: 1. бура (аҡ төҫтәге йомшаҡ таш тоҡомо) сығарғандар; 2. бүреләре күп булған (бүреле тау).
Ҡыҙыл яр — ауылдан көнбайышта урынлашҡан.
Ҡара соҡор — тупрағының ҡара төҫө буйынса аталған соҡор.
Ҡайынлы урман — Ҡыҙыл яр аръяғында ятҡан ҡайын урманы.
Ҡоламатау — Ниәт йылғаһы үрендәге убалар теҙмәһе шулай атала.
Лиман — һыубаҫар туғай, көтөүлек булып хеҙмәт итә, ауылдың төньяғында урынлашҡан.
Мәүлекәй — ауылдың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ер, ауылдың ер пайы участкаһы ошонда урынлашҡан кешеһенең исеме буйынса аталған.
Мулла ҡолағы — «муллино ухо», кеше ҡолағы формаһындағы урын, үлән яҡшы үҫә, элек муллаға беркетелгән булған.
Оло күл — ауылдан көнсығышта ҙур күл.
Оло уба — Ырымбур-Ҡаҙан трактынан алыҫ түгел ҙур ҡурған.
Төбәк — Ниәт йылғаһының аръяғындағы үләнгә бай туғай шулай атала.
Табан күле — балыҡҡа бай күл, башлыса табан балыҡтар (табан-карась).
Рафиҡ участогы — һуғыштан һуңғы йылдарҙа йәш тракторсы Рафиҡ Бикмөхәмәтов төндә ялан һөргән ваҡытта күбә өҫтөнә ял итергә ятып торған. Уның алмашсыһы ЧТЗ тракторында уны һабаны менән яңылыш һөйрәп алып киткән. Рафиҡ шул урында вафат булған. Ошо ваҡиғанан һуң яланды уның исеме менән атағандар.
Сумаҙан — (чемодан һүҙенән), легенда буйынса — Ырымбур-Ҡаҙан тракты юлбаҫарҙары йыш ҡына был урында талаған байлыҡтарын бүлешкәндәр, ә сумаҙандарын ташлап киткәндәр.
Алтмыш тумаҡ — ауылдан төньяҡтағы күп түңгәктәре булған ҙур туғай шулай атала.
Әсе — был урын ауылдан төньяҡтараҡ, Һайылмыш йылғаһынан алыҫ түгел урынлашҡан[3].
Сәғәт поясы
үҙгәртергәМостафа (Ырымбур өлкәһе) Екатеринбург ваҡыты сәғәт поясында урынлашҡан. UTC менән айырмаһы +5:00 сәғәт тәшкил итә. Мәскәү ваҡыты менән айырмаһы +2 сәғәтте тәшкил итә һәм Рәсәйҙә MSK+2 итеп күрһәтелә.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе |
---|
2010[4] |
433 |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергәЙәлил Муса — татар совет шағиры, Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1956), Ленин премияһы лауреаты (үлгәндән һуң, 1957). 1929 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Мустафино
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.