Мостафа (Стәрлебаш районы)

Мостафа (рус. Мустафино) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 184 кеше[1]. Почта индексы — 453188, ОКАТО коды — 80248802004. ИФНС коды — 0268.

Ауыл
Мостафа
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°14′49″ с. ш. 55°33′57″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 802 004

ОКТМО коды

80 648 402 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мостафа (Рәсәй)
Мостафа
Мостафа
Мостафа (Стәрлебаш районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мостафа

Ауылға нигеҙҙе Мостафа уҙаман һала. Уның улы йөҙ башы Байғужа Мостафин XVIII быуаттың 60-сы йылдарындағы документтарҙа атап үтелә. Мул һыулы Ашҡаҙар йылғаһы буйында ятҡан ауылда V Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында 10 ихатала 63 кешенең йәшәүе тураһындағы мәғлүмәт теркәлә. Х рәүиз документтарында 40 ихатала 252 кешенең йәшәүе теркәлә. 1842 йылда бында йәшәгән 190 башҡорт мал аҫырау, иген игеү менән шөғөлләнә. 1920 йылда 66 ихатала 295 башҡорт көн итә[2].

Әммә бында йәшәгән халыҡ араһында, ауыл ерҙәре Рәсәй империяһының бик күп хәрби походтарында ҡатнашып, батырлыҡтар күрһәткән Көҫәпҡол Әҙийәтовҡа (рус.  Кусяпкул Азиятов) бирелгән, тигән мәғлүмәт быуындан-быуынға тапшырылып килә. Әлеге мәлдә был ауылда көн иткән Көҫәпҡоловтар үҙҙәрен уның туранан-тура вариҫтары, тип иҫәпләй.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 184 91 93 49,5 50,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Колхоз урамы (рус. улица Колхозная),
  • Хеҙмәт (рус. улица Трудовая),
  • Мәктәп урамы(рус. улица Школьная).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә