Мостафаев Сыңғыҙ Фуад улы

Мостафаев Сыңғыҙ (әзерб. Çingiz Fuad oğlu Mustafayev; 29 август 1960 йыл15 июнь 1992 йыл) — әзербайжан граждан һәм хәрби журналисы, милли телевидениены үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе. Сит илдәрҙең ҡайһы бер мәғлүмәт агентлыҡтары менән хеҙмәттәшлек итә. Таулы Карабах хәрби хәрәкәттәр зонаһынан күп репортаждар, шул иҫәптән Ходжалы һуйышындағы данлыҡлы репортаж авторы. Әзербайжандың милли геройы.

Мостафаев Сыңғыҙ Фуад улы
әзерб. Çingiz Fuad oğlu Mustafayev
Зат ир-ат
Тыуған көнө 29 август 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Капустин Яр[d], Ахтубинский район[d], Әстрәхән өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 июнь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (31 йәш)
Вафат булған урыны Нахчыванлы[d], Ходжалинский район[d], Әзербайжан
Үлем төрө һомицид[d]
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Ерләнгән урыны Шәһиттәр аллеяһы
Атаһы Фуад Мустафаев[d]
Бер туғандары Ваид Мустафаев[d], Seyfulla Mustafayev[d] һәм Rafael Mustafayev[d]
Һөнәр төрө журналист, хәрби корреспондент, диджей
Уҡыу йорто Әзербайжан медицина университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Национальный Герой Азербайджана медаль «Золотая Звезда»
 Мостафаев Сыңғыҙ Фуад улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Баҡыла Сингиз Мустафаев йәшәгән йорт

Мостафаев Сыңғыҙ 1960 йылдың 29 авгусында Әстерхан өлкәһе Владимир районында донъяға килә[1]. 1964 йылда ғаилә Баҡыға күсеп ҡайта. 1977 йылда Ясамал районында 167-се һанлы урта мәктәпте тамамлағандан һуң Әзербайжан медицина университетына уҡырға инә. 1983 йылда университетты тамамлай, өс йылға Дивичинский районында табип булып эшләй, ә унан һуң — Төҙөлөш инженерҙары институты янындағы шифаханала баш врач булып эшләй.

Төп эшенән тыш, Мостафаев сәнғәт, музыка һәм журналистиканы ярата. Нәҡ Сыңғыҙ Баҡыла «Диско» музыка үҙәге булдыра, «Озан» фольклор төркөмөндә, «Экспромт» йәштәр студияһында ҡатнаша. Әммә репортерлыҡ эшмәкәрлегенә ашҡыныу, журналистик тикшереү эшенә ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк булып сыға. Һәм 1991 йылдың октябрь айында Сыңғыҙ «КЛ 215» студияһын ойоштороп, әзербайжан телевидениеһына өр-яңы һулыш өҫтәп индерә, үҙе был тапшырыуҙар арҡаһында тамашасыларҙың яратҡан кешеһенә әүерелә[2].

Репортерҙың талантын республика йәмәғәтселеге тәүге тапҡыр 1990 йылдың ҡанлы ғинуар ваҡиғаларында төшөрөлгән видеосюжеты буйынса белеп ҡала. Мостафаев Сыңғыҙ Советтар Союзының билдәле кешеләре Михаил Горбачев, Борис Ельцин, Нурсолтан Назарбаев, Аяз Муталибов, Рәйсә Горбачева, Галина Старовойтоваларҙан интервью алырға өлгәшә.

Карабах һуғышы

үҙгәртергә

Таулы Карабахта хәрби хәрәкәттәр башланыу менән Сыңғыҙ үҙен тулыһынса хәрби журналистикаға бағышлай. Реаль тормош өсөн хәүеф янауға ҡарамаҫтан, 1992 йылдың февралдең төнгө 25 -нән 26-на ҡарай Ходжалы һуйышындағы эҙемтәләрҙе видеотаҫмаға төшөрә[3].

Вертолеттан төшөргән Мостафаевтың был кадрҙарында атып үлтерелгән ходжалыларҙын унда-бында ятҡан кәүҙәләре күренә. Трагедия урынынан ул айырым кәүҙәләрҙе — күберәк балаларҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ҡарттарҙың үле кәүҙәләрен төшөрә, ә аҙаҡ Агдам ҡалаһына вертолет менән кәүҙәләрҙе оҙатыу өсөн әҙерлек эштәрен төшөрә.

Сыңғыҙ хәрби хәрәкәттәр зонаһына бер нисә тапҡыр бара, Ҡарабахта көрәшкән һалдаттарҙы төшөрә, уларҙан интервью ала. Бер-береһенә ҡаршы торған ҡораллы көстәрҙең асыҡ атыштарын кәүҙәләндерә. Сыңғыҙҙың яугирҙәрҙе әрмәндәр баҫып алған Шушуға ҡайтыуҙарына дәртләндергән ҡарлыҡҡан тауышы видеокадрҙарҙа ҡала.

1992 йылдың 15 июнендә Таулы Ҡарабахтың Нахичеванлы ауылында барған ҡаты һуғыш ваҡытында әзербайжан армияһының һөжүмен төшөрөүсе Мостафаев Сыңғыҙ үлемесле яралана[4][5]. Был мәлдә камера төшөрөүен дауам итә.

Кинолағы ролдәре

үҙгәртергә
  • 1987 — Другая жизнь — Эльдар
  • 1988 — Мерзавец — парень в метро

Әзербайжан Президенты указы менән 1992 йылдың 6 ноябрендә Мостафаев Сыңғыҙ Фуад улына үлгәндән һуң Әзербайжан милли геройы тигән исем бирелә.

Мостафаев СыңғыҙБаҡыла Шәһиттәр аллеяһында ерләнә.

Мостафаев Сыңғыҙ исемен Шувелян ҡасабаһындағы Эске эштәр министрлығының ял зонаһы йөрөтә, Баҡылағы урам, ANS ÇM радиостанцияһы уның исеме менән атала.

Баҡыла Мостафаев Сыңғыҙ йәшәгән йорт стенаһында ҡулбашына камера аҫҡан уның барельефы ҡуйылған. Нахичеван Джамшин исемендәге Хәрби лицейҙа уның бюсы ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Mustafayev Chingiz Fuad oglu. milliqahraman.az. Архивировано 24 март 2012 года. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  2. Day.az: Сегодня Чингизу Мустафаеву исполнилось бы 45 лет
  3. In Memory of Chingiz Mustafaev: Биография 2008 йыл 28 август архивланған.
  4. Зеркало 2014 йыл 3 сентябрь архивланған. Сб. , Май. 27, 2006. К.ВИДАДИОГЛУ. ПРЕДАВАЯ ИДЕАЛЫ, НЕЛЬЗЯ ПОБЕДИТЬ В ВОЙНЕ. «Он буквально погиб на моих руках. Я приехал в Агдам и должен был ехать в Нахчиваник, где шли бои. И Эльбрус Оруджев, тогда он был там представителем президента, сказал мне: „Ты знаешь, только что позвонили и сказали, что ранили Чингиза Мустафаева“. Я тут же сел в машину и помчался навстречу. Оруджев сказал: „Слушай, подожди, его везут на БТР“. Я встретил БТР в дороге и попытался перенести Чингиза в более мягкую „Волгу“, но мне сказали, что уже поздно. Мы отвезли его в больницу. Там выяснилось, что у него бронежилет был маленький, и осколок попал в какую-то паховую артерию, и он скончался от потери крови.»
  5. МИХАИЛ Ъ-ПЛЕТНЕВ. Карабах снова стал армяно-азербайджанским. Коммерсант. Номер 125 от 22 июня 1992 г. «Ни одна сторона не даёт точной информации о своих потерях. Но со стороны Азербайджана есть по крайней мере один погибший. Во вторник в Баку в Аллее жертв 20 января состоялись похороны тележурналиста Чингиза Мустафаева (32 лет), автора фильма о трагедии азербайджанской деревни Ходжалы. Чингиз был убит осколком мины в селе Нахичеваник при попытке запечатлеть наступление АНА».

Һылтанмалар

үҙгәртергә