Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Мәскәү сик буйы институты
Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Мәскәү сик буйы институты — Рәсәй Сик буйы хеҙмәтенең боронғо хәрби-уҡыу йорттарының береһе, юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт ҡаҙна мәғариф учреждениеһы. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең ғәмәлдәге лицензияһына ярашлы, институтта вуздан һуң, юғары, урат һәм өҫтәмә белем биреү программалары тормошҡа ашырыла. Институт Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы хеҙмәте офицерҙарын һәм прапорщиктарын әҙерләй.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Мәскәү сик буйы институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1932 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Маскоўскае вышэйшае памежнае каманднае вучылішча КДБ пры Савеце Міністраў СССР, Московское пограничное военное училище КГБ при СМ СССР һәм Московское пограничное военное училище МГБ СССР |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Урын | Мәскәү |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | mpi.fsb.ru |
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Мәскәү сик буйы институты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҺуғышҡа тиклемге осор
үҙгәртергәОГПУ һәм сик буйын һағы ғәскәрҙәре өсөн команда-техник кадрҙар әҙерләү уларҙың белемдәрен камиллаштырыу ихтыяжына бәйле 1932 йылдың 4 февралендә Мәскәүҙә, Хеҙмәт һәм Оборона Советы ҡарары менән ОГПУ ғәскәрҙәре һәм сик буйы һағының өсөнсө мәктәбе ойошторола. 1933 йылдың 16 апрелендә мәктәпкә Хәрби Ҡыҙыл байраҡ тапшырыла, ә 1934 йылдың 17 авгусында Ф. Э. Дзержинскийҙан һуң ОГПУ-ның икенсе башлығы булған — Вячеслав Рудольфович Менжинский исеме бирелә. Ялан уҡыу лагеры Реутов районында ойошторола, мәктәп менән идара итеү Мәскәүҙән тороп башҡарыла — идаралыҡ Самокатная урамындағы командирҙар составын камиллаштырыу курстары бинаһында урынлаша. 1932 йылдың көҙөндә мәктәпте яңы ғына төҙөлгән Ленинград шоссеһы, 3/5 бинаһына урынлаштыралар. Уҡыу йорто курсанттарҙың ете дивизионынан тора (алмашыныусы 1200 кеше), улар өс: командир, сәйәси һәм элемтә йүнәлеше буйынса уҡый.
1935 йылдан мәктәп РККА-ның Мәскәү тимер юл мәктәбе урынына Лосиноостровский ҡасабаһына күсерелә, уның специализацияһы тарая һәм яңы: НКВД-ның В. Р. Менжинский исемендәге 3-сө сик буйы элемтә мәктәбе исеме бирелә. Тәүҙә уның алмашыныусы составы 250 курсантты һәм 120 тыңлаусынан тора.
1937 йылда хәрби белем биреүҙе реформалауға бәйле курсанттарҙы уҡытыу ваҡыты ике йылдан өс йылға тиклем оҙайтыла, 20 апрелдә уны НКВД-ның В. Р. Менжинский исемендәге Мәскәү сик буйы һәм эске һаҡ хәрби элемтә училищеһы тип үҙгәртәләр.
1939 йылдың 26 мартында училищеның эшмәкәрлекге киңәйтелә — шәхси составты тарҡатылған Мәскәү хәрби-хужалыҡ училищеһы курсанттары менән тулыландыралар, һәҙәмтәлә ул элемтәселәрҙе һәм ҡорал техниктарын ғына түгел, административ-хужалыҡ хеҙмәте офицерҙарын да әҙерләй башлай, бер үк ваҡытта НКВД-ның В. Р. Менжинский исемендәге Мәскәү хәрби-техник училищеһы атамаһын ала. Яңы шарттарға ярашлы ике бүлексә: элемтә (өс рота курсант) һәм ҡорал-техник (ике рота курсант), шулай уҡ элемтә офицерҙары хәрби туҡланыу начальниктарының ярты йылылҡ курстары булдырыла. 1939—1940 йылдарҙа училищеның шәхси составы (начсостав — 25, тыңлаусылар — 96, курсанттар — 150, барлығы 271 кеше) оператив командировкаларҙан тыш, Совет-фин һуғышында ла ҡатнаша. Һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн СССР Юғары Советы президиумының 1940 йылдың 26 апрелендәгн указына ярашлы училищеның 42 вәкиле бүләкләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы
үҙгәртергә1941 йылдың июленән училищеның уҡыу планы ҡыҫҡартыла. Элемтә һәм административ-хужалыҡ хеҙмәт бүлектәрендә уҡыу 3 йылдан — 6 айға, ә ҡорал-техник бүлегендә 9 айға тиклем ҡалдырыла. Элемтә һәм административ-хужалыҡ хеҙмәт курстары тыңлаусыларының уҡыу ваҡыты — 2, ҡорал-техник хеҙмәт курсында 4 айға тиклем ҡыҫҡартыла. Һуғыштың тәүге көндәрендә училище ваҡытынан алда 837 тыңлаусы һәм курсантты сығара. 1941 йылдың 16 октябрендә НКВД-ның 2-се мотоуҡсылар дивизияһы составына инә. Училище 1941 йылдың 20 октябренә тиклем Мәскәүҙе обороналау буйынса хәрби бурыс башҡара, һуңынан уны хәрби расчеттан сығарып, Новосибирскиға күсерәләр. 1941 йылда училище 1816 кеше— 1486 курсант һәм 330 тыңлаусыны уҡытып сығара. 1942 йылда курсанттарҙың һәм тыңлаусыларҙың — өс, командирҙар составының бер нисә сығарылышы була. 1942 йылда училищеның личный составы аҡсаһына өс истрибитель төҙөлә. 1944 йылдың майында училище Новосибирскиҙан Бабушкинға (1939 йылға тиклем — Лосиноостровск) кире ҡайтарыла. 1945 йылдың февралендә училище курсанттары Ялта конференцияһында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яуҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн меңдән ашыу курсант орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, ә генерал-майор Н. М. Михайлов, офицерҙар А. В. Рыжиков, П. И. Гоманков, С. Ф. Сабельников, П. Е. Брайко, Н. А. Беляков, В. А. Шигаев, Н. П. Титов, Н. А. Подорожный Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. 1945 йылдың 24 июнендә училищеның личный составы Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнаша.
Һуғыштан һуңғы осор
үҙгәртергә.
1945 йылдың йәйендә училище тулы урта хәрби белем биреү программаһына күсә һәм яңынан ойошторола — интендант һәм ҡорал-техник бүлектәре НКВД ғәскәрҙәренең Харьков хәрби училищеһына күсерелә. Училище структураһы түбәндәге үҙгәрештәр кисерә: хәҙер уның составына өс бүлек була — пехота, элемтә һәм радио махсус бәйләнеше, НКВД ғәскәрҙәре махсус хеҙмәттәренең офицерҙар составын камиллаштырыуҙың дүрт айлыҡ курстары, кесе лейтенанттар әҙерләүҙең алты айлыҡ курстары. Өҫтәмә рәүештә туғандаш дисциплиналарҙы берләштергән циклдар булдырыла. Уҡыу йортона яңы исем бирелә: НКВД ғәскәрҙәренең Мәскәү хәрби училищеһы. 1946 йылда радио махсус бәйләнеше бүлегенең личный составы һәм техникаһы НКВД ғәскәрҙәренең (арытау хәрби училищеһына тапшырыла тапшырылған хәрби техника һәм шәхси составтан училищеһында радиоспецсвязь 1946 йылда һарытау бүлексәһе була.
1950 йылда училище СССР Дәүләт именлеге минитсрлығының сик буйы ғәскәрҙәре баш идаралығы ҡармағына тапшырыла һәм ноябрҙә СССР МГБ-һының Мәскәү сик буйы хәрби училищеһы тип үҙгәртелә. Уҡыу йорто офицерҙар-элемтәселәр әҙерләүен дауам итә. Өҫтәмә рәүештә өс йыл уҡытыу мөҙҙәте менән ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағында Махсус хеҙмәт баш идаралығы өсөн офицерҙар әҙерләү буйынса өс йылылҡ курстар, команда-штаб профиле буйынса офицерҙарҙың белемен камиллаштырыусы төркөм, физик культура һәм спорт буйынса белгестәр әҙерләү бүлеге асыла, ул 1953 йылға тиклем эшләй.
1953 йылда илдең сәйәси власы структураһында үҙгәрештәргә бәйле уҡыу йорто яңы исем ала — СССР Эске эштәр министрлығының Мәскәү сик буйы хәрби училищеһы. 1953 йылда илдең сәйәси власть структураһында барған үҙгәрештәргә бәйле, уҡыу йорто СССР Эске эштәр министрлығының Мәскәү сик буйы хәрби училищеһы тип атала башлай. Хәҙер училищеның яңыртылған штаты өс курсант элемтә дивизионынан, бер элемтә офицерҙары составының белемен камиллаштырыу курстарын тыңлаусылар дивизионынан, ике команда-оператив составтың белемен камиллаштырыу курстарын тыңлаусылар дивизионынна тора. Һуңыраҡ училищела тағы ике яңы йүнәлеш асыла: өс йыл уҡыу ваҡыты менән оператив һәм контроль-үткәреү пункты, шулай уҡ курс тыңлаусылары өсөн оператив состав, строевой, КПП хеҙмәте һәм хәрби-сәйәси хеҙмәт профиле. 1955 йылда СССР Эске эштәр министрлығы уҡыу йортона МВД ғәскәрҙәре һәм һаҡ өсөн сапер взводтары командирҙарын әҙерләүҙе йөкмәтән. Бының өсөн өс йыллыҡ уҡыу мөҙҙәте менән инженер-сапер профиле булдырыла. 1957 йылдың сентябрендә сапер-инженер профиле Калининград сик буйы хәрби училищеһына тапшырыла.
1957 йылдың 3 апреленән СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ-ның Мәскәү сик буйы хәрби хәрби училищеһы тип үҙгәртелә. 1966 йылдың 16 апреленән СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ-ның Мәскәү юғары сик буйы команда училищеһы тип атала башлай, уҡыу ваҡыты 4 йыл тип билдәләнә. Быға тиклем булған предметтар циклы урынына кафедралар ойошторола: сик буйы ғәскәрҙәре тактикаһы һәм хеҙмәте, дөйөм ғәскәри дисциплина, ут әҙерлеге, физик әҙерлек, сит ил теле, марксизм-ленинизм, математика һәм теоретик механика, физика, химия. 1966 йылда үҙгәреүсән состав Алма-Ата юғары сик буйы училищеһы курсанттары һәм команда һәм сәйәси профилдәр буйынса беренсе курсҡа ҡабул ителгән абитуриенттар иҫәбенә комплектлана. Училище составына тарҡатылыуға дусар ителгән МВД Хәрби институтының юғары сик буйы курстары күсерелә. Отряд һәм округ звеноһы офицерҙарын, шулай уҡ социалистик илдәрҙең сик буйы һаҡсылары-офицерҙарының белемен камиллаштырыу эше башлана. Училищела урта хәрби училище өсөн экстернат. Совет Армияһының хәрби академияларына инеү өсөн офицерҙар әҙерләү сборҙары, офицер-уҡытыусылар составының педагогик оҫталығын арттырыуҙың ике йыллыҡ университеты, махсус программаһы буйынса сик буйы хәрби хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү курстары, шулай уҡ махсус курс (1975 йылдан — махсус дивизион) асыла.
КГБ ғәскәрҙәре һәм органдары өсөн кадрҙар әҙерләү эшендәге ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының1967 йылдың 19 декабрендәге указына ярашлы, училищеы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1977 йылдың 7 июлендә сик буйы ғәскәрҙәренә офицерҙар әҙерләгәне һәм баш ҡала халҡына әүҙем хәрби-шефлыҡ ярҙамы алып барғаны өсөн училищеға Моссовет почетлы исеме бирелә. Уҡыу йорто исеме тағы ла үҙгәреш кисерә — СССР КГБ-һының Моссовет исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы Мәскәү юғары сик буйы команда училищеһы тип атала башалй. 1979 йылда училищела сик буйы ғәскәрҙәренә ғилми-педагогик кадрҙар әһерләү буйынса адъюнктура асыла. Монгол Халыҡ Республикаһы Бөйөк Халыҡ Хуралы Президиумының 1978 йылдың майындағы указына ярашлы, МХР өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә командирҙарҙың, сәйәси хеҙмәткәрҙәрҙең һәм уҡытыусыларҙың ҡаҙанышы өсөн училище МХР-ҙың «Хәрби ҡаҙаныштар» ордены менән бүләкләнә. Юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге хеҙмәте һәм ойошторолоуының 50 йыллығы уңайынан СССР Юғары Советы Президиумының 1982 йылдың 11 февралендәге указына ярашлы, уҡыу йорто Октябрь Революцияһы ордены меннә бүләкләнә һәм СССР КГБ-һының Моссовет исемендәге Октярбь Революцияһы орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы Мәскәү юғары сик буйы команда училищеһы тип атала башлай.
1979—1989 йылдарҙа училищены тамамлаусылар Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 576 һәләк булған яугир араһында институттың алты тәрбиәләүсеһе бар: майор, Советтар Союзы Геройы Богданов Александр Петрович — 1972 йылда тамамлай; капитан Александр Гаврилович Андрианов — 1974 йылда тамамлай, үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә; майор Ғәлимов Рафиҡ Шайхи улы — 1979 йылда тамамлайн, үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә; лейтенант Савин Антон Викторович — 1981 йылда тамамлай, үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә; капитан Ставила Алексей Иванович — 1978 йылда тамамлай, үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә; өлкән лейтенант Карайман Игорь Нисторович — 1981 йылда тамамлай, үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1989 йылда офицерҙар-сик буйы һаҡсыларын әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн училище Венгр Халыҡ Республикаһының «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына лайыҡ була.
1992 йылдың 8 майында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән Юғары сик буйы училищеһы (Мәскәү ҡалаһы) тип үҙгәртелә һәм «Хоҡуҡ белгесе» специальносы буйынса уҡыта башлай. Шул уҡ йылдың 25 майында ул Октябрь Революцияһы орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы Юғары сик буйы училищеһы (Мәскәү ҡалаһы) тип үҙгәртелә. Июндә училище штатындағы махсус факультет бөтөрөлә. 1993 йылда училище — Рәсәй Федерацияһы сик буйы ғәскәрҙәренең Мәскәү хәрби институты, ә 1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Федераль сик буйы хеҙмәтенең Мәскәү хәрби институты тип үҙгәртелә. 1995 йылдың 1 авгусынан институтта ике төркөмдә курсант ҡыҙҙар уҡытыу ойошторола («Сит телде белгән сик буйы контроле хеҙмәте офицеры» квалификацияһы). Ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүҙе яҡшыртыу өсөн 1995 йылда ситтән тороп белем алыу адъюнктураһы ойошторола.
Махсус задание үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн 1993 йылда лейтенант Мерзликин Андрей Викторович (1992 йылда тамамлай) Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була. 1996 йылдың 9 авгусында был исемгә училищены тамамлаған тағы ике кеше лайыҡ була: майор Сергей Иванович Шаврин (1987 йылда тамамлай), майор Ромашин Сергей Викторович (1988 йылда тамамлай). 2004 йылда Бесландағы теракт ваҡытында аманаттарҙы азат иткәндә һәләк булған подполковник Разумовский Дмитрий Александрович (1990 йылда тамамлай) һәм ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлаған (2002 йыл), ялан командиры Руслан Гелаев отряды боевиктары менән бәрелештә һәләк булған капитан Халиҡов Радим Абдулхалиҡ улы ошо исемде ала. 2012 йылда уҡыу йортон 2000 йылда тамамлаған, үҙ ғүмере менән Ҡазандағы терактҡа юл ҡуймаған майор Ашихмин Сергей Анатольевичҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Белем
үҙгәртергәИнститутта юғары һөнәри белемле офицерҙар, шулай уҡ контракт буйынса урта белемле хәрби хеҙмәткәрҙәр әҙерләнә.
Юғары белем[1]
үҙгәртергәКөндөҙгө бүлек. Специальность — «Сик буйы эшмәкәрлеге». Квалификация — «Сик буйы эшмәкәрлеге менән идара итеү белгесе».
- Һөнәрҙәр
- сик буйы органдары подразделениеларының хеҙмәт-хәрби эшмәкәрлеге менән идара итеү;
- сик буйы контроле;
- сик буйы органдары подразделениеларының оператив-эҙләү эшмәкәрлеге;
- Рәсәй ФСБ-һы органдарының махсус тәғәйенләнештәге подразделениеларының оператив-хәрби эшмәкәрлеге менән идара итеү.
Һөнәрҙәр буйынса бүленеш — 3-сө курсты тамамлағандан һуң. Урта (тулы) дөйөм белем биреү базаһында. Уҡыу ваҡыты — 5 йыл.
Урта һөнәри белем
үҙгәртергәКөндөҙгө бүлек. Специальносы — «Сик буйы эшмәкәрлеге» (эшмәкәрлек төрҙәре буйынса). Квалификация — «Сик буйы хеҙмәте белгесе».
Уҡыуға хәрби хеҙмәт үтмәгән 16 йәштән 22 йәшкә тиклемге граждандар; хәрби хеҙмәт үткән, саҡырыу буйынса йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәр, 24 йәшкә тиклем.
Кандидаттар һайлау һәм уларҙы уҡыуға йүнәлтеү Федераль именлек хеҙмәте органдары тарафынан башҡарыла йүнәлештәре буйынса хәүефһеҙлек хеҙмәте федераль органдарға һайлағанда кандидаттар талаптарына ярашлы башҡарыу институты именлеге органдарына хәрби хеҙмәткә алына.
Начальниктары
үҙгәртергә- Бушман Ян Янович, полковник
- Степанов Григорий Алексеевич, полковник
- Жебровский Дмитрий Петрович, полковник
- Горяинов Макар Фёдорович, полковник
- Лукшев Василий Васильевич, генерал-майор
- Демшин Илья Иванович, генерал-лейтенант
- Алейников Геннадии Ионович, генерал-майор
- Толкунов Владимир Павлович, генерал-майор
- Карпов Иван Григорьевич, генерал-лейтенант
- Боганцев Валентин Владимирович, генерал-лейтенант
- Королев Анатолий Дмитриевич, генерал-майор
- Егоров Виктор Павлович, генерал-лейтенант
- Симухин Геннадий Семенович, генерал-лейтенант
- Лашко Юрий Иванович, генерал-майор
- Козлов Валерий Николаевич, генерал-майор
Уҡытыусылар
үҙгәртергә- Абакумов Дмитрий Львович
- Греков Михаил Андреевич
Тамамлаусылар
үҙгәртергә- Арабей, Павел Григорьевич
- Ашихмин Сергей Анатольевич
- Беляков Николай Александрович
- Богданов Александр Петрович
- Брайко Пётр Евсеевич
- Валиев Мансур Масгутович
- Войтенко Виктор Петрович
- Гоманков Иван Прокофьевич
- Дудкин Виктор Евгеньевич
- Ермолин Анатолий Александрович
- Зверковский Леонид Васильевич
- Золочевский Виталий Сергеевич
- Калиниченко Илья Яковлевич
- Корсуворов Александр Исаакович
- Куйвашев Евгений Владимирович
- Кумов Андрей Николаевич
- Мерзликин Андрей Викторович
- Мишин Евгений Трофимович
- Михайлов Николай Матвеевич
- Разумовский Дмитрий Александрович (Рәсәй Геройы)
- Сабельников Фёдор Сидорович
- Скипальский Александр Александрович
- Солкин Виктор Никонорович
- Тоцкий Константин Васильевич
- Халиҡов Радим Абдулхалиҡ улы
- Шаврин Сергей Иванович
- Шмагрин Михаил Трифонович
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Руководство МПИ ФСБ России 2018 йыл 23 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Московский военный институт Федеральной пограничной службы России / А. Д. Королёв, Р. Н. Багаутдинов, Э. Г. Барац и др. — М.: Граница, 1999. — 149,[2] с. — ISBN 5-86436-272-7