Мортыштамаҡ (Сарман районы)

Муртыштамаҡ[2] (татар. Мортыштамак, рус. Муртыш-Тамак) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Мортыштамаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Муртыш-Тамакское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Муртыш-Тамакское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423358
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Сарман ауылынан көньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла административ-территориаль улусы составына керә[4].

1870 йылда ауылда 2 тирмән, 4 бакалея кибете, хужалыҡ магазины; XX быуат башында — 3 мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне, 2 тимерлек теркәлгән[4][3].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[3].

1795 йылда ауылда 129 башҡорт һәм 21 яһаҡлы татар; 1834 йылда — 228 башҡорт, 23 татар һәм 7 типтәр; 1870 йылда — 768 башҡорт һәм 93 татар; 1912 йылда — 1599 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[4][5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3][4])
1795187018971913192019261938194919581970197919892002
1508611173159914171271950721510629604537506

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 397. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 187-190. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  5. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 132-133. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.