Морони Джованни Баттиста

ДжованниБаттиста Морони, шулай уҡ Джамбаттиста Морони (итал. Giovanni Battista Moroni, яҡынса1522, Альбинос, Бергамо провинцияһы5 февраль 1578, Бергамо) — италияның XVI быуаттағы иң эре портреттар төшөрөүсе рәссамы

Морони Джованни Баттиста
Фотография
Тыуған:

1525[1][2][3][…], 1522[4] или 1520[5]

Тыуған урыны:

Альбино[d], Бергамо (провинция), Ломбардия[d]

Үлгән:

5 февраль 1578({{padleft:1578|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][6][7][…]

Үлгән урыны:

Бергамо, Ломбардия[d]

Ил:

Италия[8]

 Работы
Джованни Баттиста Морони. Дон Габриэль де ла Куэва, 1560, Бергамо

Биографияһы

үҙгәртергә

Джованни Баттиста Морони Брешиялағы архитектор Алессандро Бонвичино (Моретто) уҡыусыһы. Тренто, Бергамо (1540-сы йылдар аҙағында), Альбино, Верона, Миланда эшләй. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Морониҙың Трентола ике тапҡыр булыуы Трентоның ике Тридент соборы йыйылышы менән тап килә (1546—1548 һәм 1551—1553), рәссамдың Бергамолағы Санта-Мария Маджоре соборының миһрабын яҙыу эштәре ошо осорға ҡарай. Шунда уҡ ул Тициан менән таныша (уның Тициандың уҡыусыһы булыуы хәҙерге ваҡытта инҡар ителә). Мирони рәссамдар Лоренцо Лотто һәм Джироламо Савольдоның йоғонтоһо аҫтында була. Бергамола портреттар төшөрөүсе рәссам булараҡ ҙур популярлыҡ яулай. Рәссам портреттарында үҙ моделдәренең тормош хәрәкәтен баш боролоштары, тере ҡараштары, ым-ишараһы аша күрһәтә, һуңынан XVII быуатта европа портреты сәнғәтендә уның был алымдары киң ҡулланыла.

Уҡыусылары һәм йоғонтоһо

үҙгәртергә

Уның уҡыусылары араһында — Джованни Паоло Каванья, ул фра Гальгарио һәм Пьетро Лонгиға йоғонто яһай.

Морониҙың иң яҡшы эштәре коллекциялары Лондондың Милли галереяһында һәм Уффици галереяһында урынлашҡан, уның бик күп әйберҙәре донъяның башҡа музейҙарында һаҡлана.

Полотнолары

үҙгәртергә
  • «Ир кеше портреты», 1550-се йылдар башы, Эрмитаж, Санкт-Петербург;
  • «Скульптор Алессандро Витториа», 1552-1553, Сәнғәт тарихы музейы, Вена;
  • «Граф Секко-Суарди», 1563, Уффици галереяһында, Флоренция;
  • «Ҡара кейемдәге ир-ат», 1576, Музей, И.Гарднер, Бостон;
  • «Ир кеше портреты», 1558 тирәһе, Милли галерея, Лондон;
  • «Ирле-ҡатынлы Спиноларҙың портреты», 1570 йылда, Каррара академияһы галереяһы, Бергамо.

Галереяһы

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Giambattista Moroni // RKDartists (нидерл.)
  2. Giovanni Battista Moroni
  3. Giovanni Battista Moroni // KulturNav (ингл.) — 2015.
  4. BeWeB
  5. https://www.museabrugge.be/collection/work/id/2014_GRO0138_III
  6. Giovanni Battista Moroni // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. Giovanni Battista Moroni // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  8. https://www.kulturarv.dk/kid/VisKunstner.do?kunstnerId=830 (дат.)
  • Giovanni Moroni Battista: 400th exhibition Anniversary. London: The Gallery, 1978
  • Gregori Moroni Giovan Battista M.: tutte opere le. Bergamo: Bolis Poligrafiche, 1979
  • P. Humfrey, J. Battista Bridgeman Moroni Giovanni: Renaissance portraitist. Worth Fort: Art Kimbell Museum, 2000
  • Moroni Giovan Battista: itinerari bergamaschi/ A e Lucia cura Frangi di Della. Cinisello Balsamo: Silvana, 2004

Һылтанмалар

үҙгәртергә