Морозов Иван Сергеевич
Морозов Иван Сергеевич (2 сентябрь 1936 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-полковник.
Морозов Иван Сергеевич | |
рус. Иван Сергеевич Морозов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 2 сентябрь 1936 (88 йәш) |
Хәрби звание | генерал-полковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1957 йылдан КПСС ағзаһы.
Петрозаводск хәрби училищеһында (1954 — 1957 йылдар), М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияла (1967 — 1970 йылдар), Ҡораллы Көстәр Генераль штабының К. Е. Ворошилов исемендәге хәрби академияһында (1975 — 1977 йылдар) уҡый.
1980 — 1982 йылдарҙа — Алыҫ Көнсығыш хәрби округының 15-се дөйөм ғәскәри армия штабы начальнигы.
1982 — 1984 йылдарҙа — Алыҫ Көнсығыш хәрби округының 35-се дөйөм ғәскәрҙәре командующийы.
1984 йылдың сентябрь— 1986 йылдың декабрендә — Алыҫ Көнсығыш хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының 1-се урынбаҫары.
1986 йылдың декабрь — 1992 йылдың ғинуарында — Одесса хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы.
1992 йылда Мәскәүгә күсеп килә.
Әлеге ваҡытта — Мәскәү өлкәһе хәрби комиссариатының баш хәрби инспекторы. Генерал-полковник Иван Сергеевич Сергеевич мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәрә.[1]
СССР Юғары Советының 11-се саҡырылыш депутаты (28.02.1988 йылдан алып 1989 йылға тиклем).
Молдованың Тирасполь 704-се һанлы территориаль һайлау округынан 1989 — 1991 йылдарҙа СССР-ҙың халыҡ депутаты.
1990 — 1991 йылдарҙа Украина Компартияһы Үҙәк комитеты ағзаһы.
Хәрби званиелары
үҙгәртергә- Генерал-майор (16.02.1979)
- Генерал-лейтенант (3.11.1983)
- Генерал-полковник (7.05.1987)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Октябрь Революцияһы ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткәне өсөн» ордены
- Миҙалдар