Морено Гонсалес Хуан Карлос
Хуан Карлос Морено Гонсалес (исп. Juan Carlos Moreno González; 19 февраль 1911 йыл, Асунсьон — 30 ғинуар 1983 йыл, шунда уҡ) — Парагвай композиторы.
Морено Гонсалес Хуан Карлос | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Парагвай |
Тыуған көнө | 19 февраль 1911[1] или 19 ғинуар 1916[2] |
Тыуған урыны | Асунсьон[d], Парагвай |
Вафат булған көнө | 30 ғинуар 1983[1] |
Вафат булған урыны | Асунсьон[d], Парагвай |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Яман шеш |
Атаһы | Fulgencio R. Moreno[d] |
Һөнәр төрө | пианист, композитор |
Биографияһы
үҙгәртергәХуан Карлос Морено Гонсалес сәйәсмән һәм дипломат улы. Бала сағынан музыка менән мауыға. Ун бер йәшендә, фажиғәле осраҡ һөҙөмтәһендә ике аяғын да юғалта, был уны пианист булыу мөмкинлегенән мәхрүм итә.
Тәүге музыкаль белемде йортонда ала, аҙаҡ Буэнос-Айреста (Аргентина) Хосе Мануэль Бенавенте һәм Артуро Лизаттиҙа уҡый.
1930 йылда Бразилияның Сан-Паулу ҡалаһында гармония өйрәнә, 1938 йылда хөкүмәт уға итальян оҫтаһы Фурио Франческиниҙа композицияға уҡыу өсөн стипендия бирә. 1940 йылда тыуған иленә ҡайта һәм «Атенео» Парагвай театрында музыка өлөшө буйынса етәксе була.
1964 йылда Асунсьон муниципаль консерватория төҙөлгәндән алып уның директоры булып эшләй, Асунсьон муниципалитетында мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса департамент етәксеһе була.
Ижады
үҙгәртергәХуан Карлос Морено Гонсалес — күренекле композитор, тәү сиратта, Парагвай популяр музыкаһы композиторы.
Музыка ижад итеү менән йәш сағынан шөғөлләнә. 18 йәшендә инде «Margarita» тангоһы өсөн премия менән бүәләкләнә. 1950 йылдарҙа шағир Мануэль Фрутос Пане менән бергә, Сарсуэлдың испан музыкаль-драма жанры менән илһамланып, Парагвай фольклоры нигеҙендә музыкаль комедия жанрынн төҙөй, уны Парагвай Сарсуэлаһы тип атай.
Артабанғы ун йыллыҡта Парагвайҙың бик күп популяр музыка әҫәрҙәре авторы.
Һайланма музыкаль әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Симфоник музыка
- 1944: Kuarahy mimby (La flauta del sol)
- 1946: Movimiento de concierto para piano
- Камералы музыка
- 1935: Sonata para violín y piano en si menor
- 1944: Cuarteto de cuerdas en do mayor
- 1946: Trío para piano
- Фортепиано өсөн музыка
- 1935: Tres piezas para piano
- 1943: Sonata «El amanecer» para piano
- 1945: Sonata para piano
- 1946: Tres aires paraguayos
- Парагвай Сарсуэла
- 1956: La tejedora de ñandutí
- 1958: Korochire
- 1959: María Pakurí
- Популяр музыка
- Paloma pará
- En la canción popular:3
- Pobre pebeta
- Cuando era buena
- Idilio azul
- Margarita (танго)
- Mi casita
- Con tarjeta de cartón
- María Candé
- Кино өсөн музыка
- 2005: Пылающая земля (фильм)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Juan Moreno González // todotango.com (исп.)
- ↑ Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Moreno Carlos González залитая (исп.)
- Moreno Carlos González залитая (исп.)