Мораҙым (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Мораҙым — башҡорт ир-ат исеме.

Мораҙым

Этимологияһы

үҙгәртергә

Мораҙым (Мораҙымйән) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, моратына, теләгенә тура килгән тигән мәғәнәгә эйә[1]. Һуңғы осорҙа Мораҙым тигән матур исем һирәк ҡушыла.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Мораҙым Абдрахманов — старшина, 700 кешенән торған баш күтәреүселәр отряды командиры, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан, Нуғай даруғаһы Ҡумрыҡ-Табын улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Архангел районы, Тирәкле ауылы) башҡорто.

Садиҡов Мораҙымйән Ғаян улы (1925 йыл — 1944 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғала) — рядовой, уҡсы, п/п 57999.

Бикбаев Мораҙым — доктор, невролог, Германиялағы Регенсбург университеты клиникаһында эшләй.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Иҙеүкәй менән Мораҙым — эпос, башҡорт халҡының милли мираҫы.

«Мораҙым» — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының ижтимағи-сәйәси гәзите

Нәфис әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Искәндәр Мораҙымов — Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә» романындағы образ.

«Мораҙым» — повесть.

Топонимдар

үҙгәртергә

Мораҙым (Ауырғазы районы)

Мораҙым (Күгәрсен районы)

Мораҙым (Бишбүләк районы)

Мораҙым (Бөрйән районы)

Мораҙым тарлауығы

Мораҙым тораһы һәм яҙыуы

Мораҙым — Мораҙым тарлауығындағы йылға

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ