Монастыршина Валентина Никодимовна
Валентина Никодимовна Монастыршина (23 февраль 1923 йыл — 13 ғинуар 2004 йыл) — СССР-ҙың хеҙмәт алдынғыһы, газ менән иретеп йәбештереүсе. СССР Юғары Советы депутаты.
Монастыршина Валентина Никодимовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 февраль 1923 |
Тыуған урыны | Ермаковское районы[d], Красноярск крайы, СССР |
Вафат булған көнө | 13 ғинуар 2004 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Советская Гавань[d], Хабаровск крайы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1923 йылдың 23 февралендә Красноярск крайы Ермаковское районы Контырево ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
15 йәшендә эшләй башлай, һуңынан училище тамамлай. 1952 йылдан алып 1983 йылға тиклем Хабаровск крайының Советская Гавань ҡалаһында Төньяҡ суднолар ремонтлау заводында (ССРЗ) газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй. ССРЗ Мәҙәниәт йорто янындағы драма түңәрәгендә шөғөлләнә. Советская Гавань ҡалаһы һәм Хабаровск крайы халыҡ депутаттары Советы депутаты итеп һайлана. Хабаровск крайынан 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советының Союз Советы депутаты (1979—1974) .
2004 йылдың 13 ғинуарында Совет Гаваны ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы
- Хеҙмәт ветераны
- Совет Гаванының почётлы гражданы (халыҡ депутаттарының ҡала Советы президиумының 1991 йылдың 29 апрелендәге 79-сы ҡарары).
Ғаиләһе
үҙгәртергәӘсәһе — Дарья Андреевна Монастыршина. Ағайы Монастыршин Николай Николимович. Ҡыҙы — Монастыршина (Лопухова) Лидия Николаевна[1]. Ейәнсәрҙәре — Татьяна, Галина, Оксана. Бүләләре — Екатерина, Александр, Дарья.
Хәтер
үҙгәртергә2015 йылда Советская Гавань ҡалаһындағы Ленин урамында, 1953 йылдан 1970 йылға тиклем В. П. Монастыршина йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 20 ноября. Освящение мемореала — памятной доски на доме, где проживала почетная жительница г. Советская Гавань Монастыршина Валентина Никодимовна., Крест над Императорской Гаванью. Официальный блог Ванинской епархии (22 ноябрь 2015). 30 март 2019 тикшерелгән. 2019 йыл 30 март архивланған.