Молдова Республикаһының Милли опера һәм балет театры
Мария Биешу исемендәге Молдова Республикаһының Милли опера һәм балет театры — Молдавия баш ҡалаһы Кишинёвта музыка театры.
Мария Биешу исемендәге Молдова Республикаһының Милли опера һәм балет театры | |
Элекке исеме |
А. С. Пушкин исемендәге Молдавия опера, балет һәм драма театры, Молдавия музыкаль-драма театры |
---|---|
Эшләй башлаған |
1955 |
Театр бинаһы | |
Урынлашҡан | |
| |
Етәкселәре | |
Директоры |
Валерия Шейкан |
Төп дирижёр |
Андрий Юркевич |
Ссылки | |
Мария Биешу исемендәге Молдова Республикаһының Милли опера һәм балет театры Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1956 йылда Молдавия опера, балет һәм драма театры базаһында ойошторолған, ул үҙ сиратында 1955 йылда Молдавия музыкаль-драма театры нигеҙендә төҙөлгән. Театрҙың беренсе етәксеһе (1956—1964) композитор Гершфельд Давид Григорьевич була — театр 1956 йылдың 9 июнендә уның «Грозован» операһы менән асыла.
Гершфельд Давид Григорьевичтың беренсе опера спектакле — «Грозован» 1956 йылда, беренсе балет — Асафьев Борис Владимировичтың «Баҡсаһарай фонтаны» — 1957 йылда ҡуйыла. 1957 йылдың июлендә театрҙың опера һәм балет труппалары үҙ аллы коллективтарға айырыла. Театр молдаван композиторҙарының әҫәрҙәрен: опералар — Гершфельдың «Аурелия» (1959), Стырча Алексей Георгиевичтың «Домника йөрәге» (1960, яңы редакцияла «Героик баллада», 1970), балеттар — Загорский Василий Георгиевичтың «Таң» (1960), «Һынған ҡылыс» (1960), «Антоний һәм Клеопатра» (1965) һәм Э. Лазаревтың «Арабескалар» (1970); донъя классикаһын һәм совет композиторҙарының әҫәрҙәрен, шул иҫәптән опералар — Хренников Тихон Николаевичтың «Дауылда» (1962), Холминов Александр Николаевичтың «Оптимистик трагедияһы» (1967), Шебалин Виссарион Яковлевичтың «Үҙ һүҙлене буйһондороу» (1972), Долидзе Виктор Исидоровичтың «Кето һәм Котэ» (1972), Рахманинов Сергей Васильевичтың «Алеко» (1973), балеттар — Караев Кара Абульфаз улының «Йәшен һуҡмағынан» (1961), Шостакович Дмитрий Дмитриевич музыкаһына «Барин ҡыҙы һәм хулиган» (1968), Ж. Бизе — Щедрин Родион Константиновичтың «Кармен-сюитаһы» (1971) һәм башҡаларҙы сәхнәгә сығара. Опера труппаһы Румынияла (1957), балет — Болгарияла (1971), ә аҙағыраҡ донъяның бик күп башҡа илдәрендә гастролдәрҙә була. 1980 йылда Кишинёвта Бөйөк Стефан III урамы, 152 адресы буйынса театрҙың яңы бинаһы төҙөлә. Архитекторҙар: Н. Куренной, А. Горшков. Скульпторҙар: В. Новиков, Сажина Нелли Николаевна, Б. Дубровин, Г. Дубровина. Театрҙа «Мария Биешу саҡыра» данлыҡлы фестивален дә индереп, даими рәүештә төрлө концерттар һәм фестивалдәр үтеп тора.
Репертуар
үҙгәртергәОпералар
үҙгәртергә- Франческо Чилеа, «Адриана Лекуврёр», дүрт шаршаулы опера
- Джузеппе Верди, «Аида», дүрт шаршаулы опера
- Джузеппе Верди, «Бал-маскарад», өс шаршаулы опера
- Джакомо Пуччини, «Богема», өс шаршаулы опера
- Пётр Чайковский, «Евгений Онегин», өс шаршаулы опера
- Пётр Чайковский, «Иоланта», бер шаршаулы опера
- Жорж Бизе, «Кармен», дүрт шаршаулы опера
- Гаэтано Доницетти, «Мөхәббәт эсемлеге», ике шаршаулы опера
- Гаэтано Доницетти, «Лючия де Ламмермур», ике шаршаулы опера
- Джакомо Пуччини, «Мадам Баттерфляй» («Чио-Чио-Сан»), ике шаршаулы опера
- Джузеппе Верди, «Набукко » дүрт шаршаулы опера
- Винченцо Беллини, «Норма», ике шаршаулы опера
- Руджеро Леонкавалло, «Кәмитселәр» инеш өлөшө булған ике шаршаулы опера
- Пётр Чайковский, «Пиковая дама», өс шаршаулы опера
- Джузеппе Верди, «Риголетто», өс шаршаулы опера
- Моцарт Вольфганг Амадей, «Фигаро туйы», дүрт шаршаулы опера
- Джоакино Россини, «Севильский цирюльник», ике шаршаулы опера
- Пьетро Масканьи, «Ауыл ғорурлығы», бер шаршаулы опера
- Джакомо Пуччини, «То́ска», өс шаршаулы опера
- Джузеппе Верди, «Травиата», өс шаршаулы опера
- Джузеппе Верди, «Трубадур», дүрт шаршаулы опера
- Джакомо Пуччини, «Турандот», өс шаршаулы опера
Балеттар
үҙгәртергә- Богдан Павловский, «Белоснежка һәм ете гном», өс шаршаулы балет
- Людвиг Минкус, «Дон Кихот», инеш өлөшө менән өс шаршаулы балет
- Адольф Адан, «Жизель», ике шаршаулы балет
- Жорж Бизе, «Кармен-сюита», бер шаршаулы балет
- Лео Делиб, «Коппелия», өс шаршаулы балет
- Пётр Чайковский, «Аҡҡош күле», өс шаршаулы балет
- Сергей Прокофьев, «Ромео һәм Джульетта», өс шаршаулы балет
- Херман Левенскьольд, «Сильфида », ике шаршаулы балет
- Пётр Чайковский, «Йоҡлаусы һылыуҡай» инеш өлөшлө өс шаршаулы балет-сихри тамаша
- Петер Гертель, «Файҙаһыҙ һаҡлыҡ» өс шаршаулы балет
- Карен Хачатурян «Чиполлино» өс шаршаулы балет
- Пётр Чайковский, «Щелкунчик», ике шаршаулы балет
- Фредерик Шопен, «Шопениана», бер шаршаулы балет
Башҡарыусылар
үҙгәртергә- Басин, Николай Анатольевич
- Биешу, Мария Лукьяновна
- Ботезат, Прасковья Андреевна
- Ерофеева, Людмила Васильевна
- Курин, Виктор Николаевич
- Лозник, Нухим Моисеевич
- Мунтян, Михаил Иванович
- Павленко, Ион Георгиевич — бас.
- Савицкая, Валентина Савельевна
- Стрезева, Светлана Филипповна
Дирижерҙар
үҙгәртергә- Андрей Юркевич
- Николае Дохотару
- Михаил Сечкин
- Попова, Светлана Георгиевна
- Гершфельд, Альфред Давидович
- Михай Амихалакьоае
Режиссёрҙар
үҙгәртергә- Евгений Платон
- Элеонора Константинова
- Михаил Тимофти
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Киртока А., Мануйлов М. Молдавия опера һәм балет театры. — Кишинёв, 1960.
- Шехтман Н. И. Молдавия опера һәм балет театры // Ҙур совет энциклопедияһы. — Т. 16. — С. 446. Архивировано из первоисточника 27 май 2005.