Молдованың тимер юлы

«Молдованың тимер юлы» (рум. Calea Ferată din Moldova) — Молдавияның тимер юл компанияһы, дәүләт предприятиеһы. 

Дөйөм тасуирламаһы үҙгәртергә

Юлдың башҡа дәүләттәрҙең юлдары менән сиктәш урындары:  Украинаның (Укрзалізниця) Одесса тимер юлы (Кучурган, Слободка һәм  Басарабяска станциялары, һуңғыһы консервацияланған һәм файҙаланылмай);  Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлы (Могилёв-Подольский һәм Кельменцы станциялары);  Львов тимер юлы (Мамалыга станцияһы); шулай уҡ Румыния (Căile Ferate Române) тимер юлы (Унгены, Рени, Прут станциялары) һәм Приднестровье тимер юлы. Тимер юлдың идаралығы Кишинёвта урынлашҡан.

Юлдың эксплуатацияланыусы оҙонлоғо 1991 йылға 1328,4 км тәшкил итә. Молдавияла электрлаштырылған юлдар юҡ[1], Приднестровьела конфликт башланғанға тиклем  Тирасполдән Украина сигенә тиклем өлөштө электрлаштырыу планлаштырылған була (Украинала  Раздельная — Кучурган участкаһы электрлаштырылған).

Юлдың төп узел станциялары: Кишинёв, Басарабяска, Унгены, Бельцы-Слободзея, Окница.

Юлдың тарихы үҙгәртергә

Молдавия территорияһында тәүге тимер юл линияһы 1865 йылда Раздельная станцияһынан Кучурган станцияһына тиклем һалынған. 1867 йылда был юл Тирасполгә, ә 1871 йылда Кишинёвҡа тиклем оҙайтыла. 1873 йылда  Кишинёв — Корнешты участкаһында поезд йөрөй башлай, ә 1875 йылда линия Унгенға тиклем еткерелә.

1877 йылдың ноябрендә Бендеры —  Галаць тимер юлы асыла, оҙонлоғо  305 км була.

1893 йылдың ноябрендә Днестр аша күпер һалынып, Могилёвтан Окницыға, Окницыҙан Липканыға, Бельцыҙан Окницыға тиклем участкалар файҙаланыуға тапшырыла. 1893 йылдың декабрендә Липканыҙан  Новоселицаға тиклемге участка файҙаланыла башлай, был Лемберы — Черновица юлы менән тоташыу мөмкинлеген бирә. 

 1894 йылдың авгусында  Рыбницанан — Бельцыға һәм Днестр аша күпер, Липчены —  Матеуцы аралығында 165 метрлы тоннель төҙөлөп бөтә. 

XX быуат башына Бессарабиялағы тимер юлдар оҙонлоғо  850 километрҙан ашыу була. 

1914—1917 йылдарҙа Басарабяска—Аккерман, Бельцы—Унгены һәм башҡа линиялар (бөтәһе 416 км яңы линия) һалына. Тимер юлдар оҙонлоғо артҡан һайын хәрәкәт итеүсе состав һаны ла үҫә: 1917 йылдың июненә 253 паровозға эйә булған Бендеры паровоз депоһы Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлында иң ҙуры һанала.

1920—1940-сы йылдарҙа, Бессарабия Румыния составында булғанда, Ларга — Каменец-Подольский участкалары, шулай уҡ Бендеры—Кишинёв—Унгены, Окница — Новоселица участкаларының икенсе юлдары һүтелә. Төп линияларҙа (Новоселица—Волчинец, Унгены—Окница, Бельцы—Матеуцы, Унгены—Бендеры, Басарабяска—Рени, Басарабяска—Аккерман, Басарабяска—Яргара—Прут) 1524 миллиметрлы колея селтәре 1435 миллиметрлыға үҙгәртелә (бөтәһе 1187 км). Бендеры һәм Бессарабская станцияларындағы, Окницы һәм Флорешты локомотив деполарындағы тимер юл оҫтаханаларының ҡорамалдары һүтелеп Румынияға алып сығыла.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән юл, хәрби хәрәкәттәр районындағы төп транспорт магистрале булараҡ, фронт һыҙығы буйы юлына әйләнә. Юл буйлап сәнәғәт предприятиелары эвакуациялана, фронт һыҙығына ғәскәрҙәр һәм хәрби припастар ташыла. Төп йүнәлештәрҙәге колея өс тапҡыр үҙгәртелә: 1940 йылдың июлендә 1524 миллиметрлыға, 1941 йылдың авгусында 1435 миллиметрлыға, 1944 йылдың майынан йыл аҙағына тиклем ҡабат 1524 миллиметрлыға әйләнә. Һуғыш йылдарында төп юлдарҙың 20 проценты, 30 станция юлы, юл биналарының 50 проценты, Днестрҙағы һәм Пруттағы мөһим күперҙәр емертелә һәм юҡ ителә, 100 км рельс полотноһы, станок ҡорамалдарының 90 проценты, элемтә линияларының 30 проценты һ.б. һүтеп алып кителә.[2]

19391997 йылдарҙа Каменка — Попелюхи тар колеялы тимер юлы эшләй. 1999 йылда ул һүтелә.

1946—50 йылдарҙа Молдавиялағы тимер юлды тергеҙеү һәм модернизациялауға Союз бюджетынан 3 миллирад һум тотонола. 600-ҙән ашыу объект төҙөлә, 1 млн м³ самаһы ер эштәре башҡарыла, 1,7 млн м³ төҙөлөш материалы, 650 меңдән ашыу шпал һалына, эксплуатацияланыусы юл оҙонлоғо 1020 километрға етә. 1948 йылда уҡ Союздағы поездар хәрәкәтенең уртаса тиҙлегенә өлгәшелә.

19531979 йылдарҙа Одесса тимер юлы менән берләштерелә һәм Одесса-Кишинёв тимер юлы тип йөрөтөлә.

Совет осоронда Молдавия тимер юлы халыҡ-ара әһәмиәтендәге магистралгә әүерелә, ул СССР-ҙы Балкан ярымутрауы һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа илдәре менән бәйләй. 1961 йылдың майында Бельцы депоһына беренсе ТЭЗ тепловозы килә, ә 2 йылдан бындай тепловоздар һаны йөҙгә етә. 1970—80-се йылдарҙа юлдың бөтә хужалыҡтарында ла йылдам рәүештә техник яҡтан ҡабат ҡоралландырыу бара. Пассажир вагондары паркының өстән бер өлөштән ашыуы яңыртыла. Төп юлдар реконструкциялана, еңел типлы рельстарҙы ауырыраҡтарына алмаштырыу тормошҡа ашырыла. Юлдар тимер-бетон шпалдарға һәм ҡырсынташ балласҡа һалына. Мәғлүмәт-хисаплау үҙәге ойошторола, мәғлүмәт технологияларын индереү башлана. Йөк ташыу хужалығы юғары етештереүсәнле техникаға алмаштырыла. Тейәү-бушатыу эштәренең механизацияланыу кимәле 93 проценттан артып китә.

1991 йылда Раздельная (Украина) — Кучурган (Украина) — Тирасполь — Бендеры участкаһын электрлаштырыу башлана, Приднестровьелағы һуғыш арҡаһында ул туҡтатылған була[3]. Әлеге ваҡытта контакт селтәренең украин (Кучурганға тиклемге) өлөшө генә эшләй.

1992 йылда Кучурган — Раздельная участкаһы инфраструктураһын тулыһынса Украина тимер юлдарына тапшырыу тормошҡа ашырыла.


2004 йылдың авгусында Приднестровье Молдова Республикаһында урынлашҡан участкаларҙы файҙаланыу уларҙы Приднестровье тимер юлына тапшырыу арҡаһында туҡтатылып тора.

2005 йылдың 19 сентябрендә яңы Ревака — Кайнары[4] тимер юл линияһы төҙөлөп бөтә.

2008 йылдың 25 июлендә Кагул — Джурджулешты тимер юл тармағы асыла[5].

2013 йылда «европаса» тар колеялы юлдар төҙөй башлау планы телгә алына[6].

Етәкселеге үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта Молдова тимер юлы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы — Томша Сергей Петрович.

Күрше илдәр менән тимер юл бәйләнештәре үҙгәртергә

  •   Румыния — Унгены, Прут-2 һәм Джурджулешты станциялары менән сиктәш — колея 1520 миллиметрлынан 1435 миллиметрлыға алышына. Көн һайын Кишинев-Бухарест маршрутында "Приетения" поезы йөрөй.
  •   Украина — Молдова тимер юл селтәре Укрзализница менән тығыҙ бәйләнгән, линияның бер өлөшө Украина территорияһы аша үтә (Одесса һәм Черновцы өлкәләре аша). Украина аша транзит менән көн һайын Мәскәү, Санкт-Петербург, Минскиға алыҫ юл поездары үтә . Шулай уҡ Кишинев менән Одесса араһында, ПМР аша транзит менән, йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә поезд йөрөй.

Хәрәкәт итеү составы үҙгәртергә

Локомотив паркы
Модель Серия номерҙары Етештереүсе
М62 ТЧ-1 Кишинёв: 1060, 1257

ТЧ-2 Бендеры:-
ТЧ-4 Бельцы: -

  СССР

Луганск тепловоздар эшләү заводы

 
ЧМЭ3 ТЧ-1 Кишинёв: 287, 625, 827, 1907, 2143, 2144, 2148, 2385, 2393, 2440, 2441, 2457, 2458, 2935, 2954, 3217, 3222, 3225, 3866, 3867, 3872, 3873, 4167, 4169, 4173, 4507, 4513, 4518, 4710, 4718, 4914, 4952, 5535, 5538, 5732, ЧМЭ3Э-6777, ЧМЭ3Э-6779, ЧМЭ3Э-6770

ТЧ-2 Бендеры: 2454, 2938, 4912, ЧМЭ3Э-6767
ТЧ-4 Бельцы:

  Чехословакия

Чех-мора́ва Ко́лбен Да́нек — ČKD

 
2ТЭ10М ТЧ-1 Кишинёв:-

ТЧ-2 Бендеры:-
ТЧ-4 Бельцы: 2346, 2941, 2942, 2332

  СССР

Луганск тепловоздар эшләү заводы

 
3ТЭ10М ТЧ-1 Кишинёв: 0013, 0015, 0019, 0021, 0030, 0037, 0150, 1040, 1102, 1103, 1139, 1249Б, 1250, 1297

ТЧ-2 Бендеры: 0007, 0008, 0012, 0014, 0030Б
ТЧ-4 Бельцы: 0023, 0026, 0032, 0151, 0152, 1041, 1042, 1047, 1213, 1225

  СССР

Луганск тепловоздар эшләү заводы

 
2ТЭ10В ТЧ-1 Кишинёв: -

ТЧ-2 Бендеры:-
ТЧ-4 Бельцы: 3823, 3825

  СССР

Луганск тепловоздар эшләү заводы

-
2ТЭ10Л ТЧ-1 Кишинёв: -

ТЧ-2 Бендеры: 2303, 2933, 3246
ТЧ-4 Бельцы: 792, 794,1250, 2077, 2080, 2303, 2394, 2757, 2933, 3246

  СССР

Луганск тепловоздар эшләү заводы

 
Дизель-поездар
Модель Серия номерҙары Етештереүсе
Д1 ТЧ-1 Кишинёв: 603, 651, 664, 694, 700, 706, 708, 709, 752, 736, 753, 770, 772, 773, 777, 780, 798, 800

ТЧ-2 Бендеры:-
ТЧ-4 Бельцы:

  Венгрия Халыҡ Республикаһы

Ганц-МАВАГ

 
D1M ТЧ-1 Кишинёв: 001, 002, 003, 004, 005

ТЧ-2 Бендеры: -
ТЧ-4 Бельцы: -

  Румыния

Remar Pascani

 

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Железнодорожный транспорт: Энциклопедия / Гл. ред. Н. С. Конарев. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1994. — С. 236—237. 
  2. Бондарь Н. И. Историческая справка о железной дороге Молдавии.
  3. Новые железные дороги в постсоветском пространстве(недоступная ссылка)
  4. Открыто движение поездов на участке Ревака — Кайнары, Информационное агентство «Новости-Молдова» (23-09-2005). 15 февраль 2011 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  5. Новости на сайте железных дорог Молдовы (28 июль 2008). Дата обращения: 13 февраль 2011. Архивировано Aug 22, 2008 года.
  6. В Молдове будут прокладывать «европейскую» узкую колею и расформируют ГП «Железная дорога Молдовы» / Новый Регион 2015 йыл 2 апрель архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә