Мищевич Виктор Ильич

Мищевич Виктор Ильич (27 август 1924 йыл2011 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1977—1980 йылдарҙа СССР нефть сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ике тапҡыр СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1971, 1983).

Мищевич Виктор Ильич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1924
Вафат булған көнө 2011
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Әүҙемлек урыны Татнефть һәм СССР-ҙың нефть сәнәғәте министрлығы[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

1924 йылда тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдан 1945 йылға тиклем — гвардия ҡыҙылармеецы, 80-се гвардия миномет полкы элемтә офицерының водителе, 2-се Украин фронтында һуғыша[1]. Совет Армияһы сафынан 1947 йылда демобилизациялана.

1947—1952 йылдарҙа Өфө нефть институтында уҡый. 1952 йылдан алып «Татнефть» берекмәһенең «Альметьевбурнефть» тресы быраулау контораһында эшләй — өлкән инженер, участка начальнигы, производство-техник бүлегендә баш инженер һәм начальнигы. 1958 йылдан алып 1960 йылға тиклем — Татарстан Халыҡ Хужалығы Советының нефть сәнәғәте Идаралығы быраулау контораһы начальнигы[1][2].

1960—1963 йылдарҙа — «Татбурнефть» тресы баш инженеры һәм идарасыһы. 1963 йылда — «Татнефть» берекмәһе начальнигы урынбаҫары. 1965 йылдан 1970 йылға тиклем — Баш техник идаралығы начальнигы һәм СССР нефть сәнәғәте министрлығының коллегия ағзаһы[2]. Главк начальнигы булараҡ, В. И. Мищевич ғилми-тикшеренеү институттарҙың, нефть профиле конструктор бюроларҙың эшен тикшерә, яңы институттар булдыра, ғилми тикшеренеүҙәрҙең яңы тармаҡтары һәм яңы фән йүнәлешен финанслай[1].

1970 йылда министр урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ә 1977—1980 йылдрҙа СССР-ҙың нефть сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫарыбулып тора[1][2]. 1971 йылда «Исследование поглощаемых пластов при бурении скважин и разработка мероприятий по их изоляции : на примере нефтяных месторождений Татарской АССР» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1980 йылдан 1983 йылға тиклем — СССР Госпланы нефть һәм газ сәнәғәте бүлеге начальнигы. 1983 йылдан алып 1987 йылға тиклем — фән һәм техника буйынса СССР дәүләт комитетының нефть һәм газ бүлеге начальнигы һәм коллегия ағзаһы[1][2].

1988 йылда хаҡлы ялға сыға, Рәсәй Федерацияһының Энергетика министрлығы кәңәшсеһе һәм нефть һәм газ ресурстарын үҙләштереү проблемалары буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтында консультант, «Нефтегазшельфпроекта» директоры булып эшләй .

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • Мищевич В. И. Исследование поглощаемых пластов при бурении скважин и разработка мероприятий по их изоляции : на примере нефтяных месторождений Татарской АССР / Москва, 1971 г. — 193 с.
  • Мищевич В. И. Технико-экономический анализ энергоустановок и трансмиссионных систем в бурении и критерии их выбора / В. И. Мищевич, М. М. Хушпулян[!], И. Н. Сулханишвили. — Москва : ВНИИОЭНГ, 1973 г. — 121 с.
  • Мищевич В. И. Справочник инженера по бурению / Под ред. В. И. Мищевича, Н. А. Сидорова. — Москва : Недра, 1973 г.
  • Мищевич В. И. Гидродинамические исследования поглощающих пластов и методы из изоляции / Москва : Недра, 1974 г. — 207 с.
  • Мищевич В. И. Новое в области буровых растворов и технологии их использования за рубежом / В. И. Мищевич, А. И. Булатов, Д. Г. Мамедов [и др.]. — Москва : ВНИИОЭНГ, 1975 г. — 41 с.
  • Мищевич В. И. Некоторые вопросы морского бурения за рубежом [Текст] / В. И. Мищевич, А. И. Булатов, Д. Г. Мамедов и др. — Москва : ВНИИОЭНГ, 1975 г. — 63 с.
  • Мищевич В. И. Разведка и эксплуатация морских нефтяных и газовых месторождений / В. И. Мищевич, Б. М. Логунцов, Н. П. Уманчик и др. — Москва : Недра, 1978 г. — 206 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Премиялары

үҙгәртергә
  • СССР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1971)
  • СССР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1983)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Мищевич Виктор Ильич / Ветераны : воспоминания : из истории развития нефтяной и газовой промышленности // М-во нефтяной и газовой пром-сти. — Москва : ВНИИОЭНГ, Вып. 22. — 2009 г. — 254 с. — 207 с
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Профессионалы нефтегазовой отрасли: библиографический справочник / Ред сов.: Чеблаков Е. А., Рустамбеков Т. Ф., Гирбасов Г. П., Нефтяник. М.: 1996 г. — 532 с. — 306—307 с.
  • Профессионалы нефтегазовой отрасли: библиографический справочник / Ред сов.: Чеблаков Е. А., Рустамбеков Т. Ф., Гирбасов Г. П., Нефтяник. М.: 1996 г. — 532 с. — 306—307 с.
  • Очерки истории нефтяной геофизики : факты, люди, воспоминания, размышления / Н. А. Савостьянов. — Москва : Евро-Азиатское географическое о-во (ЕАГО), 2006 г. — 367 с. — 21 см; ISBN 5-88942-061-5
  • Ветераны: из истории развития нефтяной и газовой промышленности : [сборник] / Совет пенсионеров — ветеранов войны и труда, Нефтяная компания «Роснефть»; [ред.: В. Д. Барановский и др.]. — Москва : Нефтяное хозяйство, 1991 — . — Характер док. указан в аннот… — Текст : непосредственный. Вып. 27. — 2014. — 255 с. : ил., портр. ; 20 см. — Ред. указаны на обороте тит. л. — 400 экз.. — ISBN 978-5-93623-010-3