Митридат VI

б. э. т. 134 йәки б. э. т. 132 — б. э. т. 63 йылдарҙа хакимлыҡ иткән Понтий батшаһы

«»

Митридат VI
бор. грек. Μιθραδάτης Στ' Εὐπάτωρ
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Понтийское царство[d]
Тыуған көнө б. э. т. 134 или б. э. т. 132[1]
Тыуған урыны Синоп[d], Төркиә
Вафат булған көнө б. э. т. 63
Вафат булған урыны Боспорское царство[d]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Атаһы Митридат V Эвергет[d]
Әсәһе Лаодика VI[d]
Бер туғандары Лаодика Каппадокийская[d], Митридат Хрест[d], Лаодика[d] һәм Nysa[d]
Хәләл ефете Лаодика[d], Монима[d], Гипсикратия[d], Береника[d] һәм Стратоника[d]
Внебрачный партнёр Адобогиона[d]
Балалары Фарнак II[d], Митридат[d], Клеопатра Понтийская[d], Аркафий[d], Махар[d], Митридат Пергамский[d], Дрипетина[d], Ариарат IX[d], Адобогиона Младшая[d], Афинаида Филосторгия II[d], Ниса[d], Ксифар[d], Орсобарис[d], Xerxes of Pontus[d], Эвпатра[d] һәм Клеопатра Младшая[d]
Нәҫеле Митридатиды[d]
Һөнәр төрө полководец
Биләгән вазифаһы Понтийские цари[d]
Һуғыш/алыш Митридатовы войны[d]
Эра эллинизм[d]
 Митридат VI Викимилектә

Митридат VI Евпатор (бор. грек. Μιθραδάτης Στ' Εὐπάτωρ, лат. Mithridates йәки Митридат Понтийский — латинлаштырылған формаһы[2], шулай уҡ Дионис (бор. грек. Διόνυσος) һәм Бөйөк ҡушаматтары; б. э. т. 132 йыл, Синоп, Понтий батшалығы — б. э. т. 63, Пантикапей, Боспор батшалығы) — Понтий батшалығында б. э. тиклем 120 — 63 йылдарҙа хакимлыҡ иткән батша Августин Митридатты «Азия батшаһы» (лат. rex Asiae)[3] тип атай.

Атаһы һәләк булғандан һуң уға тыуған ерен ташлап китергә тура килә, сөнки әсәһе улын яңы хаким тип күрергә теләмәй. Кире әйләнеп ҡайтҡас, ул баштағы биләмәләрен киңәйтә башлай, Колхида, Боспор, Пафлагония, Каппадокия һәм Галатияларҙы үҙ власына буйһондора. Бынан һуң ул иғтибарын Рим мәнфәғәте һағында торған Понттың һуңғы бойондороҡһоҙ күршеһе Вифин батшалығына йүнәлтә.

Понтий батшаларының күптән инде Рим республикаһына ҡарата дәғүәләре була, һәм Евпатор был дәүләт менән өс тапҡыр көрәшеп ҡарай, яу яланында шул дәүерҙең бөйөк полководецтары: Сулла, Лукулл һәм Гней Помпей менән осраша. Әммә һөҙөмтәлә Кесе Азия эллин Көнсығышының һуңғы бөйөк батшаһын еңгән Ромул һәм Рем вариҫтарына ҡала[4].

Ата-бабалары

үҙгәртергә

Митридат Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан һәм Понтий батшалығына ҡараған Синоп[5] ҡалаһында тыуа. Ул Лаодика Алтынсының һәм Понтий батшаһы Митридат V Эвергеттың (б.э.т. 150—120 йылдарҙа хакимлыҡ итә) беренсе улы була.

 
Митридат Алтынсының олатаһы — Антиох IV Эпифан

Митридат Евпатор бик абруйлы македон һәм фарсы ырыуҙарының вәкиле була:

  • Лаодика VI Селевкиҙар дәүләте хакимы Антиох Дүртенсенең һәм Селевкиҙарҙың грек-македон династияһынан уның бер туған апаһы Лаодика Дүртенсенең ҡыҙы була, ә Селевкиҙар династияһына нигеҙ һалған Селевк I Никатор полководецтарҙың һәм Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең диадохтарының береһе була.
  • Митридат V Эвергет Понт батшаһы Фарнак Беренсенең һәм уны ике туған һеңлеһе Нисаның вариҫы була. Понтий батшалары династияһына нигеҙҙе Митридат I Ктист — фарсы батшаһы Дарий Өсөнсөнөң туғаны һала[6], унан Понтий батшаларының алты быуыны килеп сыға (Плутарх эллин Понтының һигеҙ хакимы тураһында телгә ала[7]). Үҙ сиратында, Дарий III үҙенең нәҫелен вариҫтары Каппадокияла оҙайлы ваҡыт сатраптар булған Отандан (Гауматы батшаһын үлтереүҙә ҡатнаша) башлай. Шулай итеп, Понтий батшалары үҙҙәрен Әһәмәниҙәр вариҫтары тип тә һәм Отанидтар вариҫтары тип тә атай ала[8].

Тәрбиәһе

үҙгәртергә

Батша улын тәрбиәләү менән әсәһе Лаодика VI шөғөлләнә, ғөрөф-ғәҙәттәргә ярашлы ул фарсылар һәм гректар менән бергә уҡый. Уҡыған сағында ул үҙен бик һәләтле булыуын күрһәтә, грек яҙмаһын, мәҙәниәтен һәм динен өйрәнеүҙә башҡаларҙан бик алда бара[9]. Бынан тыш ул фарсыларҙың затлы ырыу вәкилдәрен уҡытыу программаһына ингән хәрби күнекмәләр, һыбай йөрөү һәм ҡырағай йәнлектәргә һунар итеү менән ихлас шөғөлләнә.[10].

Тәхеткә ултырыу. Кесе Әрмәнстан батшаһы

үҙгәртергә

Митридат V Эвергет б. э. т. 120 йылда Синоп ҡалаһында ағыулап үлтерелә[11]. Мәрхүм үҙенең батшалығын Лаодика VI, Митридат һәм уның ҡустыһы Митридат Хрестҡа берлектә идара итеүгә ҡалдыра. Улдары бәлиғ булмағанлыҡтан, ил менән регент сифатында уларҙың әсәһе 120 йылдан алып 113 йылға тиклем идара итә. Регентлыҡ дәүерендә Евпаторға ҡаршы интригалар һәм Хрестты өҫтөнөрәк ҡуйыу күҙәтелә.

Эвергеттың өлкән улы үҙ ғүмере өсөн юҡҡа ғына хәүефләнмәй, сөнки эллин дәүләттәрендә батшалыҡ туғандары араһында үлтереш ғәҙәти хәл була. Сүриә хакимәһе Клеопатра Тея үҙ ирен үлтерә, шунан һуң ил менән балалары исеменән идара итә. Өҫтәүенә ул тәхеткә хоҡуғы булыуы тураһында белдергән өлкән улы Селевек Бишенсене үлтерә һәм кесе улы — Антиох VIII Грипты ағыуларға тырыша. Каппадокия батшаһының тол ҡатыны Ариарата Филопатор Ниса власть башында ҡалыу өсөн биш улын үлтерә[9].

Үҙ ғүмере өсөн ҡурҡып, Эвергеттың өлкән улы Кесе Әрмәнстанға ҡаса, уның хакимы Антипатр уны үҙ яҡлауына ала һәм һөҙөмтәлә биләмәләрен васыят итеп ҡалдыра. Б. э. т. 116—113 йылдарҙа Митридат Понтҡа ҡайта һәм батша тип иғлан ителә. Ул, әсәһенә һәм ҡустыһына ҡарата мәрхәмәт күрһәтеп, уларҙы үлтермәй. Лаодика VI төрмәлә йәки тәбиғи сәбәптәр буйынса вафат булғанмы, йәки улының бойороғо буйынса үлтерелгәнме, уныһы билдәһеҙ. Хрест 113 йылда хакимлыҡ иткән ағаһына ҡаршы заговорҙа ҡатнашҡаны өсөн үлтерелә. Вафаттарынан һуң Евпатор уларҙы тантаналы рәүештә ерләүҙе ойоштора[12].

Фарсы йолалары буйынса батшалыҡ итеүсе династияның таҙалығын һаҡлау маҡсатында, Митридат үҙенең бер туған үҫмер һеңлеһе Лаодикаға өйләнә[13]. Үҙ сиратында уның ҡатыны ире менән бергә хакимлыҡ итә һәм батшаның законда тыуған балаларының хоҡуҡтарын яҡлау мөмкинлеген ала.

Биләмәләрҙе киңәйтеү

үҙгәртергә

Скифтар менән көрәш

үҙгәртергә
 
Боспор батшалығы

Союздашы Херсонес Митридаттың скифтарға ҡаршы һуғышта ярҙам итеүен һорай, сөнки ундағы понтий отряды дошманға ҡаршы тора алмай. Батша 6 мең яугир менән үҙенең полководецы Диофантты ебәрә. Понтий ғәскәре яр буйында уҡ скиф батшаһы Палактың элекке союздаштары булғанроксоландарҙың 50 меңлек ғәскәрен ҡыйрата. Был алыштан һуң тавр ҡәбиләләре буйһондорола, ә уларҙың биләмәһендә Евпатория ҡәлғәһенә нигеҙ һала[14].

Артабан Диофант батша Перисад V менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн күрше Боспор батшалығына йүнәлә. Херсонесҡа ҡайтҡандан һуң 111 йылдың яҙында полководец бер нисә скиф ҡалаһын, шул иҫәптән Скиф Неаполен дә баҫып ала. Сәбәбе: ағалы-ҡустылы Палактар тәхеткә дәғүә белдерә башлай һәм Боспорҙың союздаш килешеүҙе күҙәтеүҙән баш тартыуы. Шунан һуң понтий генералы тыуған яғына ҡайта, ә Херсонес ә һәм Ольвия Митридат власын таный[8].

Һуңғы Спартокид

үҙгәртергә

Парисад һарайында үҫкән Диофант Боспорҙа ҙур йоғонтоға эйә була, һәм уның ярҙамы менән Евпаторҙың батшалыҡты мираҫ итеп алыуы тураһындағы килешеүгә өлгәшелә. Башында Боспор батшаһын үлтергән Савмак торған скиф аристократияһы был хәл менән килешергә теләмәй. Батшалыҡтың тик көнбайыш өлөшө генә фетнәселәр яғында була, ә көнсығыш өлөшө Митридатҡа тоғролоҡ һаҡлай. Диофантҡа Пантикапейҙан Херсонесҡа китергә тура килә, ҡала халҡының уның яҡлы булыуына ышанғандан һуң Понтҡа юллана[15].

108 йылдың яҙында понтий стратегы ғәскәре Херсонестан сыға, һәм б. э. т. 107 йыл башына Феодосияны һәм Пантикапейҙы азат итә. Савмак әсирлеккә алына һәм материкҡа ебәрелә, скиф башлыҡтары менән союздаш килешеүҙәре төҙөлә, ә ҡәлғәләрҙә понтий гарнизондары урынлаша[16].

Колхиданы ҡушыу

үҙгәртергә
 
Гай Марий бюсты

Грек донъяһы күптән Колхида менән таныш була, ун меңлек походында ҡатнашыусылар уның юлдары буйлап өйҙәренә ҡайтҡан була. Понтийҙар ҙа б. э. т. IV быуаттың икенсе яртыһынан был илдәрҙең халҡы менән һатыу итә. Б. э. т. I быуатҡа Колхида — үҙәкләштерелгән идараһы булмаған бүлгесләнгән дәүләт. Яр буйлап антик ҡалалар урынлаша, ә ҡалған биләмәләр номинал рәүештә колх батшаһына буйһонған скиптухаларға бүлгесләнгән була[17].

Үҙ ҡулына Кесе Әрмәнстанды алғандан һуң Евпатор үҙ ғәскәрҙәрен Колхидаға ебәрә, улар батшалыҡтың баш ҡалаһы урынлашҡан Фасиса үҙәнен биләй. Уны буйһондорғандан һуң Митридат үҙен колх хакимдарының һәм фарсы сатраптарының вариҫы тип иғлан итә, шулай итеп Фасистан көньяҡта ятҡан ҡәбиләләрҙе лә үҙ биләмәләренә индерә. Фасистан төньяҡта Аэтидтар династияһына ҡараған урындағы батшалар йәшәгән була, Митридат уларға ҡаршы көрәштә хәрби көс тә, шулай уҡ аҡса менән дә һатып алыуҙы ла ҡуллана.

Һөҙөмтәлә 105—90 йылдарҙа ил яулап алына һәм сатрапияға әйләндерелә. Понтий батшаһы улы Аркафий ил башлығы итеп ҡуйыла. Аркафий беҙҙең эраның 80-се йылдары башына тиклем хакимлыҡ итә. Колхида территорияһына гарнизондар урынлаштырыла, ә грек ҡалалары, үҙаллы берәмек булараҡ, Понтий батшалығы составына инә, уларға хатта үҙҙәренең еҙ тәңкәләрен сығарыу хоҡуғы бирелә[18].Страбон сообщает следующее:

Митридат Евпатор стал владыкой Колхиды и всех этих стран, уступленных ему Антипатром, сыном Сисиды. Митридат проявлял столь большую заботу об этих областях, что построил там 75 укреплений, где и хранил большую часть своих сокровищ.

Митридат Евпатор стал владыкой Колхиды и всех этих стран, уступленных ему Антипатром, сыном Сисиды. Митридат проявлял столь большую заботу об этих областях, что построил там 75 укреплений, где и хранил большую часть своих сокровищ.

Страбон. «География» Книга XII. Глава III

Азия хәлдәре

үҙгәртергә
 
Антик Кесе Азия өлкәләре

Тарихтың башы

үҙгәртергә

Митридат Евпатор хакимлығы башланған осорҙа Рим республикаһы бөтә Кесе Азияны үҙенең көслә йоғонтоһо аҫтында тота. Селевкиҙар империяһы менән һуғыш арҡаһында урындағы дәүләттәрҙең ярҙамына иҫәп тота, ә Пергам батшалығы һәм Вифиния Рим менән айырыуса тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

Беҙҙең эраға тиклем 133 йылдың яҙында Пергамдың балаһыҙ батшаһы Аттал III вафат була, ул үҙ илен Римға васыят итеп ҡалдыра. Әммә бының менән законлы никахта тыумаған улы Аристоник ризалашмай, һәм ул ҡеүәтле фетнә ойоштора. Фетнәне баҫтырыуҙа Рим ғәскәрҙәре лә, шулай уҡ күрше батшалыҡ яугирҙары ла ҡатнаша. Ихтилалды баҫтырыуҙағы ярҙамдары өсөн күрше хакимдар яҡшы бүләктәр ала: Понтий батшаһы Митридат V Эвергет Бөйөк Фригияны биләй, Каппадокия хакимы Ариарат улдары Ликаонияны һәм Киликияның бер өлөшөн ала, ә Вифинияға Фригиянан өлөш эләгә. Пергамдың ҡалған өлөшөндә Азияның Рим провинцияһы ойошторола, уға Родостан тартып алынған Кария ҡушып бирелә[19].

Митридат Эвергеттың үлтерелеүе был ваҡиғаның Мәңгелек ҡала өсөн уңай булыуы тураһындағы имеш-мимештәрҙе тыуҙара. Батшаның тол ҡатыны Лаодика б. э. т. 120/119 йылдарҙа римлеләр ирекле ҡала тип атаған, әммә 116 йылда демонстратив рәүештә уны үҙ биләмәләренә ҡушҡан Бөйөк Фригиянан баш тарта[20]. Шул мәлдән алып Рим һәм Италия ростовщиктары быға тиклемгегә ҡарағанда ла әүҙемерәк итеп Кесе Азия иҡтисаһын ҡулдарына ала башлай, шуның менән урындағы халыҡта нәфрәт тыуҙыра[17]. Шулай итеп, Митридат VI был төбәктәге хәлгә вайымһыҙ була алмай

Вифиния менән альянс

үҙгәртергә

109—108 йылдарҙа Митридат бер нисә дуҫы менән бергә Пафлагония, Вифиния һәм Азияның Рим провинцияһы буйлап йәшерен сәфәргә сығып китә. Маҡсаты: был өлкәләрҙәге хәлдәрҙең торошо тураһында мәғлүмәттәр туплау, шулай уҡ урындағы элитаның бер өлөшөн үҙ яғына ауҙарыу[21]. Бынан тыш Вифиния хакимы Никомед III менән альянс төҙөлә. Өйөнә ҡайтҡас, Дионис ҡатыны Лаодика тарафынан ойошторолған заговорҙы аса. Бының өсөн Лаодика язалана[22].

Бынан һуң Дионис хәрби учениелар ойошторорға бойора, һәм 106/105 йылдарҙа уның Понта һәм Вифиния ғәскәрҙәре Пафлагонияны баҫып ала. Унда урындағы батша ырыуы күптән түгел генә ҡороған була (йәғни батша вафатынан һуң вариҫтары булмай), ә урындағы династар (батшаға буйһонған һәм хәрби һәм граждандар власына эйә булған хакимдар[23]) етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Ил түбәндәгесә бүленә:Понтҡа Гераклей Понтийскийға тиклемге яр буйҙары һәм Амний йылғаһы үҙәне бирелә, ә Вифинияға эске райондар ҡала[24].

Урындағы халыҡ Римдән оккупанттарға баҫым яһауын үтенә. Уларҙың илселәре ике хакимдың да һарайына килә, әммә Митридат менән Никомед баҫып алынған ерҙәрҙән баш тартырға теләмәй. Хәйер, ул мәлдә Рим кимврылар менән һуғыш алып барған була, шуға күрә лә көнсығыштағы сәйәси үҙгәрештәргә[25] бик үк иғтибар итмәй.

Каппадокия тәхете

үҙгәртергә

Александр Македонский походтарына тиклем Каппадокия һәм Понт берҙәм сатрапияға инә, һәм улар араһындағы бәйләнеш һәр ваҡыт тығыҙ була. Понтий династияһына нигеҙ һалған Митридат Ксист башта Каппадокияның бер өлөшөнә хужа була, һәм уның вариҫтарын элек-электән был өлкә ҡыҙыҡһындыра. Урындағы батша Ариарат VI 116 йылда Митридат Евпаторҙың союздашы магнат Гордий тарафынан үлтерелә[26].

Мәрхүм Ариарат Етенсенең кесе йәштәге улы исеменән ил менән уның тол ҡатыны — Митридаттың апаһы Лаодика хакимлыҡ итә башлай[27]. Әммә 103/102 йылдарҙа Вифиния ғәскәре килеп баҫа. Евпатор үҙ туғанына ярҙамға ғәскәр ебәрә, әммә Лаодика, Никомедҡа кейәүгә сығып, был ярҙамдан баш тарта. Моғайын, хакимә үтә аяуһыҙ туғанының Каппадокияның батшалар династияһын тулыһынса юҡ итеүенән һәм уларҙың биләмәләрен үҙенә тартып алыуынан ҡурҡҡандыр. Әммә Дионис Ариарат Етенсенең хоҡуҡтарын яҡлау ниәте тураһында белдерә, һәм понтийҙар илде интервенттарҙан тиҙ арала таҙарта[28].

Бынан һуң Понтий хакимы туғанының Гордийҙы илгә ҡайтарыуын һорай, баш тартыуҙы ишеткәс — һуғыш башлай. Евпатор ҙур ғәскәр йыя: 80 мең йәйәүле һалдат, 10 мең һыбайлы яугир һәм 600 ураҡ рәүешле ике тәгәрмәсле һуғыш арбаһы, ләкин Ариараттың да армияһы ҙур була. Шул саҡта батша хәйләкәрлек менән еңергә ҡарар итә.

Йәш хакимды һөйләшеүҙәр үткәрергә күндерә. Осрашыу мәлендә үк үҙ ғәскәре һәм Ариарат ғәскәре алдында кинжал менән сәнсеп үлтерә.

Был хәлдән һуң Каппадокий халҡы уға ҡаршылыҡ күрһәтеүҙән баш тарта. Б. э. т. 100 йылда ил менән идара итеүгә Митридаттың улы — Ариарат IX Евсевий ҡуйыла, ә Гордий уның регенты итеп тәғәйенләнә. Понтий наместниктары яңы өлкәләге халыҡты талай башлай яңы ҡабул ителәсәк, шуға ла халыҡ ихтилалға күтәрелә. Халыҡ Ариарат Етенсенең ҡустыһы — Ариарат Һигеҙенсене тәхеткә ултырта. Ул понтийҙарҙы илдән ҡыуып сығарыуға өлгәшә, ләкин һуңынан илдән ҡасып китә һәм ауырыуҙан вафат була[29].

Никомед Ариарат VI менән никахтан тыуған тағы ла бер улы булыуы тураһында белдергән Лаодиканы Римгә ебәрә. Ә Дионис, Ариарат IX — Каппадокия батшаһы Ариарат Бишенсенең улы, тип раҫлай[30]. Был ваҡытта Дионис Римдең элекке консулы Гай Марий менән осраша, ул батшаға түбәндәге фекерҙе әйтә: «Йә римдәргә ҡарағанда күберәк көс тупла, йә өндөшмөй генә улар бойорғанды эшлә[31]».

Сенат, Пафлагония һәм Каппадокия ерҙәре Вифиния һәм Понтий кешеләренән азат булырға тейеш, тигән махсус ҡарар сығара. Урындағы халыҡ азатлыҡ ала, әммә б. э. т. 96 йылда Каппадокияла яңы батша һайлау үткәрелә. Гордий ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, һайлауҙа Рим яҡлы сәйәсәт тотҡан Ариобарзан I еңә[32].

Б. э. т. 94 йылда Митридат, Әрмәнстан хакимы Тигран Икенсегә ҡыҙы Клеопатраны кейәүгә биреп, уның менән килешеү төҙөй. Шунан һуң ул союздашынан Каппадокия тәхетен уның улына ҡайтарып биреүҙе һорай, һәм Ариарат ризалыҡ бирә. Гордий етәкселегендәге ғәскәре римдәр ҡуйған батшаны тиҙ арала ҡыуып сығара, әммә Рим полководецы Сулла Ариобарзанға тәхетен кире ҡайтарып биреүгә өлгәшә. Митридат Мәңгелек ҡалаһы вәкилдәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә ҡарар итә[33].

Митридаттың беренсе һуғышы

үҙгәртергә
 
Гней Помпей
 
Луций Лициний Лукулл

Митридат VI бөтә ғүмере буйына элек юғалтылған ерҙәрен кире ҡайтарырға ынтылған ата-бабаларының сәйәсәтен дауам итә, шуға ла үҙен эллинизм һаҡсыһы тип күрһәтә. Әммә был юлда уны Рим республикаһы менән ҡотолғоһоҙ низағ көтә, уға әҙерләнеп, Евпатор уның тоғро дуҫы һәм союздашы булып ҡала. Эске сәйәсәт барышында ул үҙ биләмәләрен киңәйтә. Ул үҙенә урта һәм аҙ тәьмин ителгәндәрҙе йәлеп итә, ә аристократияны ситкә этәрә. Ҡалалар янында хәрби ҡасабалар һәм колониялар хасил була, ә ҡасабаларҙа батшаға тоғро тирандар һәм сатраптар хакимлыҡ итә. Шуға күрә лә антик полистарҙа йәшәгән халыҡ Митридатты ҡабул итә алмай[34].

Б. э. т. 66 йылдың яҙында Помпей командалыҡ итеү вазифаһына баҫа һәм һөжүмгә әҙерләнә башлай. Ғәскәр йыйнау өсөн ваҡыт ҡалдырыу маҡсатында, ул Митридатҡа һәм Парфия батшаһы Фраатҡа илселәрен ебәрә. Был ваҡытта Парфия батшаһы һарайында Тиграндың Әрмәнстанда власты баҫып алырға маташҡан, әммә еңелеп Парфияға ҡасырға мәжбүр булған улы Кесе Тигран йәшәй. Тиграндың был улы Митридат Евпаторҙың ҡыҙы Клеопатранан тыуған була, тап ошо факт әрмән һәм понтий батшалары араһындағы мөнәсәбәттәрҙең насарайыуына килтерә. Ошоно иҫәпкә алып, Фраат, римлеләр менән союз төҙөп, Әрмәнстанға һуғыш асырға ҡарар итә[35]

Митридаттың икенсе һуғышы

үҙгәртергә
 
Ариобарзан Беренсенең драхмаһы

Митридаттан бер һүҙһеҙ ҡорал һалыуҙан баш тартыуы тураһында хәбәр алғас, Помпей уға ҡаршы 40-50 меңлек армияһы менән һуғыш башлай. Митридаттың 30000 йәйәүле һалдаты һәм 3000 һыбайлыһы була. Помпей һәм Митридат һыбайлы яугирҙары араһындағы тәүге бәрелеш римлеләр файҙаһына тамамлана. Понтий батшаһы сигенергә мәжбүр була. Дастейра тауы янында Митридат туҡтай һәм лагерын нығыта. Помпей уның ғәскәре торған лагерҙы ҡамауға ала, понтий лагерында аслыҡ башлана, тик 45 көндән һуң ғына понтийҙар мутлыҡ ярҙамында ҡамауҙан сығыуға өлгәшә[36]. Римлеләр өс көн үткәс Митридат ғәскәрен ҡыуып етә һәм уның сигенеү юлын киҫә. Икенсе көнгә Помпей һөжүм башлай. Ойошҡанлыҡ һәм тәртип булмау сәбәпле, понтийҙар еңелә[37].

Митридаттың өсөнсө һуғышы

үҙгәртергә

Помпей менән һуғыш

үҙгәртергә
 
Митридат Алтынсының тетрадрахмаһы

Б. э. т. 66 йылдың яҙында Помпей командалыҡты ала һәм һөжүм әҙерләй башлай. Ғәскәр йыйыу өсөн ваҡыт булдырыу маҡсатында, Митридатҡа һәм Парфия батшаһы Фраатҡа илселәр ебәрә. Был ваҡытта Парфия батшаһы һарайында Тиграндың Әрмәнстанда власты баҫып алырға маташҡан, әммә еңелеп Парфияға ҡасҡан улы Кесе Тигран тигран йәшәй. Кесе Тигран Тигарндың улы булһа ла, Митридат Евпаторҙың ҡыҙы Клеопатранан тыуған улы булыуы Понтий һәм әрмән батшалары араһындағы мөнәсәбәттәрҙең насарайыуына килтерә. Шуны иҫәпкә алып, Фраат, римлеләр менән союз төҙөп, Әрмәнстанға баҫып инергә ҡарар итә[35].

Митридаттан бер һүҙһеҙ ҡорал һалыуҙан баш тартыуы тураһында хәбәр алғас, Помпей уға ҡаршы 40-50 меңлек армияһы менән һуғыш башлай. Митридаттың 30000 йәйәүле һалдаты һәм 3000 һыбайлыһы була. Помпей һәм Митридат һыбайлы яугирҙары араһындағы тәүге бәрелеш римлеләр файҙаһына тамамлана. Понтий батшаһы сигенергә мәжбүр була. Дастейра тауы янында Митридат туҡтай һәм лагерын нығыта. Помпей уның ғәскәре торған лагерҙы ҡамауға ала, понтий лагерында аслыҡ башлана, тик 45 көндән һуң ғына понтийҙар мутлыҡ ярҙамында ҡамауҙан сығыуға өлгәшә[36]. Римлеләр өс көн үткәс Митридат ғәскәрен ҡыуып етә һәм уның сигенеү юлын киҫә. Икенсе көнгә Помпей һөжүм башлай. Ойошҡанлыҡ һәм тәртип булмау сәбәпле, понтийҙар еңелә[37].

Митридат өс һыбайлы менән Синория ҡәлғәһенә ҡаса, бер ни тиклем ваҡыттан һуң бында понтийҙарҙың 3000 яугиры йыйыла. Римлеләр яҡынлаша башлағас, Митридат, ошо ҡәлғәлә һаҡланған ҡаҙнаһын алып, Евфратҡа табан йүнәлә. Әммә Тигран Митридат илселәрен тоторға бойора, ә уның башы өсөн 100 талант бүләк итеп тәғәйенләнә. Евпатор Колхидаға сигенергә ҡарар итә. Ул үҙе Диоскурийға табан юл ала, ғәскәренең бер нисә өлөшөн, ҙур булмаған ҡәлғәләрҙә дошманды тотҡарлау маҡсатында, һуғышыу өсөн ҡалдыра. Ә Помпей Әрмәнстанда Кесе Тигран отряды менән ҡушыла, һәм берләштерелгән ғәскәр Арташатҡа табан юллана. Әммә әрмән батшаһы Помпей лагерына килә һәм Рим полководецы алдында тиараһын һала[38], ә Помпей ярайһы уҡ йомшаҡ шарттар менән тыныслыҡ урынлаштырыуға ризалаша. Уның ҡарарына ярашлы еңелгән батша контрибуция түләргә бурыслы һәм артабан да әрмән ерҙәрендә хакимлыҡ итеүен дауам итәсәк[39].

Ошонан һуң Рим полководецы Митридат артынан юллана. Әммә урындағы ҡәбиләләр — албандар һәм иберҙар уға ҡаршы һөжүм итә. Ә Понтий батшаһы шул арала Кавказ һырттары артында була. Быға ышанғас, шулай уҡ үҙ тылында албандарҙың ихтилал тураһында хәбәр алып, Помпей көньяҡҡа табан борола[40].

Диоскуриянан Митридат яр буйҙары буйлап төньяҡҡа табан юллана. Унда йәшәгән ҡәбиләләр, уны үҙ территориялары аша үткәрә. Ҡырымдың көнсығышындағы ҡәбиләләр юлбашсылары менән союз төҙөп, ул Боспорға юллана. Был турала хәбәр алғас, Митридаттың фетнә күтәргән улы Махар Пантикапейҙан ҡаса һәм үҙен-үҙе үлтерә.

Беҙҙең эраға тиклем 65 йылда Митридат Боспор батшалығын ҡайтарып ала. Солох тәҡдиме менән илселәрен тағы ла Помпейға ебәрә, тик уныһы һаман да бер ниндәй шарттарһыҙ капитуляция талап итә. Митридат Римгә ҡаршы яңы походҡа әҙерләнә башлай. Әммә римлеләр уларҙы диңгеҙ блокадаһында тотоу сәбәпле, Боспорҙа ауыл хужалығы, сауҙа һәм һөнәрселек ҡаҡшаған була. Митридат, Ганнибалға оҡшатып, уға союздаш булған сарматтар, дактар һәм галлдарҙың ерҙәре аша Италияға үтеп инеүҙе планлаштыра, өҫтәүенә юлында союздаштары иҫәбенән ғәскәрен тулыландырыуға ла иҫәп тота[41].

Б. э. т. 64 йылдың көҙөнә Митридат ғәскәре 36 мең кешегә етә. Әммә Боспор кешеләре һәм Митридат ғәскәре ветерандары һуғыштың дауам итеүен һәм алыҫ Италияға походта ҡатнашырға теләмәй. Үҙ хәленең тотороҡһоҙ булыуын аңлап, Митридат ҡалаларҙа варвар гарнизондарын булдыра, әммә был Боспор кешеләрендә уға ҡарата булған ышанысты бөтөнләй ҡаҡшата. Беренсе булып Фанагория баш күтәрә, артабан Херсонес, Феодосия, Нимфей Митридатҡа буйһоноуҙан баш тарта. Фанагория халҡы ҡала ҡәлғәһен ҡамауға ала һәм яндыра, ә унда батшаның балалары — Артаферн, Дарий, Ксеркс, Оксатр һәм Эвпатра. Улар бөтәһе лә баш күтәреүселәр ҡулына эләгә, тик Клеопатраның ҡыҙы ғына, ҡаршылыҡ күрһәтеп, атаһының карабтары ярҙамында ҡаланан сығып китә ала[42]. 2013 йылдың авгусында Рәсәй археологтары үткәргән ҡаҙылма эштәре барышында Фанагорияла акрополь урынында янғын эҙҙәре һәм Гипсикратия батшаһының кәзинәгенә (моғайын, ул халыҡ сыуалышы ваҡытында һәләк булғандыр) арналған мәрмәр ҡәбер ташы табыла[43].

Шулай итеп, Митридат тирәһендә уның улы Фарнак файҙаһына заговор хасил була. Заговор тиҙ арала фашлана, Фарнак тотола, әммә стратег Менофан өгөтө буйынса батша улын иреккә сығара. Был хәлдән һуң Фанак атаһына ҡаршы асыҡтан-асыҡ фетнә башларға ҡарар итә[44]. Урындағы ғәскәр Римдән ҡасып килгән кешеләр менән бергә Пантикапейҙа Митридаттың улы файҙаһына баш күтәрә, хатта Фарнакты, диадема урынына ғибәҙәтхананан алынған ҡара ҡыҙыл таҫма бәйләп, тәхеткә ултыртыуға ла өлгәшәләр[45]. Әсирлектән ҡотолорға тырышып, хаким ағыу эсә, әммә бала саҡтан, ағыулыуҙан һаҡланыу өсөн әҙ-әҙләп ағып эсеп тороуы арҡаһында, яһалма рәүештә булдырылған иммунитет уны иҫән ҡалдыра. Шул саҡта Митридат үҙенең тән һаҡсыһы һәм дуҫы галл Битоиттың уны ҡылыс менән сабып үлтереүен үтенә[46].

Помпей Петра ҡалаһына походы ваҡытында дошманының һәләк булыуы тураһындағы хәбәрҙе ала, һәм был хәбәр Рим ғәскәрендә ҡыуаныс тойғоһо уята. Амисҡа ҡайтҡас, полководец Фанактан бүләктәр ала, улар араһында батша династияһының һәм Митридаттың үҙенең үле кәүҙәһе лә була. Батшаның тәне, мейеһе ҡалдырылыу сәбәпле, бәлзәмләгәндә ныҡ зыян күрә. Уның шәхесе тәнендәге яралары буйынса ғына билдәләнелә. Помпей монарх кәүҙәһен асып ҡарарға батырсылыҡ итмәй, мәйетте Синопҡа ебәрергә бойора[47].

Баштан уҡ Митридат булдырған державаның һәләкәткә тарыясағы күҙаллана, сөнки уны берләштереүсе көс булып батша фигураһы ғына тора. Бынан тыш ул ышаныслы союздаштар ҙа һайлай алмай, ә Римде дөрөҫ баһаламау ҡораллы ҡаршылыҡтар тыуҙыра[48]. Хәрби йәһәттән Евпатор профессиональ легиондарға ҡаршы тора алмай[49].

Митридат VI Евпатор ҡаршылыҡлы характеры менән айырылып тора, буйһондорған халыҡтар һыҙаттарын үҙендә берләштерә: мәҙәнилек һәм белемлелек унда мәкер һәм дошмандарына ҡарата рәхимһеҙлек менән бергә уҡмаша. Ғәжәп ҙур физик көскә эйә булғанға күрә ул профессиональ яугирҙар, һыбайлылар һәм ике тәгәрмәсле арба йөрөтөүселәр менән ярыша ала[50].

Митридат гректарҙың дини йолаларын яҡшы белә[51], әммә үҙе ғүмеренең аҙағынаса зороастризм динен тота[52]. Уның, убалар баштарында усаҡтар яғып, Зевс-Һуғышсыға баш эйеүе тураһында мәғлүмәттәр бар [53].

Митридат VI Евпаторҙың бер нисә ҡатыны һәм кәнизәктәре була, уларҙан бер нисә бала тыуа, исемдәре буйынса фекер йөрөткәндә Митридаттың грек һәм фарсы сығышлы булыуын раҫлай.

  1. Беренсе ҡатыны — уның бер туған һеңлеһе Лаодика. Никахы б. э. т. 115/113 йылдарҙан алып 90-сы йылдарға тиклем дауам итә, балалары:
    • Улдары: Митридат, Аркафия, Махараш һәм Фарнак II.
    • Ҡыҙҙары: Клеопатра Понтийская (һеңлеһенән айырыу өсөн Өлкән Клеопатра тип тә йөрөтәләр) һәм Дрипетина (фаршы исеме Дрипетиданың иркәләтеп әйтеү формаһы).
  2. Икенсе ҡатыны — затлы македонка Моним. Никахтары б. э. т. 89/88 йылдарҙан 72/71 йылдарға тиклем дауам итә. Был никахта тыуған балалары:
    • Ҡыҙы: Афинаида, Каппадокия батшаһы Ариобарзан Икенсенең ҡатыны .
  3. Өсөнсө ҡатыны — грек милләтенән, Береника, никахта б. э. т. 86 йылдан 72/71 йылдарға тиклем.
  4. Дүртенсе ҡатыны — грек милләтенән, Стратоника, никахта б. э. т. 86 йылдан 63 йылға тиклем.
    • Улы: Ксифар.
  5. Бишенсе ҡатынының исеме билдәһеҙ.
  6. Алтынсы ҡатыны — Гипсикратия.
 
Митридат Алтынсының кейәүе була алмаған — Птолемей XII Неос Дионис (Лувр)
  • Митридат Евпатор хөрмәтенә Керчта Митридат ҡалаһы һәм Ҡырымда Евпатория ҡалаһы бар[54].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. И. П. Митридат (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1896. — Т. XIX. — С. 462—463.
  2. Oxford Classical Dictionary, 3d ed.
  3. О Граде Божьем 3:22
  4. Габелко, 2005, с. 351
  5. Højte, 2009, с. 123
  6. Аппиан, Глава 9
  7. Плутарх, Сравнительные жизнеописания. Деметрий. Глава 4.
  8. 8,0 8,1 Сапрыкин, 1996
  9. 9,0 9,1 Молев, 1995, с. 23—24
  10. Сапрыкин, 1996, с. 124
  11. Mayor, 2009, с. 68
  12. Mayor, 2009, с. 394
  13. Getzel, 1996, с. 387
  14. Страбон, География. Книга VII. Глава 3.17.
  15. Сапрыкин, 1996, с. 147
  16. Молев, 1995, с. 43—44
  17. 17,0 17,1 Молев, 1995, с. 31
  18. Молев, 1995, с. 32
  19. Климов, 2010, с. 149—150
  20. Сапрыкин, 1996, с. 126
  21. Молев, 1995, с. 55
  22. Mayor, The Poison King: the life and legend of Mithradates, Rome’s deadliest enemy p.125
  23. Бикерман, 1985, с. 155
  24. Сапрыкин, 1996, с. 189
  25. Габелко, 2005, с. 354—355
  26. Crook, 1989, с. 141—142
  27. Габелко, 2009, с. 111—112
  28. Сапрыкин, 1996, с. 190
  29. Молев, 1995, с. 60
  30. Габелко, 2005, с. 365—366
  31. Плутарх
  32. Габелко, 2009, с. 112
  33. Плутарх, Сравнительные жизнеописания. Сулла. Глава 5.
  34. Сапрыкин, 1996, с. 203—205
  35. 35,0 35,1 Молев, 1995, с. 127
  36. 36,0 36,1 Молев, 1995, с. 128
  37. 37,0 37,1 Елисеев, 2013, с. 294
  38. Летопись историческихсудеб армянского народа, Валерий Брюсов
  39. Молев, 1995, с. 130
  40. Елисеев, 2013, с. 299
  41. Молев, 1995, с. 134
  42. Аппиан, Глава 108
  43. «Мы подтвердили слова Плутарха» // Lenta.ru 19.11.2013.
  44. Молев, 1995
  45. Бенгтсон, 1982
  46. Тит Ливий. История от основания города. XII.111 2009 йыл 15 июнь архивланған.
  47. Плутарх, Сравнительные жизнеописания. Помпей. Глава 42.
  48. Бенгтсон, 1982, с. 319—321
  49. Бенгтсон, 1982, с. 299
  50. Бенгтсон, 1982, с. 304—305
  51. Аппиан, Глава 112
  52. Бенгтсон , 1982, с. 293
  53. Аппиан, Глава 66
  54. Талах, 2013, с. 9

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт

үҙгәртергә
Сығанаҡтар
Әҙәбиәт

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Цари Понта Ҡалып:Цари Боспора