Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы

шағир, сәйәсмән
(Миннуллин Роберт Мугаллимович битенән йүнәлтелде)

Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы (1 август 1948 йыл27 март 2020 йыл) – шағир, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы депутаты. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстандың халыҡ шағиры (2005) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), Башҡортостандың (1998) һәм Марий Элдың (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1994). Татарстандың Ғабдулла Туҡай (1998) һәм Муса Йәлил (1982) исемендәге дәүләт премиялары, шулай уҡ А. Алиш (1997), Ф. Кәрим (2002), Г. Локке (2007), Н. Нәжми (2011), Ҡ. Насыри (2011) исемендәре әҙәби премиялар лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2013).

Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы
татар. Роберт Мөгаллим улы Миңнуллин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 август 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Шәммәт, Аҡкүҙ ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 27 март 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Һөнәр төрө шағир, журналист
Эш урыны Q13202885?
Казан утлары[d]
Биләгән вазифаһы парламент ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Миңнуллин Роберт Мөғәллим улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин 1948 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Илеш районындағы Нәжәде ауылында тыуа. Бер йылдан һуң уларҙың ғаиләһе Ҡыпсаҡ ауылына күсеп килә. Атаһы Мөғәллим унда бер нисә йыл эшләгәндән һуң үҙенең тыуған ауылы Шәммәткә ҡайтып төпләнә. Шунда башланғыс мәктәптә уҡый. Бишенсе кластан алып Аҡкүҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә йөрөп уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә барып сауҙа-кулинария училищеһына уҡырға инә. Бер нисә айҙан тыуған ауылына ҡайтып китапханала, артабан колхозда эшләй. Икенсе йылды район үҙәгендә — Үрге Йәркәй мәктәбендә уҡып ала. Урта мәктәпте Ҡарабаш ауылында тамамлай.

Мәктәптән һуң ике йыл Илеш районының «Маяҡ» район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ижад менән ныҡлап шөғөлләнеүе лә шул йылдарға тура килә. Мәктәптә уҡығанда уҡ «Башҡортостан пионеры» журналында, «Маяҡ» гәзитендә беренсе шиғырҙарын баҫтырған Роберт әҙәбиәт менән ысынлап ҡыҙыҡһына башлай. Гәзиткә мәҡәләләр яҙыу менән бер рәттән шиғырҙар ҙа яҙа. Улар бер-бер артлы «Маяҡ», «Ленинсы», «Ҡыҙыл таң» гәзиттәрендә баҫыла.

Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡып йөрөгән сағында уҡ Роберт Миңнуллин талантлы йәш шағир булып таныла. «Татарстан йәштәре», «Социалистик Татарстан» газеталарында, «Ҡазан уттары» журналында, «Иҙел» альманахында шиғырҙары күренә башлай.

Университетты тамамлағандан һуң Роберт Миңнуллин «Йәш ленинсы» гәзитендә эшләй башлай, балалар донъяһы менән яҡындан таныша. Һәм, лирик шиғырҙар менән бер рәттән, балалар өсөн дә беренсе шиғырҙарын яҙып ҡарай.

Ун йыл дауамында Татарстан телевидениеһында «Шиғри тәлгәштәр» исемле тапшырыуҙар циклы ойоштора. «Аҡбай цирк ҡарай» (1978), «Ете ағай тай егә» (1980), «Айға остоҡ» (1982) исемле балалар китаптары һәм телевидениенан әҙәбиәтте әүҙем пропагандалағаны өсөн 1982 йылда шағир Татар АССР-ының Муса Йәлил исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Роберт Миңнуллиндың өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә китаптары етерлек, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа байтаҡ.

Әҙиптең балаларға атап яҙған бер генә китабы ла йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, «Беҙҙең ауыл зоопаркы» (1988), «Энекәш кәрәк миңә» (1990) исемле китаптары Татарстан республикаһы конкурстарында беренсе урындарҙы яулай. «Донъялағы иң ҙур алма» (1992) исемле китабы өсөн шағир халыҡ-ара әҙәби бүләккә — Г.-Х.Андерсен исемендәге Почетлы Дипломға лайыҡ булды. Исеме атаҡлы әкиәтсенең Почетлы исемлегенә индерелгән.

Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин ҡаты ауырыуҙан һуң 2020 йылдың 27 мартында Ҡазан ҡалаһында вафат булды[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • ТР Дәүләт Советының Мәҙәни һәм милли мәсьәләләр комиссия рәйесе (1995)
  • Татарстан балалар фонды рәйесе (1988-94)
  • Татарстандың халыҡ депутаты (1990)
  • Татарстан Юғары Советы Президиумы ағзаһы (1990-95)
  • Яҙыусылар берлеге идараһы ағзаһы (1979-99)
  • “Һабантуй” гәзитенең шеф-редакторы (1995)
  • Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының Мәҙәни һәм милли мәсьәләләр комиссияһы рәйесе (1995-99)
  • Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе урынбаҫары (2000-04)

Китаптары

үҙгәртергә
  • Бәхетле булығыҙ (1976)
  • Аҡбай цирк ҡарай (1978)
  • Һөйөнһөндәр әле ҡайындар (1979)
  • Ете ағай тай егә (1980)
  • Айға остоҡ (1982)
  • Беҙҙең ауыл зоопаркы (1988)
  • Энекәш кәрәк миңә (1990)
  • Донъялағы иң ҙур алма (1992)
  • Күстәнәс (1995)
  • Хәрефтәр байрамы (2002)
  • Һайланма әҫәрҙәр (2004)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Татарстан йәштәр ойошмаһының М.Йәлил исемендәге премия лауреаты (1982)
  • Халыҡ-ара әҙәби бүләк - Г.-Х. Андерсен исемендәге почетлы Диплом (1992)
  • Татарстан яҙыусылар берлегенең А. Алиш иисемендәге премия лауреаты (1997)
  • Татарстан Республикаһының Г.Туҡай исемендәге Дәүләт бүләге (1998)
  • Татарстандың халыҡ шағиры (2005)
  • Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2013)[3].
  • Әҙиптең тыуған төйәге Шәммәттә уның музейы буласаҡ[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә