Минин Геннадий Дмитриевич
Минин Геннадий Дмитриевич (27 октябрь 1940 йыл — 30 сентябрь 2019 йыл) — ғалим-санитар табип. 1964 йылдан хәҙерге «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» Федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан бүлек мөдире, 1983—2015 йылдарҙа баш табип; бер үк ваҡытта 1983—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт санитар табибы; 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2008 йылға тиклем Дипломдан һуң белем биреү институтының гигиена, эпидемиология һәм санитар эпидемиология хеҙмәтен ойоштороу кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Дәүләт санитария эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (1996).
Минин Геннадий Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 октябрь 1940 |
Тыуған урыны | Екатеринбург, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 30 сентябрь 2019 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы, министр урынбаҫары, Главный санитарный врач |
Эш урыны |
министерство здравоохранения[d] Башҡортостан Республикаhы |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт медицина академияһы |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм академик[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМинин Геннадий Дмитриевич — 1940 йылдың 27 октябрендә хәҙерге Екатеринбург ҡалаһында тыуған[1]. 1964 йылда Свердловск дәүләт медицина институтының (хәҙер Урал дәүләт медицина университеты) санитарно-гигиена факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө ҡалаһының Республика санитар-эпидемиологик станцияһында санитар-табип булып башлай. 1977 йылда коммуналь гигиена бүлеге мөдире,1983 йылдан баш табип. 1983—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары. «Башҡортостан Республикаһында коммуналь гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһының баш табибы урынбаҫары. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй. 2008 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһының медик-профилактика эшен өйрәнеү,гигиена һәм эпидемиология кафедраһы мөдире. Өфө ҡала халыҡ депутаттары советының ике саҡырылыш депутаты итеп һайлана (1987—1989, 1990—1992)[2].
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергәҒалимдың фәнни эшмәкәрлеге тирә-яҡ мөхитте санитар һаҡлау проблемаларына, халыҡ һаулығына тирә-яҡ мөхиттең насар факторҙары тәьҫире дәрәжәһен баһалауҙың социаль-гигиеник мониторингына, инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә арналған[1]. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
- Медико-экологические проблемы диоксинового загрязнения окружающей среды. М., 1999 (авторҙаш);
- Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Өфө, 2006 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986);
- Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1990);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1999);
«Роспотребнадзор»ҙың иҫтәлекле миҙалы[2] (2015);