Иҫке Байсар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Иҫке Байсар ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Иҫке Байсар
татар. Иске Байсар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Иҫке Байсар

Координаталар

55°28′53″ с. ш. 53°52′28″ в. д.HGЯO

Халҡы

676 человек (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423745 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 848 001

Код ОКТМО

92 605 448 101

Номер в ГКГН

0189332

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Байсар (Рәсәй)
Иҫке Байсар
Иҫке Байсар
Иҫке Байсар (Татарстан)
Иҫке Байсар

География үҙгәртергә

Ауыл Сөн йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих үҙгәртергә

Иҫке Байсар — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә һәм уның административ үҙәге була.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].

1848 йылдан ауылда 2 мәсет, тирмән; 1870 йылда 16 кибет, тирмән; XX быуат башында 4 мәсет, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн мәктәптәр, икмәк магазины теркәлгән, шәмбе һайын баҙар уҙғарылан[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

Халҡы үҙгәртергә

1795 йылда ир енесле 71 аҫаба башҡорт (бүләр ырыуынан), 330 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуынан), 78 типтәр; 1816 йылда — 418 башҡорт; 1834 йылда — 575 башҡорт; 1859 йылда — 1331 башҡорт, 84 типтәр; 1870 йылда — 807 башҡорт; 1912 йылда — 2038 башҡорт һәм типтәр йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022008
1165807171219092034203821691885119875210731046947717663676

Инфраструктура үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 285—293. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.