Әзербайжан Милли тарих музейы

Баҡы ҡалаһындағы тарих музейы

Әзербайжан Милли тарих музейы (рус. Национальный музей истории Азербайджана, әзерб. Milli Azərbaycan tarixi muzeyi) — Әзербайжан тарихы музейы 1920 йылда асыла. Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла урынлашҡан[1].

Әзербайжан Милли тарих музейы
әзерб. Milli Azərbaycan tarixi muzeyi
Нигеҙләү датаһы 1920
Рәсем
Менеджер/директор Наиля Мамедали кызы Велиханлы[d]
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Урын Әзербайжан
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Баҡы, Әзербайжан
Төп тема Әзербайжан тарихы
Бағышланған Әзербайжан тарихы
Архитектор Юзеф Гославский[d]
Рәсми асылыу датаһы 1921
Коллекция күләме 300 000
Адрес Х. З. Тагијева улица 4
Почта индексы 1005
Рәсми сайт azhistorymuseum.az
Страница учреждения на Викискладе National Museum of History of Azerbaijan
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the National Museum of History of Azerbaijan[d]
Карта
 Әзербайжан Милли тарих музейы Викимилектә

Музей тарихы үҙгәртергә

1920 йылдың июнь айында Әзербайжан ССР-ы мәғариф халыҡ комиссариатының мәктәптән тыш эштәр бүлексәһе «Музэкскурс» ярҙамсы бүлеге булдырған, артабан ул музей статусы ала. Музей исемен бер нисә тапҡыр үҙгәртә, мәҫәлән, 1920 йылдарҙа «Әзербайжан халыҡтары тарихы музейында» тип аталған[2]). 1920 йылда музей « Әзербайжан ССР-ы дәүләт музейы» тип исемләнә, ә 1921 йылдың май айында тәүге тамашасыларҙы ҡабул итә.

1925—1960 йылдарҙа Әзербайжан ССР-ының археология үҙәге булараҡ та ҡулланыла.

1968 йылда Виктор Квачидзе етәкселегендә һыу аҫты археологияһы төркөмө төҙөлгән. Төркөм Каспий диңгеҙенең Әзербайжанға ҡараған яр буйындағы һыу аҫты -археологик тикшеренеүҙәр эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә[3].

Хоҡуҡи нигеҙе үҙгәртергә

2011 йылдың 16 мартында Әзербайжан республикаһы президенты Әзербайжандың Милли фәндәр академияһының Әзербайжан Милли тарих музейы матди-техник базаһын нығытыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында күрһәтмә сығара[4].

Галерея үҙгәртергә

Музейҙың Нумизматика фондынан

Ҡарағыҙ үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә