Ҡоролоҡ

билдәле бер урында оҙайлы ваҡыт (бер нисә аҙнанан ике-өс айға тиклем) һауа температураһы юғары булыуы һәм яуым-төшөмдөң аҙ булыуы һөҙөмтәһе

Ҡоролоҡ — билдәле бер урында оҙайлы ваҡыт (бер нисә аҙнанан ике-өс айға тиклем) һауа температураһы юғары булыуы һәм яуым-төшөмдөң аҙ булыуы һөҙөмтәһендә тупраҡта дым запасы кәмеп, культуралы үҫемлектәрҙең үҫешенең насарайыуы һәм һәләк булыуы ихтималлығы

Ҡоролоҡ
Рәсем
Коллаж
 Ҡоролоҡ Викимилектә
Ҡоролоҡ ваҡытында ер ярыла
Донъяның ҡоролоҡ картаһы

Ҡоролоҡ, ғәҙәттә, аҙ хәрәкәтсән юғары антициклонды урынлашыуы менән бәйле. Ҡояшлы йылылыҡтың күп булыуы һәм һауа дымлылығы әкренләп кәмей барыуы парға әйләнеүҙең көсәйеүенә килтерә (атмосфера, йәки һауа ҡоролоғо). Сөнки яуым-төшөмдөң булмауы арҡаһында тупраҡтағы дым запасы ныҡ ярлылана (тупраҡ ҡоролоғо). Тупраҡтың кибеүе көсәйгән һайын быуа, йылғалар, күлдәр, шишмәләр кибә башлай — гидрологик ҡоролоҡ башлана.

Ҡоролоҡ ваҡытында тамыр системаһы аша үҫемлектәргә һыу барыуы ҡыйынлаша. Үҫемлектең дым сарыф итеүе тупраҡтан килгән дымға ҡарағанда артып китә, үҫемлек туҡымаларының дымға туйыныуы кәмей, фотосинтез өсөн шарттар һәм углерод туйыныуы боҙола.

Йыл миҙгелдәренә ҡарап яҙғы, йәйге һәм көҙгө ҡоролоҡтарҙы айыралар.

  • Яҙғы ҡоролоҡ иртә иген культуралары өсөн айырыуса хәүефле.
  • Йәйге ҡоролоҡ иртә һәм һуңғы иген культураларына, башҡа бер йыллыҡ культураларға, шулай уҡ емеш-еләк үҫемлектәренә көслө зыян килтерә.
  • Көҙгө ҡоролоҡ ужым шытымдары өсөн хәүефле.

Яҙғы-йәйге һәм йәйге-көҙгө ҡоролоҡтар күпкә хәүефлерәк.

Уртаса киңлектәрҙә ҡоролоҡтар йышыраҡ дала зонаһында күҙәтелә, һирәгерәк урман-дала зонаһында. Ҡоролоҡ 100 йылға 2-3 тапҡыр хатта урман зонаһында ла була. Ҡоролоҡ төшөнсәһе ямғырһыҙ йәй һәм утә әҙ күләмдәге яуым-төшөмлө, ер эшкәртеү тик яһалма һуғарыу арҡаһында мөмкин булған төбәктәргә ҡағылмай. (мәҫәлән, Сахара, Гоби сүллектәре).

Ҡоролоҡ — ямғырҙар дымлы сезондарҙа ғына булған субтропик һәм субэкваториаль бүлкәттәрҙә ғәҙәти күренеш.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы донъя йәмәғәтселеге мәғлүмәтлелеген арттырыу маҡсатында бөтә донъя ярлыланыу һәм ҡоролоҡ менән көрәшеү көнөн билдәләне.

Эҙемтә үҙгәртергә

1970 йылдан 2010 йылға тиклем Африкала ғына ҡоролоҡтан һәләк булыусылар һаны 1 миллион кеше тәшкил итә. [1].

1972, 1992, 2002 һәм 2010 йылдарҙа оҙайлы эҫелек һәм ҡоролоҡ арҡаһында күп һанлы урман һәм торф янғындары барлыҡҡа килгән, был Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙың халҡына, башҡа ҡала халыҡтарының һаулығына зыян килтергән.

Шулай уҡ үҙгәртергә

  • Ярлыланыу һәм бөтә донъя ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш көнө
  • Хидэригами — япон фольклорында ҡоролоҡ рухы .

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә