Со́рго (лат. Sorghum) — бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләнсел үҫемлектәр ғаиләһендәге ырыу; мал аҙығы үҫемлеге[3]; тропик һәм субтропик илдәрҙә орлоғо өсөн, мал аҙығы, спирт, крахмал һ.б. алыу өсөн үҫтерелә торған бейек ҡыяҡ үҫемлек[4]. Азияла, Африкала, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америкала, Европала һәм Австралияла таралған һәм 30-ға яҡын төрҙө берлештерә[5]. Үҫемлекте ашлыҡ культураһы һәм мал аҙығы булараҡ үҫтерәләр[6] (зерновые культуры и кормовые растения).

Сорго

Sorghum × drummondii
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Sorghum Moench, 1794

Синонимдар
Төр өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  g:11304
IPNI  ???

Үҫемлектең тыуған иле үҙгәртергә

Үҫемлектең тыуған иле — Экваториаль Африка, һуңынан Һиндостан һәм Ҡытайға таралған. Һиндостанда соргоны б. э. т. III мең йыллыҡтан бирле үҫтерәләр, Ҡытайҙа б. э. т. II мең йыллыктан үҫтерәләр. XV быуатта үҫемлекте Европаға килтерәләр, XVII быуаттан бирле Америкала һуғаралар[6].

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Сорго — яҙ сәселә торған һәм ужым культураһы. Йылы яратыусанлығы, ҡоролоҡҡа сыҙымлығы, тоҙло ерҙә үҫә алыусанлығы менән айырыла. Төрлө туппаҡҡа еңел яраҡлаша[6]. Вегетация осоро 120—130 тәүлек, ситтән һеркәләнә.

Соргоның һабағы 0,5 м-ҙан (карлик формаларының) 7 м-ға (тропик формаларының) етергә мөмкин. Тамыр системаһы 2—2,5 м[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. Сведения о роде Sorghum в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT)(инг.)
  3. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф. С. Мурзакаев, 2001)
  4. Русско-башкирский словарь по ботанике (С. И. Янтурин, Г. А. Хисамов, 1981)
  5. The Plant List: Sorghum 2017 йыл 6 сентябрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Сорго — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә. Н. С. Калашник

Әҙәбиәт үҙгәртергә