Низаев Әбүзәр Ғаяз улы

Низаев Әбүзәр Ғаяз улы (19 июль 1914 йыл7 ғинуар 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының отделение командиры һәм разведка ротаһы командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Низаев Әбүзәр Ғаяз улы
Тыуған ваҡыты

19 июль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Һынташтамаҡ ауылы

Үлгән ваҡыты

7 ғинуар 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (82 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы, Өфө

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1945

Хәрби звание
Өлкән сержант
Өлкән сержант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Әбүзәр Ғаяз улы Низаев 1914 йылдың 19 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы) башҡорт ауылы Һынташтамаҡта тыуған[1].

Мәктәптә 5 синыф тамамлай. Туған ауылында ойошторолған ауыл хужалығы артелендә эшләй. 1930 йылдан Башҡортостан АССР-ы Топорнин районында колхозда эшләй. 1932 йылдан Ленинградта караптар төҙөү заводында эшләй.

1936—1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1938 йылдан Ленинград караптар төҙөү заводында токарь-револьверщик, ә артабан Ленэнерго предприятиеһында тәьминәт буйынса агент булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас үҙ теләге менән фронтҡа киткән һәм 1941 йылдың июненән Ленинград районы Һауа оборонаһының 14‑се артиллерия дивизионында зенит орудиеһы командиры булып хеҙмәт итә. Блокадаланған Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнаша. 1944 йылдан Ленинград фронтының 67‑се армияһы 46‑сы уҡсылар дивизияһы 314‑се уҡсылар полкында уҡсылар отделениеһы һәм 2‑се Белоруссия фронтының 2‑се удар армияһының разведка ротаһы командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.

Ленинград блокадаһы алынғас, өлкән сержант Низаев 1944 йылдан Ленинград фронтының 67‑се армияһы 46‑сы уҡсылар дивизияһы 314‑се уҡсылар полкында уҡсылар отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 12 февралендә Ленинград өлкәһенең Луга тимер юл станцияһынан көнбайыштараҡ барған алыш барышында ҡул пулемёты менән дошмандың ике контрһөжүмен кире ҡаға. Пулемёт боҙолғас, гранталар менән егермегә яҡын немец һалдатын юҡ итә. Яраланһа ла алыш яланынан китмәй. Күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 24 февралендә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 15 ғинуарында Польшаның Пултуска ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ барған алышта өлкән сержант Низаев, яугирҙар менән командалыҡ итеп, һиҙҙермәй генә дошман тылына үтеп инә һәм һөжүм итә, шулай итеп алыштың уңышлы тамамлауына булышлыҡ итә. Был алышта күрһәткән батырлығы өсөн 1945 йылдың 7 февралендә 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 10—11 мартында Германияның Данциг ҡалаһы эргәһендә барған алыштарҙа, өлкән сержант Низаев тәүгеләрҙән булып һөжүмгә күсә һәм үҙ атыу ҡоралы менән биш дошман һалдатын юҡ итә. Һөҙөмтәлә уның бүлеге бейеклекте яулап ала. Был алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн 1945 йылдың 29 июнендә 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм шулай итеп Дан орденының тулы кавалеры булып китә.

1945 йылда демобилизациялана, туған яғына ҡайта. Благовещен районы Степановка машина-трактор станцияһында, 1952 йылдан Благовещен ҡалаһында такелажсы, Благовещен ҡала Советы башҡарма комитетының коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире булып эшләй.

1972 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводында цех начальнигының тәьминәт буйынса урынбаҫары була. Аҙаҡ Өфөләге дауаханаларҙың береһендә шофёр, хужалыҡ мөдире булып эшләй.

1997 йылдың 7 ғинуарында вафат була. Өфөлә ерләнә.

Бүләктәре үҙгәртергә

  • 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • 1‑се дәрәжә Дан ордены (1945 йылдың 29 июне)
  • 2‑се дәрәжә Дан ордены (1945 йылдың 7 феврале)
  • 3‑сө дәрәжә Дан ордены (1944 йылдың 24 феврале)
  • миҙалдар

Хәтер үҙгәртергә

  • Өфө ҡалаһында Ә. Ғ. Низаев 1987—1997 йылдарҙа йәшәгән йортта (Рәсәй урамы, 10) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ерошин А. Е. Через огонь войны // Слава солдатская. — Уфа, 1967.

Һылтанмалар үҙгәртергә