Горбунов Игорь Алексеевич

совет дәүләт һәм партия эшмәкәре

Горбунов Игорь Алексеевич (12 июль 1941 йыл22 сентябрь 2022 йыл) — дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

Горбунов Игорь Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 июль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 сентябрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (81 йәш)
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты

Биографияһы үҙгәртергә

Игорь АлексеевичГорбунов 1941 йылда Ырымбур ҡалаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған[1] . Милләте буйынса рус[2]. Ленинградта урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә уҡырға килә.

1959 йылда 1-се һанлы Өфө техник училищеһын тамамлай, химик производстволары аппаратсыһы һөнәрен үҙләштерә һәм Өфө синтетик спирты заводында газ бүленеү цехында аппаратсы булып эшләй башлай. 19591961, 19661973 йылдарҙа Өфө химик заводында эшләй (1971 йылдан — лаборатория начальнигы).

1965 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

1971 йылдан — Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы.

Эш урындары: 1973 йылдан — партия эшендә. 19841989 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире, 1989—1990 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы комитетының беренсе секретары, 1990 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан республика комитетының ваҡытлы бюроһы рәйесе, 19901991 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары.

1990 — 1991 йылдарҙа — КПСС-тың Үҙәк комитеты ағзаһы. КПСС-тың бөтөрөлөүе сәбәпле 1991 йылдан партия эшен ҡалдыра. 1991—1996 йылдарҙа һәм 2002 йылдан алып коммерция банктарында, 1996—2002 йылдарҙа ААЙ "Башкирнефтепродукт"та эшләй.

Горбунов Игорь Алексеевич — Башҡортостанда һуңғы КПСС-тың Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары.

Наградалары үҙгәртергә

БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Библиотека - Люди и книги. Дата обращения: 11 февраль 2013. Архивировано 17 февраль 2013 года.
  2. Библиотека — Люди и книги

Һылтанмалар үҙгәртергә