Аҡтаныш (Түбәнге Аҡтанышбаш) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы үҙәге. Аҡтаныш ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Аҡтаныш
татар. Актаныш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Аҡтаныш

Координаталар

55°43′22″ с. ш. 54°03′27″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1715 йыл

Халҡы

9563[1] кеше (2016)

Милли состав

Татарҙар

Конфессиональ составы

Мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 +7

Почта индексы

423740

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 809 001

Код ОКТМО

92 605 409 101

Номер в ГКГН

0012595

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аҡтаныш (Рәсәй)
Аҡтаныш
Аҡтаныш
Аҡтаныш (Татарстан)
Аҡтаныш

Атамаһы үҙгәртергә

Крайҙы өйрәнеүсе Фидан Мәрүәров буйынса, ауылдың исеме ике һүҙҙән тора «аҡ» һәм «таныш». Бында Таныш-Тәнеш — антропонимдан барлыҡҡа килгән күл атамаһы[2].

География үҙгәртергә

Ауыл Аҡтаныш һәм Ағиҙел йылғалары буйында, Башҡортостан Республикаһы сиге янында урынлашҡан[3].

Тарих үҙгәртергә

Ауылға ҡырғыҙ ырыуы ябалаҡ түбәһе башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1715 йылда телгә алына[4]. Һуңыраҡ ауыл Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә составында була. XIX быуаттың беренсе яртыһында 11-се (1847 йылдан һуң — 12-се) башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә һәм ошо улустың үҙәге була[4].

1848 йылда тимерлек, 1905 йылда — 2 ел тирмәне, 2 мануфактура һәм 3 бакалея кибеттәре; шарап һәм һыра кибеттәре, киптергес теркәлгән. Ауылда баҙар һәм сентябрҙә йәрминкә уҙғарылған. Бында улус идаралағы, почта-телеграф бүлеге урынлашҡан. 1848 йылда мәсет, 1870 йылда уның эргәһендә мәктәп теркәлгән. 1892 йылда мәсеткә яңы бина төҙөлә[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы үҙәге, 1963 йылдан — Минзәлә районы составында, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы үҙәге. 1988—1991 йылдарҙа ҡала тибындағы ҡасаба статусында була[3].

Халҡы үҙгәртергә

1816 йылда — ир енесле 222 йән башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 9 йорт хужаһы) һәм 156 йән типтәр; 1834 йылда — ир енесле 329 (улар араһында 2 ҡатынлы 2 йорт хужаһы) башҡорт һәм 191 йән типтәр; 1859 йылда 315 йән керҙәш башҡорт һәм типтәр иҫәпләнгән. 1902 йылда ауылда барлығы 224 ихатала ир енесле 1214 йән иҫәпләнгән. 1912 йылғы Подворный иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 1417 керҙәш-башҡорт йәшәгән[4]. Аҡтаныш ауылы гәрәйҙәрҙең аҫаба ерҙәрендә урынлашҡанға күрә, бында йәшәүсе ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары керҙәшлек хоҡуғы алып типтәр ҡатламында булғандар[2].

1884 1897 1906 1913 1920 1926 1938 1949 1958 1965 1970 1979 1989[3]
906 1243 1292 1417 1739 1274 1874 1699 2168 2242 2842 4446 6814
Халыҡ иҫәбе
1959[5]1970[6]1979[7]1989[8]2002[9]2010[10]2012[11]
2543288451786814814889239090
2013[12]2014[13]2015[14]2016[1]
9172931794889563

Инфраструктура үҙгәртергә

Ауылда һөт эшкәртеү заводы, ауыл хужалығы техникаһы һәм төҙөлөш предприятиелары, типография эшләй. Ауылда һөнәри училище, 2 урта мәктәп, сәнғәт мәктәбе, балалар музыка мәктәбе, музей, 2 мәҙәниәт йорто, 4 китапхана, үҙәк район дауаханаһы, мәсет бар[3].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года. Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
  2. 2,0 2,1 История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 114—117. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6. (рус.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская Энциклопедия. Т. 1. — Казань, 2002. — С. 87.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 256—261. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  5. Всесоюзная перепись населения 1959 года
  6. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Архивировано 3 февраль 2012 года. Всесоюзная перепись населения 1970 года
  7. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  10. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2010 года
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  13. Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.