Ибраһимова Фәғилә Нурулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

ауыл хужалығы алдынғыһы
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ибрагимова, Фагиля Нурулловна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

05:37, 6 май 2020 өлгөһө

Фәғилә Нурулла ҡыҙы Ибраһимова (19262010) — совет ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Биографияһы

1926 йылдың 11 мартында Төмән өлкәһе Төмән районының Есаул ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Нурулла Ибраһимов ат ҡараусы, ә әсәһе Марфуга Ибраһимова быҙауҙарҙы тәрбиәләүе булып эшләгән.

1941 йылда ул Есаул башланғыс мәктәбен тамамлағанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана, һәм Фәғилә тиҫтерҙәре менән бергә колхоз баҫыуҙарында төндө көнгә ялғапЮ, ал-ял белмәй эшләй.

1944 — 1945 йылдарҙа Ф. Н. Ибраһимоваға балыҡсылар артелендә эшләргә тура килә. 1947 йылда ауылдашы Ибраһимов Әнүәргә кейәүгә сыға. Бер Ғаиләлә һигеҙ бала үҫә, туғыҙынсы баланы тәрбиәгә алған булалар.

1961 һәм 1963 йылдарҙа «һигеҙ бала тәрбиәләгән әсә» булараҡ Ф. Н. Ибраһимова СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы II һәм III дәрәжә «Әсәлек даны» Ордены менән бүләкләнә.

1946 йылдан Төмән районының «Турин» совхозында һауынсы булып эшләй, 1968 йылда Фагиля Нурулла ҡыҙы һәр һыйырҙан йылына 3200 кг һәт, 1972 йылда — 4546 кг, 1973 йылда — 4031 кг һөт һауып алыуға өлгәшә.

1973 йылдың 6 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы «һөт һауып алыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн» Фәғилә Нурулла ҡыҙы Ибраһимова Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. Уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Ф. Н. Ибраһимова СССР Бөтә Союз Халыҡ Хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша, 1976 йылда КПСС-тың XXV съезына делегат итеп һайлана.

2010 йылдың 8 сентябрендә Төмән өлкәһенең Есаул ауылында вафат була.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Большая Тюменская энциклопедия : в 3 т. / Абрамов Н. В. и др. - Тюмень : НИИ регион. энцикл. ТюмГУ ; Екатеринбург : Сократ, Т. 2: И — П. - 2004 г. — 495 с. — ISBN 5-88664-171-8