Мартыново (күл)
Мартыново — Рязань өлкәһендәге ( Рәсәй) күл. Системаһына инә. Клепиковский күлдәре системаһына ҡарай. Күлдең оҙонлоғо −2 километрға, ә киңлеге-3 километрға тигеҙ. Күл диңгеҙ кимәленән 111 метр бейеклектә ята. Күлдең майҙаны — 332 гектар.
Мартыново | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Пра[d] |
---|---|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Пра[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Рязань өлкәһе |
Майҙан | 3,32 км² |
Физик-географик ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәМартыново күле- Пра йылғаһына ҡойған ағар күл, Клепиковский күлдәре системаһындағы иң түбәндә торған күл. Мартыново күленән һуң Пра йылғаһы Спас -Клепиково яғына берҙәм һыу блы буйынса аға. Күлдең һыуы мелиорация каналдарына бүлгеләнгәнлектән, күл ныҡ һаҙматлы, Мартыново күленең ярҙары торфяниктарҙан һәм ағып килгән ер ҡатламдарынан тора.
Рязань өлкәһе башҡарма комитетының «һыу объекттарын тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таныу тураһында» № 366 ҡарарына ярашлы 1974 йылдың 30 декабрендә күл тәбиғәт ҡомартҡыһы тип һанала һәм дәүләт тарафынан һаҡлана . Мартыново күле территорияһында айырыуса ныҡ һаҡланған төп төрҙәр булып ажау, үлән тәлмәрйене, ҡыҙыл ҡорһаҡлы жерлянка, тере бала тыуҙырыусы кеҫәтке , кесе мөншөгөр, тартай, тәтелдәүек, оло ҡыҙғатау, һаҙ сәпсәүе, божор сәпсәү, һоро өйрәк, аҡсарлаҡ, күк, бәләкәй крачка, ябай безгелдәк[1] һанала. Күл биләмәһе «Мещера» милли паркында урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мартынов күле тәбиғәт ҡомартҡыһы. 2018 йыл 16 октябрь архивланған.