Мартынова Антонина Стефановна

Мартынова Антонина Стефановна (10 май 1911 йыл — 22 май 2005 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Белгород өлкәһе Иҫке Оскол районы «Новый мир» колхозы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Мартынова Антонина Стефановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 10 май 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Старооскольский район[d]
Вафат булған көнө 22 май 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Белгород өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Антонина Серафимовна Мартынова 1911 йылда Казацкая биҫтәһендә (хәҙер Иҫке Оскол эсендә) тыуған.

12 йәшенән хужалыҡта ялланып эшләй. 1929 йылдан урындағы колхозда эшләй башлай, звено етәксеһе була. 1943 йылдан «Новый мир» колхозында бригада менән етәкселек итә.

Етештереүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бригадаһы рекордлы уңыш ала: һәр гектарҙан 447-шәр центнер шәкәр сөгөлдөрө, 42,6-шар центнер иген. 1955 йылда халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге Указы менән, ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм уңыш йыйыуҙа рекордлы күрһәткестәре өсөн, Антонина Серафимовна Мартыноваға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы» тапшырып «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем колхозда эшләүен дауам итә.

Белгород өлкә һәм Иҫке Оскол район советы депутаты, КПСС-тың Иҫке Оскол район комитеты ағзаһы булып һайлана.

2005 йылдың 22 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мартынова Антонина Стефановна. beluezd.ru. Дата обращения: 17 март 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә