Мартин Лютер Кинг
Ма́ртин Лю́тер Кинг (ингл. Martin Luther King; 15 ғинуар 1929 йыл, Атланта, Джорджия штаты, АҠШ — 4 апрель 1968 йыл, Мемфис, Теннесси, АҠШ) — АҠШ-та ҡара тәнле граждандар хоҡуҡтарын яҡлаусы хәрәкәт лидеры. Кинг Америка прогрессивизмы тарихында милли батыр булып таныла[1].
Мартин Лютер Кинг | |
Martin Luther King Jr. | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Атаһы |
Оло Мартин Лютер Кинг |
Әсәһе |
Альберта Уильямс Кинг |
Тормош иптәше |
Коретта Скотт Кинг |
Балалары |
Йоланда Кинг, Мартин Лютер Кинг III, Декстер Скотт Кинг, Бернис Кинг |
Наградалары һәм премиялары | |
Автограф | |
Мартин Лютер Кинг Викимилектә | |
Мартин Лютер Кинг АҠШ ҡара тәнлеләр хәрәкәтенең әүҙем эшмәкәре һәм АҠШ-тың ҡара тәнлеләр хоҡуҡтарын яҡлаусылар хәрәкәтенең әүҙем көрәшсеһе. Ул дискриминацияға, расизмға һәм сегрегацияға ҡаршы көрәшә. Шулай уҡ АҠШ-тың колониаль агрессияһына, шулай уҡ Вьетнам һуғышына ҡаршы була. Уның демократия өсөн фиҙакәр эштәре йәмғиәт тарафынан күтәреп алына. Уға 1964 йылда Нобель премияһы тапшырыла. Теннесси штатының Мемфис ҡалаһында Джеймс Эрл Рей тарафынан үлтерелгән тип фаразлана.
2004 йылда (үлгәндән һуң) АҠШ-тың юғары наградаһы— Конгрестың алтын миҙалы менән бүләкләнә.
Ғаиләһе һәм белеме
үҙгәртергәМартин Лютер Кинг 1929 йылдың 15 ғинуарында АҠШ-тың Атланта ҡалаһындав пастор Мартин Лютер Кинг (өлкән) һәм Альберта Уильямс Кинг[en] ғаиләһендә тыуған[2]. Малайға атаһыныҡы кеүек Майкл тип исем ҡушалар, тик атаһы 1934 йылда үҙенең дә, улының да исемен «Мартин» тип үҙгәртә[3][4]. Өлкән Кинг улына «Майкл» исемен табип яңғылыш яҙып ҡуйған тип аңлата [5],кесе Кинг исемен 1957 йылда үҙгәртә[6]. Кингтың ата-әсәһе — ҡара тәнле Америка граждандары, атаһы яғынан бик алыҫ бабаһы Ирландия кешеһе була[7][8][9].
Кингтың өлкән апаһы Кристин Кинг Фаррис[en] һәм ҡустыһы Альфред Кинг[en][10] була.1939 йылда Кинг Атлантала үткән «Елгә осҡан кешеләр» премьераһында сиркәү хорында йырлай[11] , ул музыканы, йырларға ярата. Әсәһе органда уйнай һәм хор етәксеһе була. Кесе Кинг I Want to Be More and More Like Jesus йырын бик оҫта башҡара. Бер аҙҙан Кинг үҙ сиркәүендәге кесе хор ағзаһы булып китә[12].
Кингты атаһы 15 йәшкә тиклем туҡмаған. Кинг атаһының раса буйынса сегрегацияға ҡаршы сығыштарын , мәҫәлән, полицейскийҙың уға «малай» тип өндәшеүенә(«сэр» урынына) һәм магазинда кассирҙың аталы-уллы Кингҡа «магазиндың икенсе яҡ осона» барып түләргә ҡушыуына ҡаршы сығыуын күреп үҫә[13].
Бала саҡта Кинг бер аҡ тәнле малай менән дуҫлаша, ул малайҙың атаһының эше Кинг ғаиләһенең өйө янында була. Балаларға 6 йәш тулғас, улар мәктәпкә төшә: Кинг ҡара тәнлеләр өсөн мәктәпкә, ә уның дуҫы— аҡ тәнлеләр өсөн булған мәктәпкә китә (дәүләт мәктәптәрендә закон буйынса шундай айырым уҡытыу ҡарала). Кинг дуҫы менән башҡаса аралаша алмай, сөнки уның атаһы малайҙарҙың дуҫ булыуын теләмәй[14].
Ғүмер буйы тиерленк Кинг депрессиянан интегә. В свои юношеские годы он изначально чувствовал неприязнь к белым из-за Йәш сағында ул аҡ тәнлеләргә ҡарата «расаға ҡарап кәмһетелеү» арҡаһында дошманлыҡ хистәре һаҡлай, сөнки АҠШ-тың көньяҡ штаттарында раса буйынса айырым йәшәү (сегрегация) Кинг ғаиләһенә, уларҙың күршеләренә, таныштарына ла ҡағыла [15]. 12 йәштә әсәһе яғынан өләсәһенең вафатынан һуң Кинг үҙен ғәйепле һанап, икенсе ҡаттан һикерә, ләкин иҫән ҡала[16].
Кинг христиан диненең бик күп тәғлимәттәренә ышанмай. 13 йәштә йәкшәмбе мәктәбендә ул Иисус Христостың күккә ашыуына ышанмауын белдерә [17]. Үҙе әйтеүенсә, шул саҡтан алып, «шикләнеүҙәр бер нигә ҡарамай ташып сыға башлай»[18][17]. Шулай ҙа ул Библияла бик күп тәрән хәҡиҡәт бар икәнен таный һәм семинарияға уҡырға инергә була[17].
Атлантала Кинг Букер Талиафер Вашингтон исемендәге мәктәпкә йөрөй. Ул бик оҫта оратор булып таныла һәм мәктәптең дебат командаһына инә[19]. 1942 йылда 13 йәштә ул Atlanta Journal[en][20] гәзит таратыу станцияһы мөдиренең иң йәш ярҙамсыһы була. Ун беренсе класта уҡығанда ул ораторҙар ярышында беренсе призды ала, был ярыштың спонсоры Negro Elks Club (Дублин[en], штат Джорджия) була. Атлантаға ҡайтҡанда уға һәм уның уҡытыусыһына аҡ тәнле пассажирҙар ултырып ҡайтһын өсөн баҫып ҡайтырға ҡушалар. Кинг башта быға ҡаршы сыға,ләкин уҡытыусыһы законды боҙмаҫҡа ҡушҡас, уға буйһона. Һуңыраҡ ул был турала шул саҡта «үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр шундай ныҡ итеп нәфрәтләндем» ти[19]. Бик яҡшы уҡығанға күрә ул мәктәптә туғыҙынсы һәм ун икенсе класта уҡып тормай[21].
Морхауз-колледж
үҙгәртергәКинг ун беренсе класта уҡығанда ҡара тәнлелер өсөн тәғәйенләнгән Морхауз-колледж[en] имтихандарҙы яҡшы биргән уҡыусыларҙы уҡырға алыуы тураһында иғлан бирә. Был ваҡытта күп кенә уҡыусылар Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыу өсөн уҡыуын ташлай. Кинг Морхауз-колледжға 15 йәшендә уҡырға инә[19]. Уҡыуының аҙағына бер йыл ҡалғас, 18 йәшлек Кинг рухани булырға ҡарар итә. Ул сиркәү ғәҙеллек өсөн көрәшергә мөмкинлек бирә тип иҫәпләй. Бер аҙҙан Кинг баптистар сиркәүе менән бәйләнешен тергеҙә[22].
Крозер дини семинарияһы
үҙгәртергә1948 йылда 19 йәшлек Кинг Морхауз-колледжды социология буйынса сәнғәт бакалавры дәрәжәһендә тамамлай. Бынан һуң ул Честер ҡалаһындағы Crozer Theological Seminary 1951 йылда тамамлай, теология бакалавры дәрәжәһен ала[23][24]. Атаһы Кинг дини уҡыуын дауам итергә тейеш тип иҫәпләй һәм уға Честерҙа Джозеф Пий Барбур[en] тигән кешелә эш табырға ярҙам итә (Calvary Baptist Church (Chester, Pennsylvania)[25]. Кингтан башҡа был уҡыу йортонан бик күп башҡа билдәле руханиҙар, эшмәкәрҙәр сыға[26].
Крозерҙа Кинг менән бергә Уолтер Макколл (ингл. Walter McCall), Морхауздағы класташы ла уҡый[27].Семинарияла Кинг студенттар советы етәксеһе итеп һайлана [28].Студенттар, шул иҫәптән Кинг та буш ваҡытын Эдвардс-стритта үткәрә [29].
Крозере Кингҙа өсөнсө курста уҡығанда немец эмигранткаһы ҡыҙы менән осраша башлай. Кинг был ҡыҙға өйләнергә уйлай, тик дуҫтары уны был аҙымды яһамаҫҡа күндерә, сөнки быға аҡ тәнлеләр ҙә, ҡара тәнлеләр ҙә ҡаршы булыр ине. Ләкин Кинг был ҡыҙҙы ғүмере буйы онота алмай[28].
Кинг 1953 йылдың 18 июнендә Кореттта Скоттҡа өйләнә (Хайбергер, Алабама штаты)[30]. Ғаиләлә дүрт бала тыуа: Йоланда Кинг[en] (1955—2007), Мартин Лютер Кинг III ( 1957), Декстер Скотт Кинг[en] (1961) и Бернис Кинг[en] ( 1963)[31]. Кинг Коретта хужалыҡты алып барырға, балаларҙы ҡарарға тейеш тип, уға граждандар хәрәкәтендә ҡатнашырға рөхсәт итмәй[32].
1954 йылда 25 йәшлек Кинг Декстер-авеню баптист сиркәүе (Dexter Avenue Baptist Curch,Монтгомери, Алабама штаты) пасторы булып эшмәкәрлеген башлай[33].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Paul R. Krugman. The Conscience of a Liberal. — W. W. Norton & Company, 2009. — С. 84. — ISBN 978-0-393-33313-8.
- ↑ Ogletree, Charles J. All Deliberate Speed: Reflections on the First Half Century of Brown v. Board of Education (инг.). — W. W. Norton & Co, 2004. — P. 138. — ISBN 0-393-05897-2.
- ↑ Upbringing & Studies . The King Center. Дата обращения: 2 сентябрь 2012. Архивировано 9 ғинуар 2013 года. 2012 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ King, 1992, pp. 30–31
- ↑ Mikkelson, David Four Things About King . Snopes. Snopes.com (19 июль 2003). Дата обращения: 14 март 2011.
- ↑ King, 1992, p. 31
- ↑ King, James Albert . Дата обращения: 24 июнь 2014. Архивировано из оригинала 17 декабрь 2014 года. 2014 йыл 17 декабрь архивланған.
- ↑ Nsenga, Burton AfricanAncestry.com Reveals Roots of MLK and Marcus Garvey .
- ↑ Nelson, Alondra. The Social Life of DNA (билдәһеҙ). — 2016. — С. 160—161. — ISBN 9780807027189.
- ↑ King, 1992, p. 76
- ↑ Katznelson, Ira. When Affirmative Action was White: An Untold History of Racial Inequality in Twentieth-Century America (инг.). — WW Norton & Co, 2005. — P. 5. — ISBN 0-393-05213-3.
- ↑ Millender, Dharathula H. Martin Luther King Jr.: Young Man with a Dream (инг.). — Aladdin, 1986. — P. 45—46. — ISBN 978-0-02-042010-1.
- ↑ Frady, Marshall. Martin Luther King, Jr: A Life (билдәһеҙ). — 2005. — С. 12—15. — ISBN 978-0-14-303648-7.
- ↑ Pierce, Alan. Assassination of Martin Luther King Jr (билдәһеҙ). — Abdo Pub Co, 2004. — С. 14. — ISBN 978-1-59197-727-8.
- ↑ Blake, John. How MLK became an angry black man.
- ↑ Carson, Clayborn Martin Luther King Jr.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 An Autobiography of Religious Development . The Martin Luther King Jr. Research and Education Institute. Stanford University. Дата обращения: 15 ноябрь 2018.
- ↑ King, 1998, p. 6
- ↑ 19,0 19,1 19,2 Fleming, Alice. Martin Luther King Jr.: A Dream of Hope (билдәһеҙ). — Sterling, 2008. — С. 9. — ISBN 978-1-4027-4439-6.
- ↑ King, 1992, p. 82
- ↑ King, 1992, pp. 35–36
- ↑ Frady, 2002, p. 18
- ↑ Downing, Frederick L. To See the Promised Land: The Faith Pilgrimage of Martin Luther King, Jr (инг.). — Mercer University Press (инг.)баш., 1986. — P. 150. — ISBN 0-86554-207-4.
- ↑ Nojeim, Michael J. Gandhi and King: The Power of Nonviolent Resistance (инг.). — Greenwood Publishing Group, 2004. — P. 179. — ISBN 0-275-96574-0.
- ↑ Baldwin, Lewis V. There is a Balm in Gilead: The Cultural Roots of Martin Luther King, Jr (инг.). — Minneapolis: Fortress Publishing, 1991. — P. 281—282. — ISBN 0-8006-2457-2.
- ↑ Baldwin, Lewis V. There is a Balm in Gilead: The Cultural Roots of Martin Luther King, Jr (инг.). — Minneapolis: Fortress Publishing, 1991. — P. 167. — ISBN 0-8006-2457-2.
- ↑ Farris, Christine King (инг.)баш. Through It All: Reflections on My Life, My Family, and My Faith (инг.). — Atria Books (инг.)баш., 2009. — P. 44—47. — ISBN 978-1-4165-4881-2.
- ↑ 28,0 28,1 Frady, 2002, pp. 20–22
- ↑ L. Lewis, David. King: A Biography (билдәһеҙ). — University of Illinois Press, 2013. — С. 27.
- ↑ Coretta Scott King, The Daily Telegraph (1 февраль 2006). 8 сентябрь 2008 тикшерелгән.
- ↑ Warren, Mervyn A. King Came Preaching: The Pulpit Power of Dr. Martin Luther King, Jr (инг.). — InterVarsity Press (инг.)баш., 2001. — P. 35. — ISBN 0-8308-2658-0.
- ↑ Civil Rights History from the Ground Up: Local Struggles, a National Movement (инг.). — University of Georgia Press (инг.)баш.. — P. 410.
- ↑ Fuller, Linda K. National Days, National Ways: Historical, Political, And Religious Celebrations around the World (инг.). — Greenwood Publishing, 2004. — P. 314. — ISBN 0-275-97270-4.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Миллер У. Р. Мартин Лютер Кинг : Жизнь, страдания и величие / Пер. с англ. В. Т. Олейника. — М.: Рудомино; Текст, 2004.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- М. Л. Кинг. БСЭ(недоступная ссылка)
- М. Л. Кинг. Кругосвет 2009 йыл 24 ғинуар архивланған.
- М. Л. Кинг. Реформация и протестантизм(недоступная ссылка)
- King на IMDB
- Труды М. Л. Кинга на проекте «Вне насилия»
- Кинг М. Л. Есть у меня мечта… Избранные труды и выступления. — М.: Наука, 1970.
- Кинг М. Л. Верую и вижу. Любите врагов ваших. Против антисемитизма. Паломничество к ненасилию
- Киселёв В. Ненасильственный опыт движения за гражданские права в США (50-е − 60-е гг.) // Опыт ненасилия в XX столетии / Под ред. Р. Г. Апресяна. — М.: Аслан, 1996.
Был сәйәси эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |