Маркелов Михаил Тимофеевич
Маркелов Михаил Тимофеевич — (1899- 16 ноябрь 1937) — этнограф, фольклорсы һәм музей белгесе; фин-уғыр халыҡтары белгесе; Волга буйы халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеүсе. Милләте — мордва (эрзә)[2]
Маркелов Михаил Тимофеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1899[1] |
Тыуған урыны | Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 16 ноябрь 1937 или 1937[1] |
Һөнәр төрө | этнограф |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Биографияһы
үҙгәртергәМихаил Тимофеевич Маркелов Һарытау губернаһының Петровский өйәҙе Синенькие ауылында кәрҫтиән эрзә ғаиләһендә донъяға килгән.
1918 йылда Һарытау дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә.
1922 йылдан мордва этнографияһы буйынса хеҙмәттәрен баҫтыра башлай.
1925 йылда Мәскәүгә күсенә, Үҙәк Халыҡтар музейына (ҮХМ) урынлаша. ҮХМ-дың Көнсығыш-фин экспедицияһының эштәрендә ҡатнаша, этнологик отрядҡа етәкселек итә. Мариҙар һәм удмурттар этнографияһына арналған хеҙмәттәр яҙа.
Музейҙа эшләү менән бер рәттән МДУ-ның аспирантураһын тамамлай. 1929 йылдан шунда уҡ Иҙел буйы халыҡтары этнографияһы буйынсакурстар һәм семинарҙар алып бара. 1931-32 ҮХМ-дың башҡорттарҙы өйрәнеү буйынса экспедицияһына етәкселек итә. Был экспедицияла Белицер Вера Николаевна ла ҡатнаша. Улар икеһе лә башҡорт көнкүрешен өйрәнеп, хеҙмәттәрендә яҡтыртҡандар һәм бик мәғлүмәтле фотолар ҡалдырғандар[3].
1932 йылдың 14 ғинуарында « Фин халыҡтарын азат итеү союзы» («СОФИН эше») буйынса ялған ғәйеп тағылып, 5 йылға иркенән мәхрүм ителә. СССР прокурорына мөрәжәғәт иткәндән һуң Томскиға һөргөнгә ебәрәләр.
1934-37 йылдарҙа Томск университетында эшләй һәм университет ҡарамағындағы этнология-археология музейы директоры булып тора. Һөргөндә уның рәсми яҙылышмаған ҡатыны Елена Владимировна Дервиз (1889—1975) бергә була.
1937 йылдың 27 октябрендә ҡабаттан ҡулға алынған. 1937-нең 9 ноябрендә "Рәсәйҙе ҡотҡарыу союзы"ның әүҙем ағзаһы тип ғәйепләнеп, атыуға хөкөм ителгән. 16 ноябрҙә Томск ҡалаһында хөкөм тормошҡа ашырылған.
Үлгәндән һуң беренсе эш буйынса 1956 йылдың 2 ноябрендә, икенсеһе буйынса 1959 йылдың майында аҡланған[4].
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Саратовская мордва: Этногр. мат-лы // Саратовский этнографический сборник. Саратов, 1922. С. 51-238;
- Системы родства у финно-угорских народностей // Этнография. 1928. № 1. С. 44-78;
- К истории терюханской народной культуры // Там же. № 2. С. 104—124 (совм. с С. П. Толстовым);
- Мордва. М., 1928; [История мордвы]. М., 1929 (на морд.-эрзя яз.);
- Вотяки (удмурты). М., 1929;
- К вопросу о культурных взаимоотношениях финнов и русских // Этнография. 1930. № 1/2. С. 57-62;
- О пережитках родового строя в современном быту удмуртов // СЭ. 1931. № 3/4. С. 59-68; Мари // Религиозные верования народов СССР. М.; Л., 1931. Т. 2. С. 178—189; Мордва // Там же. С. 190—212;
- Культ умерших в похоронном обряде волго-камских финнов // Там же. С. 269—281;
- О пережитках родового строя в современном быту удмуртов // СЭ. 1932. № 3/4. С. 59-68;
- Мордовская деревня по данным эрзянского предреволюционного фольклора // Советский фольклор. 1936. № 4/5[5]..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Белицер В. Н. М. Т. Маркелов: Из восп. этнографа // Исследования по археологии и этнографии Мордовской АССР. Саранск, 1970;
- Мокшин Н. Ф. Мордва глазами зарубежных и российских путешественников. Саранск, 1993. С. 144—153 (фото);
- Книга памяти Томской обл.;
- Люди и судьбы. Биобиблиографический словарь востоковедов — жертв политического террора в советский период (1917—1991)[6].
Галерея
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Люди и судьбы. Биобиблиографический словарь востоковедов - жертв политического террора в советский период (1917-1991) (урыҫ) — СПб.: Петербургское Востоковедение, 2013. — 496 с. — (Социальная история отечественной науки о Востоке) — ISBN 978-5-85803-225-0
- ↑ Поиск по открытому списку жертв политических репрессий в СССР / Маркелов Михаил Тимофеевич (1899)(недоступная ссылка)
- ↑ Башкортостан, 1932 год. Негативы из Государственного музея народов СССР
- ↑ Маркелов Михаил Тимофеевич
- ↑ Маркелов Михаил Тимофеевич
- ↑ Маркелов Михаил Тимофеевич