Мария Луиза Гонзага

Мария Луиза де Гонзага (пол. Marie Louise Gonzaga de Nevers; 18 август 1611 йыл(16110818) — 10 май 1667) — Польша королеваһы (Людовика Мария исеме аҫтында), Ваза династияһының һуңғы королдәре — Владислав IV һәм Ян II Казимирҙың ҡатыны, Гонзага йортоноң француз герцогы Шарль де Неверҙың (1627 йылдан — Мантуя герцогы) һәм Екатерина де Майенндың (данлыҡлы герцог Гизаның ҡыҙ туғаны) ҡыҙы.

Мария Луиза Гонзага
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Франция короллеге[d]
Речь Посполитая
Титул королева-консорт[d]
Тыуған көнө 18 август 1611({{padleft:1611|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3][4][5]
Тыуған урыны Париж, Франция короллеге[d][3]
Невер[d]
Вафат булған көнө 10 май 1667({{padleft:1667|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[3][4][5] (55 йәш)
Вафат булған урыны Варшава, Речь Посполитая[3]
Үлем сәбәбе катаральное воспаление[d]
Ерләнгән урыны Вавель соборы
Атаһы Карл I Гонзага[d][2]
Әсәһе Екатерина де Майенн[d]
Бер туғандары Анна Мария Гонзага[d], Франческо Гонзага[d], Карл II Гонзага[d] һәм Фердинанд Гонзага[d]
Хәләл ефете Владислав IV[d] һәм Ян II Казимир[d]
Балалары Мария Анна Ваза[d] һәм Ян Сигизмунд[d]
Нәҫеле Васа[d] һәм Гонзага-Невер[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Queen Consort of Poland[d], Q66200911?, Q66201229? һәм староста грудзёнский[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1667[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Мария Луиза Гонзага Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Мария Луизаның тәрбиәһе менән атаһының һеңлеһе, тол ҡалған герцогиня Лонгвиль идара итә. Инәһенең ярҙамы менән ҡыҙ алдында бик яҡшы партия — король Людовиктың XIII ҡустыһы Гастон Орлеанский кәүҙәләнә. Был никах кардинал Ришельеның планына инмәй, ул кейәү егете менән кәләштең Париждан ҡасыуынан ҡурҡып, кәләште Венсен замогына ябып ҡуя, ә аҙаҡ монастырға күсерә.

 
Ван Эгмонт эшләгән портретта (1645)

Һуңынан бөтә король һарайы де Невер туташты королдең фавориты маркиз Сен- Марҙың ҡатыны булыр тип һанай, әммә өҫтөнлөк итергә яратыусы кардинал был союзды титулға лайыҡ түгел тип иҫәпләй. Тик 1645 йылда ғына, Марияға инде 30 йәш тулып бала табыу йәшенән сыҡҡас ҡына, кейәүгә сығыу рөхсәт ителә. Ришельеның икенсе тотҡоно Ян Казимир Ваза, үҙенең ағаһы Владислав Польский исеменән ҡыҙ һоратыуын яңынан тергеҙә, ул Габсбургтар менән ыҙғыша һәм Мазарини хөкүмәте менән союз тураһында хыяллана.

Ян Казимир менән никахлашҡандан һуң, Мария Луиза бик күп ярандар оҙатыуында Польшаға юллана һәм варшава һарайын француз рәүешенә үҙгәртеп ҡора. Атаһының теләгенә эйәреп, ирен төрөктәр менән һуғышҡа ҡоторта, әммә дөйөм алғанда, уның йоғонтоһо мәҙәниәт һәм мәғариф мәсьәләләре менән сикләнгән була (мәҫәлән, Польшала уның ҡатнашлығында беренсе гәзит сыға башлай).

1648 йылда Владислав үлгәндән һуң, король булып Ян Казимир һайлана. Мария Людовика уның ҡатыны булырға риза була. Дәүләт мәсьәләләрендә әҙ йышылған икенсе иренә уның йоғонтоһо ҙур була. Королева кенәз Любомирҙың магнат партияһына ҡаршы көрәштә уға ярҙам итә һәм иҫке король булыуға ҡарамаҫтан яңы король һайлауға ныҡый (rege vivente принцибы). Польша патриоттары уның дәүләт менән идара итеүенә кире ҡарашта була; Рудаевский уны «филгә атланған бәләкәй генә эфиоп» менән сағыштыра[6]. Үҙенең балалары булмағанға күрә, һеңлеһенең ирен, герцог Энгиенскийҙы, йәки тәрбиәсеһенең ейәне, йәш герцог Лонгвильды артабанғы король итеп күрергә теләй.

Мария Людовика 1667 йылда вафат була һәм Вавель соборында ерләнә. Уның үлеме менән терәген юғалтҡан король тәхеттән баш тарта һәм ирҙәр монастыры башлығы булып Невер ҡалаһында — үҙҙәре осрашҡан ерҙә ҡалған ғүмерен үткәрә. Яҙмыш иронияһы буйынса, бер нисә йылдан һуң тәхеткә Ян Собеский һайланғас, Польшаның королеваһы булып икенсе француз ҡатыны — Марысенька була, ул да Польшаға Мария Неверскаяның ярандары менән килә.

  • Zofia Libiszowska. Królowa Ludwika Maria. Warszawa, 1985.
  • Bożena Fabiani. Warszawski dwór Ludwiki Marii. Warszawa, 1976.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
  2. 2,0 2,1 Lundy D. R. Luise Marie de Gonzaga // The Peerage (ингл.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #104321350 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Maria Ludovica Gonzaga // RKDartists (нидерл.)
  5. 5,0 5,1 Marie Louise Gonzaga // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. https://books.google.com/books?id=IfIbP8sfC0wC&pg=PA27&dq=deluge+rudawski&as_brr=0#v=onepage&q=&f=false

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Евгений Петрович Карнович. «Очерки и рассказы из старинного быта Польши. Польское посольство во Францию»