Маарианхамина[8] (фин. Maarianhamina), Мариехамн[9] (швед. Mariehamn) — Аланд утрауҙарының төп ҡалаһы, Финляндия составындағы автономиялы территория. Архипелаглы диңгеҙҙең төп порттарының береһе.

Мариехамн
швед. Mariehamn
Герб
Maarianhamina.vaakuna.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1861
Рәсми атамаһы Mariehamn
Хөрмәтенә аталған Мария Александровна[d]
Рәсми тел швед теле[1]
Дәүләт Flag of Finland.svg Финляндия
Административ үҙәге Аланд утрауҙары һәм Åland[d]
Административ-территориаль берәмек Мариехамн[d] һәм Аланд утрауҙары
Геомәғлүмәттәр Data:Aland/Mariehamn.map
Закондар сығарыу органы Mariehamn City Council[d]
Халыҡ һаны 11 461 кеше (31 декабрь 2015)[2][3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 21 метр һәм 6 метр[4]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d], DAZD[d] һәм UTC+3:00[d]
Туғандаш ҡала Копавогур[5], Крагерё[5], Курессааре[d][5], Ломоносов (ҡала)[5], Торсхавн[d][5], Валкеакоски[5] һәм Готланд[d][5]
Милке Wiklöf Holding Arena[d]
Сиктәш Йомала[d][6] һәм Лемланд[d][6]
Майҙаны 11,79 км²[7]
Почта индексы 22100, 22101 һәм 22140
Рәсми сайт mariehamn.ax
Урынлашыу картаһы
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Категория для видов элемента Category:Views of Mariehamn[d]
Карта
Commons-logo.svg Мариехамн Викимилектә

1861 йылда урыҫтар тарафынан нигеҙләнгән һәм императрица Мария Александровна хөрмәтенә уның исеме менән аталған. XIX һәм ХХ быуат башында рус телле сығанаҡтарҙа «швед теле» варианты ҡулланылып, ҡала Мариехамн тип яҙыла; ХХ быуаттың икенсе яртыһында урыҫ яҙылышы нормативы буйынса «фин теле» варианты, Маарианхамина тип яҙыла[8].

Архипелагта йәшәгән бөтә ҡала халҡының яртыһынан күберәге — 11 186 кеше был ҡалала йәшәй (2011 йыл). Ҡала, бөтә автономия территорияларындағы кеүек үк— тулыһынса швед телле: швед телен халыҡтың яҡынса 91 % был телде үҙенең тыуған теле тип һанай.

Географик урыныҮҙгәртергә

Ҡалала ярымутрауыҙа урынлашҡан һәм бында ике порт бар. Көнбайыш порт (швед. Västerhamn) халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур порт, уның ашаШвеция һәм континенталь Финляндияға паром йөрөй. Көнсығыш порт — нигеҙҙә яхталар гаваны, Балтик диңгеҙенең эре гавандарының береһе[10].

Ҡалала Аланд утрауҙарының Министрҙар кабинеты һәм Латтинг Парламенты урынлашҡан.

Ҡалала Аланд утрауҙарының ике гәзите баҫыла(Nya һәм Ålandstidningen Åland), урындағы телевидение каналы һәм бер нисә радиостанция эшләй (TV Åland).

 
Императрица Мария Александровна төшөрөлгән марка, Рәсәй почтаһы тарафынан ҡаланың 150 йыллығына арнап сығарылған (2011)

ЭтимологияҮҙгәртергә

Фин һәм швед телдәренә ҡала исеме « Мария гаваны» тип атала һәм Рәсәй императоры Александр II ҡатыны — Мария Александровна (1824—1880) хөрмәтенә арналған.

ТарихҮҙгәртергә

Риүәйәттәр буйынса, Аланд утрауҙары халҡы, яңы порт төҙөргә тырышып, император Александру II-гә ҡатынының исемен ҡалаға биреүен һорап махсус тәҡдим менән сыға. Рәсми тарих, порт, киреһенсә, туранан-тура Александр II күрһәтеүе буйынса нигеҙләнгән тип күрһәтә. Төҙөлөш эштәре менән архитектор Георг Теодор фон Шевитец Георг етәкселеге аҫтында ике ҙур булмаған ауыл эргәһендә 1859 йылда уҡ башлана — (Эвернес (швед. Övernäs) һәм Йомала ауылдары янында), ә 1861 йылда (21 февраль) яңы ултыраҡ ҡала статусы һәм яңы исем - Мариехамн исемен ала[9]. Ваҡыт үтеү менән ҡала майҙаны киңәйә һәм Йомала общинаһы биләмәләре өлөшөн үҙ эсенә ала.

Иҫтәлекле урындарыҮҙгәртергә

Аланд утрауҙарында борондан алып карап йөрөтөү тарихы була. Бындағы Көнбайыш портында Елкәнле-музей Pommern якорҙә тора. Көнсығыш гавань — Скандинавияла яхталар өсөн иң эре порттаҙың береһе, унда шулай уҡ Nieveen Jan пароходы (шулай уҡ F.P. von Knorring исемле) тора, ул хәҙер ресторан итеп йыһазландырылған.

Мариехамн ҡалаһында фин архитекторы Ларс Сонк проекты буйынса Аланд утрауҙарында төҙөлгән архитектура ҡомартҡылары булған ҡоролмалар бар: Изге Георгий сиркәүе (1927), Аланд диңгеҙ колледждың төп бинаһы (1927), ҡала муниципалитеты бинаһы (1939). Ғәмәлдә Аланд музейы.

2011 йылдың 2 ноябрендә императрица Мария Александровна хөрмәтенә аталған һәйкәл асыла[11][12].

Йәйге осорҙа ҡалаға бик күп туристар килә, һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн бында бер нисә ҡунаҡхана, кемпинг булдырылған[13]. Ғәмәлдә Рәсәй Федерацияһы консуллығы, Швеция генераль консуллығы[14], шулай уҡ ҡайһы бер башҡа илдәрҙең консуллыҡ учреждениелары.

ХалыҡҮҙгәртергә

Ҡала халҡының үҫеш динамикаһы:

Йыл
Халыҡ
1987
9966
1990
263 10
1997
10 408
2000
488 10
2002
632 10
2004
10 712
2010
146 11

Туғанлашҡан ҡалаларыҮҙгәртергә

Ил Ҡала Йыл Иҫкәрмә
  Швеция   Висбю
  Исландия   Копавогур
  Норвегия   Крагер
  Дания   Слагельс
  Фарер утрауҙары   Торсхавн Принадл.   Дания
  Эстония   Курессаар
  Финляндия   Валкеакоски
  Россия   Ломоносов

ГалереяһыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. http://www.stat.fi/til/vaerak/index.html — ISSN 1797-5379; 1797-5387; 1797-5395
  3. Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedotAssociation of Finnish Municipalities.
  4. http://paikkatiedot.fi/so/1000772/12002488National Land Survey of Finland.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 VänorterМариехамн.
  6. 6,0 6,1 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  7. http://www.gect.ru/country/europe/aland/osnovnoe.html
  8. 8,0 8,1 Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 209. — 459 с. — 70 000 экз. Указано ударение на первый слог.
  9. 9,0 9,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «russkiymir» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  10. Gröna Udden. Дата обращения: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
  11. Mariehamn | SwedenAbroad. Дата обращения: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә