Манто Маврогенус (грек. Μαντώ Μαυρογένους) (1796 — июль 1840) — Грецияның милли геройы, азатлыҡ өсөн һуғышта ҡатнаша, үҙенең бөтә мөлкәтен Ғосман империяһы менән көрәшеүгә тапшыра.

Манто Маврогенус
грек. Μαντώ Μαυρογένη
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Греция
Тыуған ваҡыттағы исеме грек. Μαγδαληνή-Αδαμαντία Μαυρογένη
Тыуған көнө 1796[1]
Тыуған урыны Триест[d], Габсбургтар монархияһы
Вафат булған көнө июль 1840
Вафат булған урыны Парос[d], Парос[d], Paros Regional Unit[d], Южные Эгейские острова[d], Греция
Нәҫеле Mavrogheni[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание генерал[d]
Изображается на Manto Mavrogeni (bust)[d], Bust of Manto Mavrogenous, Nauplion[d], Bust of Manto Mavrogenous, Mykonos[d] һәм Bust of Manto Mavrogenous, Parikia[d]
 Манто Маврогенус Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Манто Маврогенус Триестала сауҙагәрҙәр ғаиләһендә тыуа. Ул аҡһөйәктәр солғанышында тәрбиәләнә, колледжда классик грек фәлсәфәһен һәм тарихын өйрәнә, шулай уҡ француз, итальян һәм төрөк телдәрендә иркен аралаша.

1809 йылда ул ғаиләһе менән Парос утрауына күсенә. Атаһынан Филика Этерия (Дуҫлыҡ йәмғиәте) йәшерен ойошмаһының Ғосман иҙеүен ҡолатыу маҡсатында ихтилал әҙерләүе тураһында белә. 1818 йылда атаһы үлгәндән һуң, ул Тинос утрауына күсенә. Азатлыҡ яулау һуғышы башланыу менән ул Миконос утрауына күсенә һәм баш күтәреүселәргә ҡушыла.

Үҙ аҡсаһына ул 2 карапты ҡоралландыра, һәм улар Миконос утрауын оккупацияланған төрөктәргә йыш ҡына һөжүм итә. Манто шәхсән үҙе лә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашырға теләй, әммә үтә тулы кәүҙәле булғанға, уға хатта үҙаллы йөрөү бик ауыр бирелә. Элек туҡланырға бик яратҡан Манто икмәк һәм һәм үләндәрҙе генә ҡуллана башлай. Бер йыл эсендә уның ауырлығы 350 фунттан 110 фунтҡа тиклем кәмей. Шунан һуң Манто Маврогенус шәхсән үҙе төрөктәргә ҡаршы ихтилалды етәкләй. 1822 йылдың 22 октябрендә Миконос утрауы төрөктәрҙән азат ителә. Бынан тыш Манто Маврогенус Пелопоннесты азат итеү өсөн үҙ аҡсаһына 150 кешенән торған отрядты ойоштора, шулай уҡ Самос утрауы азатлығы өсөн баш күтәргәндәргә финанс ярҙамын йүнәлтә.

Ул бер нисә караптан торған флотилия ойоштора һәм азатлыҡ өсөн һуғыштың бер нисә алышында шәхсән үҙе лә ҡатнаша. Бөтә аҡсаларын һәм ҡиммәтле биҙәүестәрен үҙе ойошторған отрядтарҙы финанслауға йүнәлтә: ҡорал, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек һатып алына.

Ихтилалды финанслауға аҡса йыйыу маҡсатында ул Европаға бара һәм, азатлыҡ өсөн көрәшендә грек халҡына ярҙам итергә саҡырып, Париж ҡатын-ҡыҙҙарына мөрәжәғәт итә. Ғосман иҙеүенә ҡаршы көрәш үҙәгендә булырға теләп, Манто Маврогенус 1823 йылда Нафплион ҡалаһына килә һәм унда Дмитрий Ипсиланти менән осраша. Улар бер нисә йыл бергә йәшәй. Дмитрий менән хушлашҡандан һуң, ул фәҡирлектә йәшәй, сөнки ул үҙенең бөтә булған аҡсаһын Ғосман империяһына ҡаршы азатлыҡ һуғышын финанслауға тотона һәм бурыслы булып ҡала. Һуғыш тамамланғандан һуң уға генерал-лейтенант исеме бирелә. Ул Пароста 1840 йылдың июлендә фәкирлектә вафат була.

 
Афинала Манто Маврогенус бюсы
  • Афина уның бюсы ҡуйылған.
  • Миконос утрауының Хора ҡалаһының бер урамы уның исемен йөрөтә, унда геройҙың бюсы ҡуйылған.
  • 2 драхма ҡиммәтендәге тәңкәләргә Манто Маврогенус һүрәте һуғылған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Μαντώ Μαυρογένους // https://opac.academyofathens.gr/cgi-bin/koha/opac-authoritiesdetail.pl?authid=28259&marc=1