Мальта архипелагы

Мальта архипелагы> — ҙур булмаған архипелаг, Урта диңгеҙҙең үҙәк өлөшөндә, Сицилия утрауынан 93 саҡрым көньяҡта һәм Тунистан 288 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Мальта архипелагы
Рәсем
Дәүләт  Мальта
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Урта диңгеҙ
Халыҡ һаны 538 200 кеше (2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 96 метр
Майҙан 316 км²
Карта
 Мальта архипелагы Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Мальта архипелагының дөйөм майҙаны — 316 квадрат километр, утрау һыу сығанағына ярлы. Мальтаның башҡа дәүләттәр менән ҡоро ер сиге юҡ. Мальта боғаҙы аша төньяҡта Сицилия утрауы урынлашҡан. Архипелаг өс утрауҙы (Мальта, Гоцо һәм Комино үҙ эсенә ала, ҡалған утрауҙар һәм ҡаяларҙа кешеләр йәшәмәй. Архипелаг утрауҙары Мальта (Иблиян-Мальта[2]) платоһының Сицилияны һәм Төньяҡ Африканы тоташтырған ҡоро ер күпере урынында барлыҡҡа килгән һәм һуңғы боҙланыу осоронан һуң һыу баҫҡан шельф зонаһында ята. Был зона Евразия һәм Африка тектоник плиталары сигендә урынлашҡан.

Геологик яҡтан архипелаг эзбизташтан тора. Иң бейек нөктәһе — Та-Дмейрек түбәһе (диңгеҙ кимәленән 253 метр), Мальта утрауының көньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан. Балсыҡ һәм ҡомдоң йоҡа ҡатламдары бар. Рельефы башлыса тигеҙ. Утрауҙарҙың эзбизле тоҡомдары елгә ашалыу[3]сан. Мальта субтропик Урта диңгеҙ климатлы. Уртаса айлыҡ температура ҡышын +12 градустан 13 °С-кә, ҡышын +25 — +26 °C-ға тиклем тирбәлә. Йылына 553.3 миллиметр яуым-төшөм тура килә, сентябрҙән мартҡа тиклем башлыса ямғырлы.

Мальта һәм Гоцо территорияһының күпселек өлөшөн тораҡ пункттар биләй. Кеше йәшәмәгән утрауҙар һаҡланыусы биләмә булып тора. Утрауҙарҙа эндемизм юғары дәрәжәгә эйә.

Утрауҙар

үҙгәртергә
Утрау Ингл. Мальта. Халыҡ,
кеше (2005)
Майҙан,
км²
Тығыҙлығы,
кеше/км²
Мальта Malta Island[en] Malta 373 955 246 1520,14
Гоцо Gozo[en] Għawdex 31 003 67 462,73
Комино Comino[en] Kemmuna 4 3,5 1,14
Коминотто Cominotto[en] Kemmunett 0,25
Делимара Delimara Island[en] Ta Sikka' Delimara 0,31
Фильфл Filfla[en] Filfla 0,06
Павел Изге Утрау St Paul’s Island[en] Il-ta Gżejjer' San Pawl 0,1
Маноэль Manoel Island[en] Il-Manwel Gżira
Ҡая бәшмәкле Fungus Rock[en] Il-tal Ġebla-Ġeneral 0,006
Фильфолетта Filfoletta[en] Filfoletta

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Мальта ҡалалары

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.britannica.com/facts/Malta
  2. Реферативный журнал: География. — Изд-во Академии наук СССР., 1994. — 836 с.
  3. Мальта // Энциклопедия «Кругосвет».