Мальков Виктор Леонидович
Мальков Виктор Леонидович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре докторы |
Мальков Виктор Леонидович (2 ноябрь 1930 йыл — 15 ноябрь 2021 йыл) — ғалим-тарихсы, АҠШ-тың иң яңы тарихы белгесе ; СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаусы(1953), тарих фәндәре докторы; һәм Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы; РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре, РАЕН академигы, СССР дәүләт премияһы лауреаты, БРЭ мәҡәләләре авторы. Рәсәй ФА-ның дөйөм тарих Институты Һалҡын һуғыш осорон өйрәнеү үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре.
Биографияһы
үҙгәртергәВиктор Леонидович Малков 1930 йылдың 2 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған; 1953 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай һәм СССР ФА Тарих институтының аспирантураһына уҡырға инә. 1956 йылда ул АҠШ-тағы Бөйөк депрессия ваҡытындағы эшселәр хәрәкәте проблемалары буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, шунан һуң ФА Тарих институтының кесе ғилми хеҙмәткәре була (тарих секторы АҠШ һәм Канада тарихы секторында). Рәсәй Беренсе донъя һуғышы тарихы тарихсылары ассоциацияһын ойоштороуҙың инициаторы һәм ассоциацияның рәйесе була.
Мальков шулай уҡ СССР ФА президиумының эшсе һәм милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы буйынса фәнни советы рәйесе урынбаҫары һәм яуаплы секретары була. Бер нисә Мәскәү юғары уҡыу йорттарында уҡыта, шул иҫәптән М, В. Ломоносов исемендәге Мәскә дәүләт университетынданда һәм һәм Мәскәү Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында. Мальков РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, РАЕН академигы һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты. 2019 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Мальков-Рәсәй ФА-ның дөйөм тарих Институты Һалҡын һуғыш осорон өйрәнеү үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәВиктор Мальков өс йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора; ул Төньяҡ Америка илдәренең яңы тарихы менән шөғөлләнә, (барыһынан элегерәк — АҠШ тарихы менән), шулай уҡ — халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тарихын өйрәнә.
- Великий Рузвельт. Лис в львиной шкуре. М., «Эксмо», 2011. 556 с.
- «„Новый курс“ в США. Социальные движения и социальная политика» (1973);
- «Первая мировая война. Пролог ХХ века.» (отв. редактор; 1999);
- «Переходные эпохи в социальном измерении. История и современность» (отв. редактор; 2002);
- «Путь к имперству. Америка в первой половине ХХ века» (2004);
- «Россия и США в ХХ веке. Очерки истории международных отношений в социокультурном контексте» (2009);
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1025488776 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Историки России. Кто есть кто в изучении зарубежной истории: Биобиблиографический словарь. Изд. 2-е, испр., доп. М., 2008., С. 154—155.
- Современная советская историография (всеобщая история). М. 1985. С. 92.
- Чернобаев А. А. Историки России ХХ века. Т.2 — Саратов, 2005. С. 18-19.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мальков Виктор Леонидович . Институт всеобщей истории РАН. Дата обращения: 18 ноябрь 2019.